Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйға һала “Һуңғы осрашыу”
Уйға һала “Һуңғы осрашыу”
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бер нисә яҙыусының йыйынтыҡтары донъя күрҙе.


Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәре, яҙыусы Айһылыу Йәғәфә­ро­ваның «Дала ҡыҙы» тигән китабына ике пьесаһы һәм повесы ингән. Пьесала 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙе француз баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре ту­раһында һүҙ барһа, “Алдар батырҙың мут­лыҡ­тары” тигән әҫә­рен­дә автор йәнтөйәктең яҙмышы хаҡында уйланып яҙа. “Эйәрҙә ҡалды батыр” повесында яҙыусы башҡорт халҡының аҡылы, тәрбиә ҡа­нундары, сағыу мәҙәниәте хаҡында фекер йөрөтә.
Иҙел Хәлимов “Яҙмыш йөгө” тигән шиғри йы­йын­тығын ҡулына алды. Был – ав­торҙың бишенсе китабы. Унда йәшәү мәғә­нәһе, мөхәббәт, тыуған ер ту­раһында поэтик әҫәрҙәре һәм йыр текстары туп­лан­ған. Ижадында тормош тәжрибәһе, уй-кисерештәре сағыла. Автор шулай уҡ Салауат Юлаев те­ма­һына мөрәжәғәт итә. Һөнәре буйынса ҡу­райсы булараҡ, милли батырыбыҙҙың ши­ғыр­ҙарына көйҙәр яҙа.
Нажиә Игеҙйәнованың ижады күптәргә билдәле. Уның “Таныш булайыҡ”, “Еҫле һа­бын”, “Алтын сылбыр”, “Йәшәп ҡалырға кәрәк” тигән юмористик әҫәрҙәре тупланған китаптарын уҡыусы йылы ҡабул итте. Фәһемле хикәйәләрҙән, мауыҡтырғыс повестарҙан торған “Көндәш”, “Тәҡдир” йыйынтыҡтары ла, балалар өсөн “Исемем матур икән”, “Яҡты хыял” тигән тупланмалары ла әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яуланы. Ошо көндәрҙә иһә Нажиә Игеҙйәнованың “Һуңғы осрашыу” тип аталған сираттағы китабы донъя күрҙе.
Был йыйынтығында автор персонаждарҙың хаҡ яҙ­мышын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, ҡатмарлы кисереш­тәрҙе, холоҡ-фиғел нескәлектәрен халыҡсан йор тел менән тасуирлай. Әҫәрҙәр тема төрлөлөгө менән ылыҡ­тыра: Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡтар күрһәткән яугирҙәр, тылда йән-тән йәрәхәттәренән интеккән ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро хаҡында бәйән ителә, хаяһыҙ хыянат хафаландыра, онотолмаҫ тәүге мөхәббәт йөрәктәрҙе моңһоуланырға мәжбүр итә.
“Мин ─ һуғыштан һуң тыуған уйсан бала, – тип һөйләй Нажиә Заһир ҡыҙы. – Улдарын яуҙа юғалтҡан әсәләрҙең, һөйгән йәрҙәрен көтөп алырға насип булмаған ҡатын-ҡыҙҙың аһ-зарын ишетеп, күҙ йәштәрен күреп үҫтем. Уларға ҡушылып илаған саҡтарым да булды. Аяныслы ваҡиғалар йөрәгемә мәңгегә һеңде. Аҙаҡ улар күңелемә хикәйәләр, повестар булып яралды”.
Түләк Ғирфановтың “Яҙмышымды яҙам…” тигән китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған повес­тары, хикәйәләре ингән. Күтәрелгән проблемалар көнүҙәк. Геройҙары – замандаштарыбыҙ. Уларҙың һәр береһенең маҡсаты бар, үҙ яҙмыштарын үҙҙәре яҙа. Төрлө характерлы персонаждарҙы тыуған илгә, изге тупраҡҡа, тәбиғәткә һөйөү берләштерә, әҫәр геройҙары – үҙ иленең патриоттары.
Ураҙа айында яҙыусы Лира Әхмәт-Яҡ­шы­баеваның “Халҡыбыҙ изгеләре” тигән яңы китабы донъя күрҙе. Баҫма халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре, ишандар, әүлиәләр хаҡында. Ғаб­дулла Сәйеди, Мөжәүир хәҙрәт, Табын әүлиәһе, Әбйәлил ишан һәм Шәмсетдин хажи тураһында яҙылған бүлектәрҙән тора. Йыйынтыҡҡа ингән изгеләр үҙ ваҡытында мәҙрәсәләр тотоп, ғилем таратҡан, табиплыҡ иткән, халҡыбыҙҙың рухи етәкселәре булған.
Китаптар башҡорт телендә нәшер ителгән һәм киң даирә өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға йәки почта аша заказ биреп алдыртырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779