Яҙыусы Ғәлим Хисамовтың романдарын, повестарын, хикәйәләрен уҡыным, ижадын күптән күҙәтеп киләм. Башҡа әҙиптәр кеүек, ул да тәүге әҫәрҙәрендә заман күренештәрен һүрәтләне, артабан тарихи романдарға өҫтөнлөк бирә башланы.
Тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙең ни тиклем ауыр һәм яуаплы эш икәнен беләм. Юҡ, үҙем яҙып ҡарағанға түгел. Мин мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытам, шуға яҙыусыларҙың ижад үҙенсәлеген дә өйрәнәм, балаларға ла һөйләйем. Тарихи әҫәр яҙыу өсөн күптән уҙған хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереү менән бергә, шул замандың ысынбарлығын документ һәм факттар аша өйрәнергә, боронғо тормошҡа хилаф килтермәҫлек итеп яҙырға кәрәк бит.
Ғәлим Хисамовтың “Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Аҡтамыр”, “Аһура Мазда”, “Өн һәм һан” романдарын уҡыһаң, күҙ алдынан бөйөк дәүер үтә. “Аҡтамыр” бынан 100 йыллап элек булыуы ихтимал ваҡиғаларҙы һүрәтләһә, “Аһура Мазда” менән “Өн һәм һан” китаптары уҡыусыны 10-15 меңләп йыл әүәл булып үткән осорға алып китә.
Тарихи әҫәрҙәрҙе уҡырға яратам мин. Уларҙан ҡасандыр булырға мөмкин яҙмыштарҙы, тарих ваҡиғаларын үҙ ҡулдары менән ҡорған кешеләрҙең холоҡ-фиғелен белеп хайран ҡалаһың һәм үҙеңде, бығаса бар тип тә уйламаған ваҡиғаларҙың шаһиты һымаҡ тойоп, йә һоҡланаһың, йә ҡайғыраһың. Мин, мәҫәлән, утҡа табыныусыларҙың динен кешеләргә еткереүсе Заратустра пәйғәмбәр бик борон Уралда көн күргән, дин хаҡында мәғлүмәтте ошонда кешеләргә һөйләй башлаған, тип һис уйламай торғайным. Нух пәйғәмбәр заманында һыуға батмай ҡалған кешеләрҙең кәмәһе Урал армыттарына килеп төртөлгән һәм унда, меңәр йылдар үткәс, башҡорт тип аталыр халыҡтың иң боронғо ата-әсәһе, Йәнбирҙе менән Йәнбикә, ҡоро ергә аяҡ баҫҡан тип уйларлыҡмы ни? Баҡһаң, беҙҙең меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ бар, боронғо бабаларыбыҙ мәңге Уралда көн күргән икән дә баһа. Ә бығаса, башҡорттоң тарихы, уҙа барһа, мең ярым йыллыҡ, ул Уралға әллә ҡайһы тарафтан килгән, тип һеңдерҙеләр беҙҙең башҡа. Юҡ, беҙҙең ҡатлам-ҡатлам һоҡланғыс тарихыбыҙ, бихисап батырыбыҙ, дәүләттәр ойошторған батша-хандарыбыҙ, аҡылдарын кешеләр меңәр йылдар дауамында файҙаланған зиһенле бабаларыбыҙ булған икән. Шуны белгәс, күңелгә ғорурлыҡ тула.
Бына ошондай тойғолар уята Ғәлим Хисамовтың романдары. Шундай ҡыҙыҡлы әҫәрҙәре өсөн рәхмәт уға! “Аҡтамыр” менән “Өн һәм һан” романдарын Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим иткән Яҙыусылар союзы идараһына “афарин” тип әйтке килә. Дәүләт үҙенең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙарын күрә белергә тейеш.