Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
"Тыума"
Башҡорт әҙәбиәтендә новелла жанры киң таралмаған. Итальян теленән килеп ингән был һүҙ башҡортса “яңылыҡ” тигән мәғәнәгә эйә. Ләкин уны фәһемле йә кинәйәле хикәйә тип әйтһәк, аңлайышлыраҡ булыр, моғайын. Ысынлап та, новелланың нигеҙендә көтөлмәгән фәһемле яңы фекер ята, һәм ул уҡыусыны һиҫкәндереп ебәрә, уйланырға мәжбүр итә.
Һуңғы йылдарҙа гәзит-журнал биттәрендә новеллалар күренгеләй башланы. Уларҙың авторы – Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға уның икәүһен тәҡдим итәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың һиҙгер йөрәге менән тойоп яҙылған был әҫәрҙәр күңелегеҙгә хуш килер, тип өмөтләнәбеҙ.




Ҡапҡа асылып, күршеһе Рәхимдең башы күренгәс, күтәрмәлә ултырған Басир, йөҙөн сирылтып, теш араһынан сырт итеп төкөрөп ҡуйҙы. Яратмай ул ошо тиҫтерен. Тыума бит ул. Атаһын күргәне лә, белгәне лә юҡ. Ғүмер буйы яңғыҙ әсәһе менән ауыл халҡының ул-был йомошон башҡарып көн итте. Көтөү көттө, бесән сапты, утын ташыны. Кеше лә үҙен яратып, ҙурлап торҙо.
Басир иһә Рәхимде бала саҡтан һөйһөнмәне. Малай саҡта урамда пыр туҙып һуғышалар ҙа, Басир еңелә башлаһа, күршеһен: “Ә һинең атайың юҡ, ә һинең атайың юҡ!” – тип илатып ҡайтарып ебәрер ине. Уныһы сәғәттәй күренмәй тора ла тағы уйнарға тип йүгереп ки­леп етә. Үҫә төшөп, ҡул араһына ингәс, бөтөнләй Басирҙарҙан ҡайтышма­ны. Атаһы кәртә-ҡура тирәһендәге бөтә эште уға ҡушты. Үҙһүҙле, ҡарышҡыр улы үсектениһә, шул тыуманы саҡыра ла ҡуя. “Кем үҙен эшкә өйрәтһен? Ә ир кеше донъя тотҡаһы булырға тейеш”, – тип өҫтәп тә ебәрә.
Басирҙың уның һайын йәне көйә. Үҙен тиң тотоп, эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлөп йөрөгәнен ене һөймәй. Ә атаһының: “Маладис, улым. Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн”, – тип маҡтап, усына аҡса йомдорғанын күрһә, асыуынан шартларҙай була.
Шулай егет ҡорона еттеләр. Басир әллә ни тырышып бер ни ҙә ҡыйратманы. Әҙергә бәҙер йәшәне. Ашайым тиһә – ашы, кейәйем тиһә кейеме булды. Бер ҡаҙаҡ та ҡаҡмай, атай донъяһы ышығында ел-ямғыр теймәй иркә үҫте кинйә малай.
Ә Рәхим һәр эштең рәтен-сиратын белде. Сараһыҙҙан, атайһыҙлыҡтан. Өлөшөнә яҙған яҙмышының әсе һурпаһын татып буй еткерҙе.
Бына әле ошо күршеһен күреп, тағы сырайы һытылды Басирҙың. Түшәктә ауыр хәлдә ятҡан атаһының саҡыртырға ҡушҡанын белеп кенә өндәшмәне. Рәхимдең һаулығын да алмай өйгә ыңғайланы. Атаһы янына ингәс тә ситкәрәк, тәҙрә янынараҡ, барып баҫҡайны ла, ауырыу ҡулы менән иҙәп, эргәһенә саҡырғас, яҡыныраҡ килде. Унда ла, Рәхимдән ерәнгәндәй, башын ситкә борҙо.
Ҡарт башын күтәреберәк шылып ятты ла һүҙ алды:
– Көндәрем һанаулы. Тыуымдан ҡалмаған үлемдән ҡалмаҫ, ти. Мин дә был мәлде көттөм. Һеҙҙе ошолай йыйырымды белеп көттөм.
Басир менән Рәхим бер-береһенә һораулы ҡарашып ҡуйҙы. Йәнәһе, үлергә ятҡан кешенең ниндәй ­һата­шыуы был?
– Басир улым, һиңә йорт һалып, башҡа сығарҙым. Машина алып бирҙем. Туйыңды ҙурлап үткәрҙем. Һинең алдыңда атайлыҡ бурысымды тулыһынса атҡарҙым. Ә бына Рә­хим улым алдында – юҡ. Эйе-эйе, һин дә – минең улым. Хәлемдән килгәнсә көнитмешең­де еңеләйтергә тырыштым. Хоҙай алдында ла, әсәйең алдында ла улым икәнлегеңде таныным. Ләкин мир алдында “атайһыҙ” тигән мөһөрҙән аралай алманым, кисер. Шуның иҫәбенә бөгөнгө һүҙҙәремде ҡабул ит: булған донъямды һиңә васыят итәм. Күреп-белеп торам, һин уны һәйбәт көтәсәкһең. Нигеҙемә серергә юл ҡуймаясаҡһың.
Басирҙың йөҙө тәүҙә ағарҙы, шунан ҡыҙарҙы. Урттары сәйнәлде. Бына бит ниндәй хикмәт: ғүмер буйы “тыума” тип йөрөткән күршеһе уның менән типә-тиң булып баҫып тора. Хатта бер башҡа ҡалҡыуыраҡ та әле.
Бөгөн – һин, иртәгә – ул. Донъя – ҡуласа.







