Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағыла ҡурай моңо
Һаҡмар буйында, данлы Таштүре ҡуйынында ултырған Иҫке Яҡуп ауылында мәшһүр ҡурайсы яҡташтарыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтов менән Рөстәм Шәриповтың яҡты иҫтәлегенә арнап, “Мәҙәниәт йылында 100 иң һәйбәт ваҡиға” республика конкурсына ярашлы, “Таштүре” тигән төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһе булды.

Унда Урал аръяғындағы район-ҡалаларҙан, Өфөнән, Благовар районынан килгән өс тиҫтәнән ашыу ҡу­райсы һәм алты ансамбль, ике төр­көмгә бүленеп, үҙ һәләттәрен күрһәт­те. Әлбиттә, сығыш­тарҙа төп урынды Ишмулла ағайҙың көйҙәре биләне. Баһалама комиссияһына И. Дилмөхә­мәтов исемендәге премия­ның беренсе лауреаты, Салауат Юла­ев исе­мен­дәге дәүләт премияһы лау­реаты, ха­лыҡ артисы, яҡташыбыҙ Азат Айыт­ҡолов етәкселек итте.
Конкурс хужаларҙың “Таштүре итә­гендә” бейеүе менән асылды. Унан ҡунаҡтарҙы һәм бәйге­се­ләрҙе Матрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгиз Аҡҡусҡаров тәбрикләп, уңыштар теләне. Азат Айытҡолов иһә Ишмулла ағай менән бергә эшләү дәүерендәге хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сәхнәгә башта бер-бер артлы 16 йәш­кә тиклемге үҫмер ҡурайсылар, артабан ансамблдәр күтәрелде, һуңы­нан сират тәжрибә туплап өлгөргән ир-егеттәргә етте.
Һыҙҙырып ҡурайҙа уйнап, көй артынан көй ағы­ла торғас, йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте. Һөҙөмтәлә ансамблдәр араһында (үҫмерҙәр) Ейәнсура райо­ны­ның “Ете таж” төркөмө (етәксеһе – И. Хөсәйенов) еңеүсе булһа, икенсе урын Хәйбулла районының “Үҫәр­гән”е­нә ( етәксеһе – И. Юнысов) бирелде. Өлкәндәр араһында Хәй­булла­нан “Түңгәүер” (етәксеһе – И. Юнысов) еңеүсе тип танылды. Баймаҡтан У. Аслаев етәкселегендәге ансамбль — икенсе һәм хужаларҙың Д. Нәҙерғолов әҙерләп алып килгән төркөмө өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында 16 йәшкә тиклемгеләрҙән Юлай Ҡаси­мов менән Әғләм Юлгилдин (икеһе лә – Йылайырҙан) тәүге ике урынды яуланы. Өлкәндәрҙән Илдар Юнысов (Хәйбулла) еңеүсе булды, икенсе урынға – Баймаҡтан килгән билдәле йырсы Юнир Һағынбаев, өсөнсөгә Исҡужанан Динар Абдуллин сыҡты.
Шулай уҡ Ғәлинур менән Илгиз Нәҙерғолов (Йылайыр), Рәүеф Ҡан­сурин, Рәмил Хәсәнов (Баймаҡ), Илмир Ҡоҙабаев (Благовар) төрлө номинацияла баһаланды. Конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһына ла Маҡ­тау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Һуңынан ойошторолған концертта Юлдыбайҙан Фатима Айытҡолова менән Матрайҙан Гөлсимә Сәйетова боронғо халыҡ йырҙарын тәҡдим итте. Илдар Юнысовтың “Кәкүккәй”, Азат Айытҡоловтың “Шафиҡ”, “Ҡолой кантон” һәм Ишмулла ағай көйҙәрен оҫта башҡарыуы үҙе бер өлгө кеүек тойолдо. Юнир Һағынбаевтың Ишмулла Дилмөхәмәтов менән Рөстәм Шәриповтың яҡты иҫтәлегенә бағыш­лап башҡарған йыры күңелдәге һа­ғыш, ғорурлыҡ тойғоларын көсәйтеп ебәрҙе.
Быуаттар төпкөлөнән беҙҙең быуын ҡулына килеп эләккән хазинаның — ҡурайҙың – баһаһы бер ҡасан да төш­мәҫенә шик юҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779