Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моң тулҡыны ҡаға Ыҡ ярын

Мәҙәниәт йылы штандарты республикабыҙ буйлап сәфәрен дауам итә. Күптән түгел уны миәкәләрҙән Йәрмәкәй районы ҡабул итте.


Штандартты тапшырыу тантанаһында дәрәжәле ҡу­наҡтар – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов, Миәкә районы хакимиәте башлығы Зәйнулла Насиров ҡатнашты.
Константин Толкачев, фестивалдә ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың сәләмен һәм изге теләктәрен еткергәндән һуң, ҡыҫҡаса респуб­ликабыҙҙың мәҙәни тормошона баһа биреп үтте:
– Башҡортостанда сәнғәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, – тине ул. – Мәҙәниәт һарайҙары, театрҙар төҙөлә, Сәнғәт академияһы эшләй. Бөтә төбәктәрҙә лә үҙешмәкәр түңәрәктәр күркәм сығыштары менән халыҡты ҡыуандырып тора. Беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙың мәҙәни тарихы бик бай. Шуныһы ҡыуаныслы: был фестивалдә йәштәр ҡатнаша. Тимәк, уның киләсәге бар тигән һүҙ.
Константин Толкачев Йәрмәкәй балалар сәнғәт мәктә­бе директоры Радмир Муллағәлиевте Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелеүе менән ҡотланы.
Мәҙәни марафон сиктәрендә Ыҡ буйы халҡының “Ата-бабаларҙың төйәге” тип аталған төбәк-ара ижади фестивале уҙҙы. Быйыл был байрамда Башҡортостандың 12 районынан 25 үҙешмәкәр сәнғәт коллективы ҡатнашты. Шулай уҡ Мәскәүҙән, Татарстан Республикаһынан, Ырымбур өлкәһенән ҡунаҡтар килде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575