Буштың атаһы үлгән

Олимпиадаларҙа ҡатнашып, алдынғы урынға сыҡҡан балаларға мәктәптән йүнәлешле лагерға юллама бирәсәктәр тигәс, Нәзифә үҙҙҙәренә өндәшеүҙәрен көтә биреберәк йөрөнө. Сәбәп бар: улы район ярышында еңеүсе булғайны. Әммә көн артынан көн үтте, уға шылтыратып та, саҡыртып та әйтеүсе табылманы. Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар тигәнде иҫенә төшөрөп, директорға үҙе китте.
– Нәзифә Мөхтәровна, шәп уҡыу­сылар беҙҙә быуа быуырлыҡ. Ә юллама ни бары икәү генә. Тәғәйен хужаларына күптән бүленгән инде. Йә, юҡҡа кәйефегеҙ ҡырылмаһын, – тине уныһы ҡоро ғына.
“Шулай инде, елле машинала елдергән, ҡатлы-ҡатлы коттедж һалдырған кешегә юллама бүстәк нәмә инде ул”, – тип эстән әсенеп, йомошо уңмай ҡайтып китте ҡатын. Юл буйы, көслөнөкө – замана, тип ғәҙелһеҙлеккә йәне көйөп барҙы. Ләкин Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, уларға ла бәхет йылмайҙы. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығынан шылтыратып, бер янып барған юллама барлығын, улының уңышын иҫәпкә алып, шуны тап уға тәҡдим итеүҙәрен белдерҙеләр. Риза булһалар, тиҙ генә документ-маҙар юллауҙарын үтенделәр.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына! Улы ҡарауһыҙ урам ҡыҙырмаҫ, исмаһам! Нәзифә ҡыуа­нысынан ни эшләргә лә белмәне. Шунда уҡ белешмә-фәлән әтмәләп, кәрәк-яраҡ йүнләп тә ҡуйҙы.
Өс көндән юлға сығырға ваҡыт етте. Шуныһы һәйбәт: балаларҙы төркөмгә туплап, етәксе алып китә икән. Шау-гөр килгән ҡыҙҙар-малайҙар, уларҙың ата-әсәһе менән шығырым тулғайны автобус ҡуҙғала тор­ған майҙансыҡ. Шул гөжләүҙә лә артында үтә таныш тауышты ишетеп, тертләп китте Нәзифә.
– Һы, ҡарале, бынау хәйерсе лә балаһын лагерға ебәрә, әйкәйем. Хөрәсән, кеше булған... – Уға тишә яҙып ҡарап торған ике ҡатындың береһе – төкөрөгөн зәһәр сәскәне – хеҙмәттәше Хөмәйрә ине. Улдары ла бер класта уҡый уларҙың.
Абау, Хөмәйрә лә улын оҙата, имеш. Тимәк, мәктәптәренә бүленгән ике юлламаның береһе уға тәтегән. Һуң ул бала олимпиадала ҡатнашып еңеү түгел, уҡыуҙа йүнле-рәтле алдыра алмай ҙа баһа!.. Нәзифә аптырапмы-аптыраны. Ярай әле шул мәлдә автобусҡа ултырырға саҡырҙылар.
...Эшкә күмелеп, бер айҙың уҙғанын да һиҙмәне ҡатын. Баҡһаң, ял мәле лә аҙағына яҡынлашып, балаларҙы барып алырға ваҡыт еткән. Лагерь шау-гөр килә. Ҡапҡа алдында осрашыу шатлығынан йөҙҙәре ҡояштай балҡыған ҡыҙҙар, малайҙар, атайҙар, әсәйҙәр ҡайнаша. Шул ила­һилыҡты боҙоп, полиция хеҙмәткәрҙәренең пәйҙә булыуы барыһын да һағайтты.
– Хөрмәтле ата-әсәләр, балалар! Беҙгә бер мәсьәләне асыҡларға кәрәк булыр. Гражданка Хөмәйрә Сәмиеваның улы ҡиммәтле әйберҙәрен юғалтҡан... – тип уларҙың береһенең башлаған һүҙен, әсе сәрелдәп, Хөмәйрә бүлдерҙе:
– Юғалтмаған, ә урлағандар! Утыҙ мең һумлыҡ телефонын, өс меңлек күлдәген!..
Ҡатындың артабанғы һүҙҙәре ха­лыҡ төркөмөнөң геүләүендә батты. Кемдер: “Ниңә балаға ул хәтлем ҡый­батлы әйберҙәр биреп ебәрергә һуң?!” – тип ҡысҡырҙы. Икенсе бе­рәү: “Ай-һай, шыттыра түгелме?” – тип башын сайҡаны.
Нәзифә генә аптыраманы. “Буштың атаһы үлгән был донъяла”, – тип үҙ алдына шыбырлап ҡына ҡуйҙы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илдар
    Илдар от 22.08.2014, 10:18
    Рәсүл Сәғитов "хикмәтле хикәйә" тигән жанрҙы индерҙе бит, китаптары ла сыҡты, ошо булһын әйҙә.

