Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бер нисә яҙыусының йыйынтыҡтары донъя күрҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәре, яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың «Дала ҡыҙы» тигән китабына ике пьесаһы һәм повесы ингән. Пьесала 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙе француз баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре тураһында һүҙ барһа, “Алдар батырҙың мутлыҡтары” тигән әҫәрендә автор йәнтөйәктең яҙмышы хаҡында уйланып яҙа. “Эйәрҙә ҡалды батыр” повесында яҙыусы башҡорт халҡының аҡылы, тәрбиә ҡанундары, сағыу мәҙәниәте хаҡында фекер йөрөтә.
Иҙел Хәлимов “Яҙмыш йөгө” тигән шиғри йыйынтығын ҡулына алды. Был – авторҙың бишенсе китабы. Унда йәшәү мәғәнәһе, мөхәббәт, тыуған ер тураһында поэтик әҫәрҙәре һәм йыр текстары тупланған. Ижадында тормош тәжрибәһе, уй-кисерештәре сағыла. Автор шулай уҡ Салауат Юлаев темаһына мөрәжәғәт итә. Һөнәре буйынса ҡурайсы булараҡ, милли батырыбыҙҙың шиғырҙарына көйҙәр яҙа.
Нажиә Игеҙйәнованың ижады күптәргә билдәле. Уның “Таныш булайыҡ”, “Еҫле һабын”, “Алтын сылбыр”, “Йәшәп ҡалырға кәрәк” тигән юмористик әҫәрҙәре тупланған китаптарын уҡыусы йылы ҡабул итте. Фәһемле хикәйәләрҙән, мауыҡтырғыс повестарҙан торған “Көндәш”, “Тәҡдир” йыйынтыҡтары ла, балалар өсөн “Исемем матур икән”, “Яҡты хыял” тигән тупланмалары ла әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яуланы. Ошо көндәрҙә иһә Нажиә Игеҙйәнованың “Һуңғы осрашыу” тип аталған сираттағы китабы донъя күрҙе.
Был йыйынтығында автор персонаждарҙың хаҡ яҙмышын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, ҡатмарлы кисерештәрҙе, холоҡ-фиғел нескәлектәрен халыҡсан йор тел менән тасуирлай. Әҫәрҙәр тема төрлөлөгө менән ылыҡтыра: Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡтар күрһәткән яугирҙәр, тылда йән-тән йәрәхәттәренән интеккән ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро хаҡында бәйән ителә, хаяһыҙ хыянат хафаландыра, онотолмаҫ тәүге мөхәббәт йөрәктәрҙе моңһоуланырға мәжбүр итә.
“Мин ─ һуғыштан һуң тыуған уйсан бала, – тип һөйләй Нажиә Заһир ҡыҙы. – Улдарын яуҙа юғалтҡан әсәләрҙең, һөйгән йәрҙәрен көтөп алырға насип булмаған ҡатын-ҡыҙҙың аһ-зарын ишетеп, күҙ йәштәрен күреп үҫтем. Уларға ҡушылып илаған саҡтарым да булды. Аяныслы ваҡиғалар йөрәгемә мәңгегә һеңде. Аҙаҡ улар күңелемә хикәйәләр, повестар булып яралды”.
Түләк Ғирфановтың “Яҙмышымды яҙам…” тигән китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған повестары, хикәйәләре ингән. Күтәрелгән проблемалар көнүҙәк. Геройҙары – замандаштарыбыҙ. Уларҙың һәр береһенең маҡсаты бар, үҙ яҙмыштарын үҙҙәре яҙа. Төрлө характерлы персонаждарҙы тыуған илгә, изге тупраҡҡа, тәбиғәткә һөйөү берләштерә, әҫәр геройҙары – үҙ иленең патриоттары.
Ураҙа айында яҙыусы Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның “Халҡыбыҙ изгеләре” тигән яңы китабы донъя күрҙе. Баҫма халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре, ишандар, әүлиәләр хаҡында. Ғабдулла Сәйеди, Мөжәүир хәҙрәт, Табын әүлиәһе, Әбйәлил ишан һәм Шәмсетдин хажи тураһында яҙылған бүлектәрҙән тора. Йыйынтыҡҡа ингән изгеләр үҙ ваҡытында мәҙрәсәләр тотоп, ғилем таратҡан, табиплыҡ иткән, халҡыбыҙҙың рухи етәкселәре булған.
Китаптар башҡорт телендә нәшер ителгән һәм киң даирә өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға йәки почта аша заказ биреп алдыртырға мөмкин.