Мәҙәниәт йылы штандарты республикабыҙ буйлап сәфәрен дауам итә. Күптән түгел уны миәкәләрҙән Йәрмәкәй районы ҡабул итте.
Штандартты тапшырыу тантанаһында дәрәжәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов, Миәкә районы хакимиәте башлығы Зәйнулла Насиров ҡатнашты.
Константин Толкачев, фестивалдә ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың сәләмен һәм изге теләктәрен еткергәндән һуң, ҡыҫҡаса республикабыҙҙың мәҙәни тормошона баһа биреп үтте:
– Башҡортостанда сәнғәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, – тине ул. – Мәҙәниәт һарайҙары, театрҙар төҙөлә, Сәнғәт академияһы эшләй. Бөтә төбәктәрҙә лә үҙешмәкәр түңәрәктәр күркәм сығыштары менән халыҡты ҡыуандырып тора. Беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙың мәҙәни тарихы бик бай. Шуныһы ҡыуаныслы: был фестивалдә йәштәр ҡатнаша. Тимәк, уның киләсәге бар тигән һүҙ.
Константин Толкачев Йәрмәкәй балалар сәнғәт мәктәбе директоры Радмир Муллағәлиевте Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелеүе менән ҡотланы.
Мәҙәни марафон сиктәрендә Ыҡ буйы халҡының “Ата-бабаларҙың төйәге” тип аталған төбәк-ара ижади фестивале уҙҙы. Быйыл был байрамда Башҡортостандың 12 районынан 25 үҙешмәкәр сәнғәт коллективы ҡатнашты. Шулай уҡ Мәскәүҙән, Татарстан Республикаһынан, Ырымбур өлкәһенән ҡунаҡтар килде.