Йөҙ килограмлыҡ торт ҡайҙа бешерелгән тип уйлайһығыҙ?.. Был тәмлекәсте Палдискиҙа йәшәүселәргә ҡала мэрияһы ауыҙ иттергән. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы 25 йылдан ашыу ғүмерен Эстонияла үткәреүе урындағы халыҡтың һәр ваҡыт хәтерендә. Әлбиттә, башҡорт халҡына ҡарата хөрмәт тортта төшөрөлгән һүрәт менән генә сикләнмәй. Бында Салауат Юлаев бюсы ҡуйылған сквер уның исемен йөрөтә, тағы ла урам һәм музей бар.
Башҡорт батырының тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған саралар республикабыҙҙа ғына түгел, ә шәхесте хөрмәт иткән Эстония ерендә лә үткәрелде. Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин етәкселегендәге делегация, Палдиски ҡалаһына барып, ошондай изге эш атҡарған.
– Ғәли Фәйзрахман улы, сит илгә байрам үткәреү ниәтендә сәфәр сығып, Салауат Юлаевтың бюсын күркәмләтеү сараһын күргәнһегеҙ. Был эш нисек атҡарылды?
– Эстонияла сәфәрҙә булғанда милли батырыбыҙ исемен йөрөткән скверға инмәй ҡалмайбыҙ. Былтыр Салауат Юлаевҡа ҡуйылған бюстың диңгеҙ һауаһы, бындағы климат тәьҫирендә баҡыр сульфаты менән ҡапланғанын күргәйнем. Был күренеш йәнемде өтөп алды. Быйыл, батырыбыҙҙың тыуыуына 260 йыл тулған саҡта, уның бюсын ипкә килтереүҙе изге бурысым тип һанап, яңыртыуҙы хәстәрләнек. Башҡортостан Милли музейының баш рәссамы Анатолий Фадеев беҙгә ихлас ярҙам итте. Аллаға шөкөр, эш барышында көн аяҙ булды, ҡояш ниәтебеҙҙе хуплаған кеүек балҡып торҙо. Ниһайәт, ике көн эсендә теләгебеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ.
– Яңыртыуҙы “һә” тигәнсә башҡарып та булмай, бының өсөн ниндәй иретмәләр кәрәклеген дә белеү мөһим. Был ҡыйынлыҡ тыуҙырманымы?
– Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Музеология”, “Реставрация һәм консервация нигеҙе” фәнен ун йыл уҡыттым. Яңыртыу теорияһын белгәс, был эшкә тотоноу икеләнеү тыуҙырманы. Ғөмүмән, мин Салауат Юлаевтың Эстонияла йәшәгән осорон быуат башынан уҡ ныҡлап өйрәнәм. Сит илдә ҡала мэрияһы алдында торған бюстың торошон даими күҙәтергә тейешбеҙ тип уйлайым. Ә ундағы халыҡтың, ысынлап та, батырыбыҙға ҡарата хөрмәте ҙур. 2004 йылда Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев музейын астыҡ, ә быйыл шундағы экспонаттар мэрия холына күсерелде.
– Бюсты Палдискиҙың Ҡала көнөнә ҡәҙәр яңыртып ҡуйғанһығыҙ. Ул осорҙа Рамаҙан айы ине, тимәк, сауап та алғанһығыҙ. Батырыбыҙ бюсының сит ерҙә балҡып тороуы ғорурлыҡ хисе уята. Ә Эстония хөкүмәте, ябай халыҡ быны нисек ҡабул итте?
– Унда буш ҡул менән барманыҡ. Яңыртыу эшен тамамлағас, иртәгәһенә республикабыҙҙан тағы ла бер төркөм яҡташыбыҙҙы – филармония солисы, ҡурайсы Азат Биксуринды, Салауат ҡалаһынан Елена Жаринова етәкселегендәге “Ағиҙел” ансамбле бейеүселәрен, милли көрәш буйынса спорт мастерҙары Альберт Рәхмәтуллин менән Рөстәм Исламовты — ҡаршы алдыҡ. Башҡортостандан килгән артистар тарафынан Таллиннда концерт күрһәтеләсәге халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары аша еткерелгәйне. Был көндө башҡорт ҡурайы, милли бейеү көйҙәребеҙ ҡаланың милли-мәҙәни үҙәгендә яңғырап торҙо. Концертҡа Эстонияла йәшәгән башҡорттар ҙа килде.
Палдискиҙағы Ҡала көнөндә һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған спорт байрамында беҙҙең делегация ла ҡатнашты. Уны асыу тантанаһында һүҙ алған ҡала мэры Тийт Пеэду менән Эстониялағы Рәсәй илсеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Станислав Макаренконың әйтеүенсә, был байрам батыр рухын онотмау менән дә мәртәбәле. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе булараҡ мин, шулай уҡ Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина сығыш яһаныҡ. Байрамға Татарстан, Польша, Яҡут (Саха), Латвия вәкилдәре лә килгәйне. Аҙаҡтан Рәсәйҙең Хәрби-Диңгеҙ флоты, концлагерь тотҡонлоғо ветерандары Салауат Юлаев бюсына сәскә һалды.
Шул уҡ көндә Изге Георгий Победоносец сиркәүендә милли батырыбыҙға арналған конференция уҙғарылды. Беҙҙең килеүгә Салауат Юлаев исемендәге халыҡ-ара клуб рәйесе Валерий атаҡай Назаренко көтөлмәгән бүләк әҙерләп ҡуйған: башҡорт ҡаһарманынан тартып алынған пистолет менән хәнйәрҙе күрһәтте.
– Ҡоралдарҙы тотоп ҡарағанда батырыбыҙҙың ҡулын ҡыҫҡандай булғанһығыҙҙыр инде... Эстония менән хушлашыу нисек үтте?
– Тулҡынландырғыс мәл кисерҙек. Палдиски урамдары буйлап тынлы оркестр көйө аҫтында төрлө делегация һәм ҡала халҡы менән байрам тантанаһында йөрөнөк. Оркестр артынан милли кейемдә Башҡортостан байрағын күтәреп барғанда Тыуған илебеҙ, батырыбыҙ өсөн күңелдән ғорурлыҡ тойғоһо урғылып сыҡты. Аҙаҡ митингта ҡатнаштыҡ. Беҙҙең артистар ҡалала гөрләтеп концерт ҡуйҙы. Флүзә Хәйруллина етәкселегендәге “Ағиҙел” башҡорт ойошмаһы ағзалары Палдискиҙа йәшәгәндәр өсөн бәләкәй һабантуй ойошорҙо. Олоһо ла, кесеһе лә милли ғөрөф-ғәҙәтте сағылдырған уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Ә ҡала етәкселеге Башҡортостан байрағы төшөрөлгән 100 килограмлыҡ торт бешереп, һәр кемде һыйланы.
Эстония менән дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығытыу, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһындағы иҫтәлекте быуындан быуынға тапшырыу, һаҡлау – изге бурысыбыҙ.
– Эйе, бындай дуҫлыҡтың йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте ифрат ҙур. Сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн рәхмәт, Ғәли Фәйзрахман улы!
БДУ студенты Динара КӘРИМОВА әңгәмә ҡорҙо.