"Тыума"22.08.2014
"Тыума"
Башҡорт әҙәбиәтендә новелла жанры киң таралмаған. Итальян теленән килеп ингән был һүҙ башҡортса “яңылыҡ” тигән мәғәнәгә эйә. Ләкин уны фәһемле йә кинәйәле хикәйә тип әйтһәк, аңлайышлыраҡ булыр, моғайын. Ысынлап та, новелланың нигеҙендә көтөлмәгән фәһемле яңы фекер ята, һәм ул уҡыусыны һиҫкәндереп ебәрә, уйланырға мәжбүр итә.
Һуңғы йылдарҙа гәзит-журнал биттәрендә новеллалар күренгеләй башланы. Уларҙың авторы – Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға уның икәүһен тәҡдим итәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың һиҙгер йөрәге менән тойоп яҙылған был әҫәрҙәр күңелегеҙгә хуш килер, тип өмөтләнәбеҙ.




Ҡапҡа асылып, күршеһе Рәхимдең башы күренгәс, күтәрмәлә ултырған Басир, йөҙөн сирылтып, теш араһынан сырт итеп төкөрөп ҡуйҙы. Яратмай ул ошо тиҫтерен. Тыума бит ул. Атаһын күргәне лә, белгәне лә юҡ. Ғүмер буйы яңғыҙ әсәһе менән ауыл халҡының ул-был йомошон башҡарып көн итте. Көтөү көттө, бесән сапты, утын ташыны. Кеше лә үҙен яратып, ҙурлап торҙо.
Басир иһә Рәхимде бала саҡтан һөйһөнмәне. Малай саҡта урамда пыр туҙып һуғышалар ҙа, Басир еңелә башлаһа, күршеһен: “Ә һинең атайың юҡ, ә һинең атайың юҡ!” – тип илатып ҡайтарып ебәрер ине. Уныһы сәғәттәй күренмәй тора ла тағы уйнарға тип йүгереп ки­леп етә. Үҫә төшөп, ҡул араһына ингәс, бөтөнләй Басирҙарҙан ҡайтышма­ны. Атаһы кәртә-ҡура тирәһендәге бөтә эште уға ҡушты. Үҙһүҙле, ҡарышҡыр улы үсектениһә, шул тыуманы саҡыра ла ҡуя. “Кем үҙен эшкә өйрәтһен? Ә ир кеше донъя тотҡаһы булырға тейеш”, – тип өҫтәп тә ебәрә.
Басирҙың уның һайын йәне көйә. Үҙен тиң тотоп, эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлөп йөрөгәнен ене һөймәй. Ә атаһының: “Маладис, улым. Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн”, – тип маҡтап, усына аҡса йомдорғанын күрһә, асыуынан шартларҙай була.
Шулай егет ҡорона еттеләр. Басир әллә ни тырышып бер ни ҙә ҡыйратманы. Әҙергә бәҙер йәшәне. Ашайым тиһә – ашы, кейәйем тиһә кейеме булды. Бер ҡаҙаҡ та ҡаҡмай, атай донъяһы ышығында ел-ямғыр теймәй иркә үҫте кинйә малай.
Ә Рәхим һәр эштең рәтен-сиратын белде. Сараһыҙҙан, атайһыҙлыҡтан. Өлөшөнә яҙған яҙмышының әсе һурпаһын татып буй еткерҙе.
Бына әле ошо күршеһен күреп, тағы сырайы һытылды Басирҙың. Түшәктә ауыр хәлдә ятҡан атаһының саҡыртырға ҡушҡанын белеп кенә өндәшмәне. Рәхимдең һаулығын да алмай өйгә ыңғайланы. Атаһы янына ингәс тә ситкәрәк, тәҙрә янынараҡ, барып баҫҡайны ла, ауырыу ҡулы менән иҙәп, эргәһенә саҡырғас, яҡыныраҡ килде. Унда ла, Рәхимдән ерәнгәндәй, башын ситкә борҙо.
Ҡарт башын күтәреберәк шылып ятты ла һүҙ алды:
– Көндәрем һанаулы. Тыуымдан ҡалмаған үлемдән ҡалмаҫ, ти. Мин дә был мәлде көттөм. Һеҙҙе ошолай йыйырымды белеп көттөм.
Басир менән Рәхим бер-береһенә һораулы ҡарашып ҡуйҙы. Йәнәһе, үлергә ятҡан кешенең ниндәй ­һата­шыуы был?
– Басир улым, һиңә йорт һалып, башҡа сығарҙым. Машина алып бирҙем. Туйыңды ҙурлап үткәрҙем. Һинең алдыңда атайлыҡ бурысымды тулыһынса атҡарҙым. Ә бына Рә­хим улым алдында – юҡ. Эйе-эйе, һин дә – минең улым. Хәлемдән килгәнсә көнитмешең­де еңеләйтергә тырыштым. Хоҙай алдында ла, әсәйең алдында ла улым икәнлегеңде таныным. Ләкин мир алдында “атайһыҙ” тигән мөһөрҙән аралай алманым, кисер. Шуның иҫәбенә бөгөнгө һүҙҙәремде ҡабул ит: булған донъямды һиңә васыят итәм. Күреп-белеп торам, һин уны һәйбәт көтәсәкһең. Нигеҙемә серергә юл ҡуймаясаҡһың.
Басирҙың йөҙө тәүҙә ағарҙы, шунан ҡыҙарҙы. Урттары сәйнәлде. Бына бит ниндәй хикмәт: ғүмер буйы “тыума” тип йөрөткән күршеһе уның менән типә-тиң булып баҫып тора. Хатта бер башҡа ҡалҡыуыраҡ та әле.
Бөгөн – һин, иртәгә – ул. Донъя – ҡуласа.







