Салауатлы сал тарихты байҡап03.09.2014
Салауатлы сал  тарихты байҡап
Йөҙ килограмлыҡ торт ҡайҙа бешерелгән тип уйлайһығыҙ?.. Был тәмлекәсте Палдискиҙа йәшәүселәргә ҡала мэрияһы ауыҙ иттергән. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы 25 йылдан ашыу ғүмерен Эстонияла үткәреүе урындағы халыҡтың һәр ваҡыт хәтерендә. Әлбиттә, башҡорт халҡына ҡарата хөрмәт тортта төшөрөлгән һүрәт менән генә сикләнмәй. Бында Салауат Юлаев бюсы ҡуйылған сквер уның исемен йөрөтә, тағы ла урам һәм музей бар.
Башҡорт батырының тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған саралар республикабыҙҙа ғына түгел, ә шәхесте хөрмәт иткән Эстония ерендә лә үткәрелде. Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин етәкселегендәге делегация, Палдиски ҡалаһына барып, ошондай изге эш атҡарған.

Салауатлы сал  тарихты байҡап– Ғәли Фәйзрахман улы, сит илгә байрам үткәреү ниәтендә сәфәр сығып, Салауат Юлаевтың бюсын күркәмләтеү сараһын күргәнһегеҙ. Был эш нисек атҡарылды?
– Эстонияла сәфәрҙә булғанда милли батырыбыҙ исемен йөрөткән скверға инмәй ҡалмайбыҙ. Былтыр Салауат Юлаевҡа ҡуйылған бюстың диңгеҙ һауаһы, бындағы климат тәьҫирендә баҡыр сульфаты менән ҡапланғанын күргәйнем. Был күренеш йә­немде өтөп алды. Быйыл, батырыбыҙҙың тыуыуына 260 йыл тулған саҡта, уның бю­сын ипкә килтереүҙе изге бурысым тип һанап, яңыртыуҙы хәстәрләнек. Башҡорт­остан Милли музейының баш рәссамы Анатолий Фадеев беҙгә ихлас ярҙам итте. Аллаға шөкөр, эш барышында көн аяҙ бул­ды, ҡояш ниәтебеҙҙе хуплаған кеүек бал­ҡып торҙо. Ниһайәт, ике көн эсендә телә­ге­беҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ.
Салауатлы сал  тарихты байҡап– Яңыртыуҙы “һә” тигәнсә башҡарып та булмай, бының өсөн ниндәй ирет­мәләр кәрәклеген дә белеү мөһим. Был ҡыйынлыҡ тыуҙырманымы?
– Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Музеология”, “Реставрация һәм консервация нигеҙе” фәнен ун йыл уҡыттым. Яңыртыу теорияһын белгәс, был эшкә тотоноу икеләнеү тыуҙырманы. Ғөмүмән, мин Салауат Юлаевтың Эстонияла йәшәгән осорон быуат башынан уҡ ныҡлап өйрәнәм. Сит илдә ҡала мэрияһы алдында торған бюстың торошон даими күҙәтергә тейеш­беҙ тип уйлайым. Ә ундағы халыҡтың, ысынлап та, батырыбыҙға ҡарата хөрмәте ҙур. 2004 йылда Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев музейын астыҡ, ә быйыл шун­дағы экспонаттар мэрия холына күсерелде.
– Бюсты Палдискиҙың Ҡала көнөнә ҡәҙәр яңыртып ҡуйғанһығыҙ. Ул осорҙа Рамаҙан айы ине, тимәк, сауап та ал­ған­һығыҙ. Батырыбыҙ бюсының сит ерҙә балҡып тороуы ғорурлыҡ хисе уята. Ә Эстония хөкүмәте, ябай халыҡ быны нисек ҡабул итте?