  2. Ләйсән Солтанова
    Ләйсән Солтанова от 24.08.2014, 09:40
    бер ҡыҙығын да тапманымсы... Новеллала мотлаҡ тәрәнтен сер ятырға тейеш. Ә бында алдан уҡ билдәле ине нимә менән бөтөсәге...

  3. ҡунаҡ
    ҡунаҡ от 25.08.2014, 09:16
    новелланың нигеҙендә көтөлмәгән фәһемле яңы фекер ята, һәм ул уҡыусыны һиҫкәндереп ебәрә, уйланырға мәжбүр итә, тип аңлатма бирәһегеҙ... әммә хикәйәләр был аңлатмаға тап килмәгән кеүегерәк. Бәлки әҙ-мәҙ деталдәр индереп, сатирик хикәйәләргә еткереп ҡарарғалыр?

  4. Гөлдәр
    Гөлдәр от 26.08.2014, 11:17
    Хәйерле көн! Бөтә хикәйәләремде лә тәүҙә тәжрибәлерәк яҙыусыларға уҡытып алам. Шикләнеберәк, был әҫәрҙәрҙе лә Әхмәр Үтәбайға күрһәткәйнем, эйе, новелла бит был тине.

    Клиент һәр саҡ хаҡлы. Хикмәтле хикәйә тиеүгә лә ҡаршы түгелмен.

  5. mugazza
    mugazza от 01.09.2014, 00:44
    Цитата: Илдар
    Рәсүл Сәғитов "хикмәтле хикәйә" тигән жанрҙы индерҙе бит, китаптары ла сыҡты, ошо булһын әйҙә.
    . Самый что ни на есть ИНША был. Мопассандың новеллалларын уҡығыҙ. Башҡа классиктарҙың әҫәрҙәренә лә күҙ һалығыҙ. Үҙенең генийлығына һис кенә лә шикләнмәгән өс йөҙләгән башҡорт яҙыусылар отрядын арттырыу менән шөғөлләнмәһәгеҙ ҙә була.

  6. Фәрит
    Фәрит от 02.09.2014, 09:33
    mugazzaға:"Әй, башҡорттоң бер-береһе өсөн тар күңеллелеге! Кәңәш бир улайһа. Йәки үҙең яҙып күрһәт. Исемеңде
    әйтмәйенсә ҡапҡа аҫтынан теш ыржайтаһың".

  7. Альбина
    Альбина от 04.09.2014, 17:45
    Цитата: Фәрит
    mugazzaға:"Әй, башҡорттоң бер-береһе өсөн тар күңеллелеге! Кәңәш бир улайһа. Йәки үҙең яҙып күрһәт. Исемеңде
    әйтмәйенсә ҡапҡа аҫтынан теш ыржайтаһың".

