Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҡтамыр”ҙың тамырҙары тәрән
Яҙыусы Ғәлим Хисамовтың романдарын, повестарын, хикәйәләрен уҡыным, ижадын күптән күҙәтеп киләм. Башҡа әҙиптәр кеүек, ул да тәүге әҫәрҙәрендә заман күренештәрен һүрәтләне, артабан тарихи романдарға өҫтөнлөк бирә башланы.

Тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙең ни тиклем ауыр һәм яуаплы эш икәнен беләм. Юҡ, үҙем яҙып ҡарағанға түгел. Мин мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытам, шуға яҙыусыларҙың ижад үҙенсәлеген дә өйрәнәм, балаларға ла һөйләйем. Тарихи әҫәр яҙыу өсөн күптән уҙған хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алды­на килтереү менән бергә, шул замандың ысынбарлығын документ һәм факттар аша өйрәнергә, боронғо тормошҡа хилаф килтер­мәҫлек итеп яҙырға кәрәк бит.
Ғәлим Хисамовтың “Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Аҡтамыр”, “Аһура Мазда”, “Өн һәм һан” романдарын уҡыһаң, күҙ алдынан бөйөк дәүер үтә. “Аҡтамыр” бынан 100 йыллап элек булыуы ихтимал ваҡиғаларҙы һүрәтләһә, “Аһура Мазда” менән “Өн һәм һан” китаптары уҡыусыны 10-15 меңләп йыл әүәл булып үт­кән осорға алып китә.
Тарихи әҫәрҙәрҙе уҡырға яратам мин. Улар­­ҙан ҡасандыр булырға мөмкин яҙмыш­тарҙы, тарих ваҡиғаларын үҙ ҡулдары менән ҡорған кешеләрҙең холоҡ-фиғелен белеп хайран ҡалаһың һәм үҙеңде, бығаса бар тип тә уйламаған ваҡиғаларҙың шаһиты һымаҡ тойоп, йә һоҡланаһың, йә ҡайғыраһың. Мин, мәҫәлән, утҡа табыныусыларҙың динен ке­ше­ләргә еткереүсе Заратустра пәйғәмбәр бик борон Уралда көн күргән, дин хаҡында мәғ­лүмәтте ошонда кешеләргә һөйләй баш­ла­ған, тип һис уйламай торғайным. Нух пәй­ғәм­бәр заманында һыуға батмай ҡалған кешеләрҙең кәмәһе Урал армыттарына килеп төртөлгән һәм унда, меңәр йылдар үткәс, башҡорт тип аталыр халыҡтың иң боронғо ата-әсәһе, Йәнбирҙе менән Йәнбикә, ҡоро ергә аяҡ баҫ­ҡан тип уйларлыҡмы ни? Баҡһаң, беҙҙең меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ бар, боронғо ба­баларыбыҙ мәңге Уралда көн күргән икән дә баһа. Ә бығаса, башҡорттоң тарихы, уҙа бар­һа, мең ярым йыллыҡ, ул Уралға әллә ҡайһы тарафтан килгән, тип һеңдерҙеләр беҙҙең башҡа. Юҡ, беҙҙең ҡатлам-ҡатлам һоҡ­лан­ғыс тарихыбыҙ, бихисап батырыбыҙ, дәүләт­тәр ойошторған батша-хандарыбыҙ, аҡыл­дарын кешеләр меңәр йылдар дауамында файҙаланған зиһенле бабаларыбыҙ булған икән. Шуны белгәс, күңелгә ғорурлыҡ тула.
Бына ошондай тойғолар уята Ғәлим Хи­са­мовтың романдары. Шундай ҡыҙыҡлы әҫәр­ҙәре өсөн рәхмәт уға! “Аҡтамыр” менән “Өн һәм һан” романдарын Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһына тәҡдим иткән Яҙыусылар союзы идараһына “афарин” тип әйтке килә. Дәүләт үҙенең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙарын күрә белергә тейеш.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779