– Унда буш ҡул менән барманыҡ. Яңыр­тыу эшен тамамлағас, иртәгәһенә респуб­ли­кабыҙҙан тағы ла бер төркөм яҡ­та­шы­быҙ­ҙы – филармония солисы, ҡу­рай­сы Азат Биксуринды, Салауат ҡала­һынан Елена Жаринова етәкселегендәге “Ағиҙел” ансамбле бейеүселәрен, милли көрәш буйынса спорт мастерҙары Альберт Рәхмә­туллин менән Рөстәм Исламовты — ҡаршы алдыҡ. Башҡортостандан килгән артистар тарафынан Таллиннда концерт күрһәте­лә­сә­ге халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары аша еткерелгәйне. Был көндө башҡорт ҡурайы, милли бейеү көйҙәребеҙ ҡаланың милли-мәҙәни үҙәгендә яңғырап торҙо. Концертҡа Эстонияла йәшәгән башҡорттар ҙа килде.
Палдискиҙағы Ҡала көнөндә һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған спорт байрамында беҙҙең делегация ла ҡатнашты. Уны асыу тантана­һын­да һүҙ алған ҡала мэры Тийт Пеэду менән Эстониялағы Рәсәй илсеһе вазифаһын ва­ҡытлыса башҡарыусы Станислав Мака­ре­н­коның әйтеүенсә, был байрам батыр ру­хын онотмау менән дә мәртәбәле. Баш­ҡортостан делегацияһы етәксеһе булараҡ мин, шулай уҡ Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина сығыш яһаныҡ. Байрамға Татарстан, Поль­ша, Яҡут (Саха), Латвия вәкилдәре лә кил­гәйне. Аҙаҡтан Рәсәйҙең Хәрби-Диңгеҙ фло­ты, концлагерь тотҡонлоғо ветерандары Салауат Юлаев бюсына сәскә һалды.
Шул уҡ көндә Изге Георгий Победоносец сиркәүендә милли батырыбыҙға арналған конференция уҙғарылды. Беҙҙең килеүгә Салауат Юлаев исемендәге халыҡ-ара клуб рәйесе Валерий атаҡай Назаренко көтөлмәгән бүләк әҙерләп ҡуйған: башҡорт ҡаһарманынан тартып алынған пистолет менән хәнйәрҙе күрһәтте.
– Ҡоралдарҙы тотоп ҡарағанда баты­рыбыҙҙың ҡулын ҡыҫҡандай булған­һы­ғыҙҙыр инде... Эстония менән хуш­лашыу нисек үтте?
– Тулҡынландырғыс мәл кисерҙек. Палдиски урамдары буйлап тынлы оркестр көйө аҫтында төрлө делегация һәм ҡала халҡы менән байрам тантанаһында йөрө­нөк. Оркестр артынан милли кейемдә Башҡортостан байрағын күтәреп барғанда Тыуған илебеҙ, батырыбыҙ өсөн күңелдән ғорурлыҡ тойғоһо урғылып сыҡты. Аҙаҡ митингта ҡатнаштыҡ. Беҙҙең артистар ҡала­ла гөрләтеп концерт ҡуйҙы. Флүзә Хәй­рул­лина етәкселегендәге “Ағиҙел” баш­ҡорт ойош­маһы ағзалары Палдискиҙа йә­шәгәндәр өсөн бәләкәй һабантуй ойош­орҙо. Олоһо ла, кесеһе лә милли ғөрөф-ғәҙәтте сағыл­дырған уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Ә ҡала етәкселеге Башҡортостан байрағы төшө­рөлгән 100 килограмлыҡ торт бешереп, һәр кемде һыйланы.
Эстония менән дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығытыу, башҡорт халҡының милли баты­ры Салауат Юлаев тураһындағы иҫтәлекте быуындан быуынға тапшырыу, һаҡлау – изге бурысыбыҙ.
– Эйе, бындай дуҫлыҡтың йәш бы­уын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте ифрат ҙур. Сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн рәхмәт, Ғәли Фәйзрахман улы!

БДУ студенты Динара КӘРИМОВА әңгәмә ҡорҙо.



Вернуться назад