    Дөрөҫ! Бик дөрөҫ! Шулайтып, сәүек эт шикелле, аҫтан салғыйҙы ғына тешләргә шәпбеҙ шул! Башҡа халыҡты бик маҡтайҙыр әле, йүнһеҙ! "Кешегә ҡырҡ тапҡыр: "Сусҡа", тиһәң, мырҡылдай башлай, ти." Бер-беребеҙҙе күтәрмәләп торайыҡ, әйҙәгеҙ! Күңелдәребеҙҙе үҫтереп! Вәт шунда беҙҙең дә "ҡаҙаныбыҙҙың ҡапҡасын ябыулы тоторға мәжбүр булырҙар" тегендә (көләмәсте күҙ уңында тотам).

  8. Айҙар
    Айҙар от 06.09.2014, 09:17
    Бик яратып уҡып сыҡтым. Юер ҙә алдан уҡ нәмә менән бөтәсәге беленмәй. Юҡты һөйләмәгеҙ! Гөлдәр Бүләкбаеваның хикәйәләрен күптән яратып уҡып барам. Ә бына журналист булараҡ беҙҙә уға еткән кеше юҡ. Һеҙгә авторҙың "Хужа ҡаҙыуы" тигән хикәйһен дә табып уҡырға тәҡдим итер инем. Бөгөн әллә ниндәй исемдәргә лайыҡ булған ҡәләм әһелдәренә лә ул бына нисек яҙырға кәрәк тигән өлөгө булыр ине. Афарин, гөлдәр! Уңыштар һиңә!

  9. Фируза
    Фируза от 10.09.2014, 11:08
    Казанда йәшәйем, гәзитте карап барам. Сыгышым Башкортостандан. Кызыклы мәкәлә-әҫәрләр була, әммә һирәк. Гөлдәр Бүләкбаеванын яҙмалары новеллага яҡын да килмәй - уныһы хаҡ. Айҙар тигән егет яҡлаған була ла ул, ул да донъя классикаһы менән таныш түгелдер, моғайын. Берәү иһә шунда уҡ әрләшергә тотонған - кәнәш бир, үҙен яҙып ҡара, имеш. Ябай уҡыусы УҠЫРҒА, баһаларҡа ғына тейеш, тап унын фекере авторҙа йә күтәрә, йә батыра. Һәр кем яҙып ултыра алмай инде. Әгәр шәп яҙма булһа, шулай тип әйтер инеләр. Ә бында ябай уймаҡ хикәйәгә тартым әҫәр. Мәғәнәһе лә, яҙыу оҫталығы ла әлегә түбәнерәк. Авторға - уныштар!

  10. Мансур
    Мансур от 12.09.2014, 09:36
    Илдар! Наҙан булма! Хикмәтле хикәйә жанрын Рәсүл Сәғитов индермәне. Ул күптән бар. Мәҫәлән, ваҡытында Зиннур Ураҡсин күп яҙҙы.
    Башҡорттарым, әйҙәгеҙ, талашмайыҡ, бер-беребеҙгә сүп өймәйек. Үҙегеҙ халҡым, илем тип йөрөгән булаһығыҙ, шиғырҙар яҙаһығыҙ, үҙегеҙ берәйһе саҡ ҡына күренә башлаһа, эсегеҙ көтөрләй, нисек тә хурларға тырышаһығыҙ. Ә берәйһе баш мөхәррир булһа, булыр-булмаҫ нәмәһен дә күккә сөйөп маҡтайһығыҙ, гәзит тултырып яҙаһығыҙ. Әҙерәк әҙәплерәк, объектив булайыҡ.

  11. Таңһылыу
    Таңһылыу от 16.09.2014, 19:19
    Ташты һыу шымарта, ә яҙыусыны- уҡыусылар фекере.Уңыштар һеҙгә. Һеҙ яҙа алаһығыҙ.

  12. илшат
    илшат от 22.09.2014, 18:18
    Ураҡсин ағайыбыҙ уймаҡ хикәйәләр яҙҙы, белмәгәнде раҫламағыҙ әле. Уларҙың күләме шулай уймаҡтай ғына ине. Ә бында хикмәт тураһында бара һүҙ. Ҙурыраҡ бит былар.

  13. Илмир
    Илмир от 23.09.2014, 11:32
    Зиннур Ураҡсин, кем белмәй, УЙМАҠ хикәйәләр яҙҙы. Йәғни - бик ҡыҫҡа, төп үҙенсәлеге шул. Хикмәтле - икенсерәк, улар ҙурыраҡ та, мәғәнәһе лә бүтән. Кешене наҙанлыҡта ғәйепләп, үҙеңдең белмәүең - хөрт.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779