Һаҡмар буйында, данлы Таштүре ҡуйынында ултырған Иҫке Яҡуп ауылында мәшһүр ҡурайсы яҡташтарыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтов менән Рөстәм Шәриповтың яҡты иҫтәлегенә арнап, “Мәҙәниәт йылында 100 иң һәйбәт ваҡиға” республика конкурсына ярашлы, “Таштүре” тигән төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһе булды.
Унда Урал аръяғындағы район-ҡалаларҙан, Өфөнән, Благовар районынан килгән өс тиҫтәнән ашыу ҡурайсы һәм алты ансамбль, ике төркөмгә бүленеп, үҙ һәләттәрен күрһәтте. Әлбиттә, сығыштарҙа төп урынды Ишмулла ағайҙың көйҙәре биләне. Баһалама комиссияһына И. Дилмөхәмәтов исемендәге премияның беренсе лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Азат Айытҡолов етәкселек итте.
Конкурс хужаларҙың “Таштүре итәгендә” бейеүе менән асылды. Унан ҡунаҡтарҙы һәм бәйгеселәрҙе Матрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгиз Аҡҡусҡаров тәбрикләп, уңыштар теләне. Азат Айытҡолов иһә Ишмулла ағай менән бергә эшләү дәүерендәге хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сәхнәгә башта бер-бер артлы 16 йәшкә тиклемге үҫмер ҡурайсылар, артабан ансамблдәр күтәрелде, һуңынан сират тәжрибә туплап өлгөргән ир-егеттәргә етте.
Һыҙҙырып ҡурайҙа уйнап, көй артынан көй ағыла торғас, йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте. Һөҙөмтәлә ансамблдәр араһында (үҫмерҙәр) Ейәнсура районының “Ете таж” төркөмө (етәксеһе – И. Хөсәйенов) еңеүсе булһа, икенсе урын Хәйбулла районының “Үҫәргән”енә ( етәксеһе – И. Юнысов) бирелде. Өлкәндәр араһында Хәйбулланан “Түңгәүер” (етәксеһе – И. Юнысов) еңеүсе тип танылды. Баймаҡтан У. Аслаев етәкселегендәге ансамбль — икенсе һәм хужаларҙың Д. Нәҙерғолов әҙерләп алып килгән төркөмө өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында 16 йәшкә тиклемгеләрҙән Юлай Ҡасимов менән Әғләм Юлгилдин (икеһе лә – Йылайырҙан) тәүге ике урынды яуланы. Өлкәндәрҙән Илдар Юнысов (Хәйбулла) еңеүсе булды, икенсе урынға – Баймаҡтан килгән билдәле йырсы Юнир Һағынбаев, өсөнсөгә Исҡужанан Динар Абдуллин сыҡты.
Шулай уҡ Ғәлинур менән Илгиз Нәҙерғолов (Йылайыр), Рәүеф Ҡансурин, Рәмил Хәсәнов (Баймаҡ), Илмир Ҡоҙабаев (Благовар) төрлө номинацияла баһаланды. Конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһына ла Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Һуңынан ойошторолған концертта Юлдыбайҙан Фатима Айытҡолова менән Матрайҙан Гөлсимә Сәйетова боронғо халыҡ йырҙарын тәҡдим итте. Илдар Юнысовтың “Кәкүккәй”, Азат Айытҡоловтың “Шафиҡ”, “Ҡолой кантон” һәм Ишмулла ағай көйҙәрен оҫта башҡарыуы үҙе бер өлгө кеүек тойолдо. Юнир Һағынбаевтың Ишмулла Дилмөхәмәтов менән Рөстәм Шәриповтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап башҡарған йыры күңелдәге һағыш, ғорурлыҡ тойғоларын көсәйтеп ебәрҙе.
Быуаттар төпкөлөнән беҙҙең быуын ҡулына килеп эләккән хазинаның — ҡурайҙың – баһаһы бер ҡасан да төшмәҫенә шик юҡ.