Буштың атаһы үлгән

Олимпиадаларҙа ҡатнашып, алдынғы урынға сыҡҡан балаларға мәктәптән йүнәлешле лагерға юллама бирәсәктәр тигәс, Нәзифә үҙҙҙәренә өндәшеүҙәрен көтә биреберәк йөрөнө. Сәбәп бар: улы район ярышында еңеүсе булғайны. Әммә көн артынан көн үтте, уға шылтыратып та, саҡыртып та әйтеүсе табылманы. Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар тигәнде иҫенә төшөрөп, директорға үҙе китте.
– Нәзифә Мөхтәровна, шәп уҡыу­сылар беҙҙә быуа быуырлыҡ. Ә юллама ни бары икәү генә. Тәғәйен хужаларына күптән бүленгән инде. Йә, юҡҡа кәйефегеҙ ҡырылмаһын, – тине уныһы ҡоро ғына.
“Шулай инде, елле машинала елдергән, ҡатлы-ҡатлы коттедж һалдырған кешегә юллама бүстәк нәмә инде ул”, – тип эстән әсенеп, йомошо уңмай ҡайтып китте ҡатын. Юл буйы, көслөнөкө – замана, тип ғәҙелһеҙлеккә йәне көйөп барҙы. Ләкин Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, уларға ла бәхет йылмайҙы. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығынан шылтыратып, бер янып барған юллама барлығын, улының уңышын иҫәпкә алып, шуны тап уға тәҡдим итеүҙәрен белдерҙеләр. Риза булһалар, тиҙ генә документ-маҙар юллауҙарын үтенделәр.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына! Улы ҡарауһыҙ урам ҡыҙырмаҫ, исмаһам! Нәзифә ҡыуа­нысынан ни эшләргә лә белмәне. Шунда уҡ белешмә-фәлән әтмәләп, кәрәк-яраҡ йүнләп тә ҡуйҙы.
Өс көндән юлға сығырға ваҡыт етте. Шуныһы һәйбәт: балаларҙы төркөмгә туплап, етәксе алып китә икән. Шау-гөр килгән ҡыҙҙар-малайҙар, уларҙың ата-әсәһе менән шығырым тулғайны автобус ҡуҙғала тор­ған майҙансыҡ. Шул гөжләүҙә лә артында үтә таныш тауышты ишетеп, тертләп китте Нәзифә.
– Һы, ҡарале, бынау хәйерсе лә балаһын лагерға ебәрә, әйкәйем. Хөрәсән, кеше булған... – Уға тишә яҙып ҡарап торған ике ҡатындың береһе – төкөрөгөн зәһәр сәскәне – хеҙмәттәше Хөмәйрә ине. Улдары ла бер класта уҡый уларҙың.
Абау, Хөмәйрә лә улын оҙата, имеш. Тимәк, мәктәптәренә бүленгән ике юлламаның береһе уға тәтегән. Һуң ул бала олимпиадала ҡатнашып еңеү түгел, уҡыуҙа йүнле-рәтле алдыра алмай ҙа баһа!.. Нәзифә аптырапмы-аптыраны. Ярай әле шул мәлдә автобусҡа ултырырға саҡырҙылар.
...Эшкә күмелеп, бер айҙың уҙғанын да һиҙмәне ҡатын. Баҡһаң, ял мәле лә аҙағына яҡынлашып, балаларҙы барып алырға ваҡыт еткән. Лагерь шау-гөр килә. Ҡапҡа алдында осрашыу шатлығынан йөҙҙәре ҡояштай балҡыған ҡыҙҙар, малайҙар, атайҙар, әсәйҙәр ҡайнаша. Шул ила­һилыҡты боҙоп, полиция хеҙмәткәрҙәренең пәйҙә булыуы барыһын да һағайтты.
– Хөрмәтле ата-әсәләр, балалар! Беҙгә бер мәсьәләне асыҡларға кәрәк булыр. Гражданка Хөмәйрә Сәмиеваның улы ҡиммәтле әйберҙәрен юғалтҡан... – тип уларҙың береһенең башлаған һүҙен, әсе сәрелдәп, Хөмәйрә бүлдерҙе:
– Юғалтмаған, ә урлағандар! Утыҙ мең һумлыҡ телефонын, өс меңлек күлдәген!..
Ҡатындың артабанғы һүҙҙәре ха­лыҡ төркөмөнөң геүләүендә батты. Кемдер: “Ниңә балаға ул хәтлем ҡый­батлы әйберҙәр биреп ебәрергә һуң?!” – тип ҡысҡырҙы. Икенсе бе­рәү: “Ай-һай, шыттыра түгелме?” – тип башын сайҡаны.
Нәзифә генә аптыраманы. “Буштың атаһы үлгән был донъяла”, – тип үҙ алдына шыбырлап ҡына ҡуйҙы.




Вернуться назад