Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
50 йәшемде Өфөлә ете концерт итеп фестиваль рәүешендә билдәләгәндән һуң, ижади осрашыуҙарҙы республика ра­йондарында ла үткәрергә булдыҡ. Һуңғы осрашыуҙарҙың береһе Учалы районы­ның Ғәлиәхмәр ауылында уҙҙы. Бында олатайым менән өләсәйем, әсәйем ме­нән атайым тыуған.
Туғандар, яҡындар, күршеләр, дуҫтар ерләнгән ауыл зыяратына барып, бөтә­һенең ҡәберенә сәскә һалдыҡ, доға уҡы­ныҡ. Шунан, әруахтарҙы иҫкә алып, улар рухына аят уҡыр өсөн ауыл клубында әҙерләнгән табынға йыйылыштыҡ.
Ҡөрьән уҡығандан һуң, өҫтәлдәрҙе алып, фортепьяно ҡуйҙылар, һәм бары­һы ла ижад кисәмә ҡалды. Ошонда булған бер ваҡиғанан һуң мин телһеҙ ҡала яҙҙым. Яныма 85 йәштәр тирә­һендәге ҡарт килде лә: «Тап ошо урында һинең олатайың Шәмсетдин сүрә уҡыны, башҡаларға доға өйрәтте, ә хәҙер һин бында ултыраһың, беҙгә һөйләйһең. Беләһеңдер, әле клуб ултырған ошо ерҙә элек мәсет ине», – тине.
Тап ошо ваҡиға миңә китап яҙырға этәргес булды ла инде.
* * *
Үҙең хаҡында һөйләй башлау еңел тип уйлайһығыҙмы? Минең шөғөлләнгән эшем тынлыҡта ҡалып уйланыу менән бәйле. Тыныс ҡына ултырған ерҙән үҙең­дең уйҙарыңды, хыялдарыңды, икеләнеү­ҙәреңде һәм шиктәреңде Хоҙай хөкөмөнә сығараһың.
Сәнғәт – ул шундай өлкә: кеше бында үҙ-үҙенә, булмышына яҡыная. Мәҙәниәт – ул ғилем тупланмаһы ғына түгел. Ул – миҙ­гел эсендә тормоштоң бөтә сағылы­шын күреү һәләте. Ул – тойоу һәм кисерә белеү, үҙеңдән көсһөҙҙәргә – балаларға һәм ҡарттарға теләктәшлек күрһәтеү. Тормош аһәңдәренә ҡараш­та­рыңдың тап килеүе. Кимәлең һәм эшең менән билдәләнә һинең эске мәҙәни­легең.
Ижадсы бәхетле була алмай. «Һыҙ­ланыу-ғазаптар талантты көсәйтә. Ләкин артыҡ күбәйеп китһә, улар талантты үлтерә», – тигән Гоген. Ә мин әле йәшәргә теләйем. Яҙмышыма тә­ғәйенләнгәнде эшләргә тейешмен. Мин быға ышанып ҡына ҡалмайым, ә беләм.
* * *
Күпме тормош бәрелештәре, боролоштарынан һуң йәшәүемдән оло ҡәнә­ғәтлек кисерә башлайым. Кесе ҡыҙым беренсе класҡа уҡырға барғас килде был тойғо. Ошо бәләкәй генә кешенең ғүме­ренең тәүге осорон үтеүенән күңелемдә шатлыҡ уянды. Ошо йәнгә ғүмер биреү­ҙән, донъяны танырға, ныҡ, һау-сәлә­мәт, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫһен өсөн ­ҡул­дан килгәнде эшләүеңдән үҙеңде ижад­сы итеп тояһың. Ошоларға ҡат­нашлығың булыу һине бәхетле итә.
Ҡайһы саҡта уйлап ҡуям: «Ә нимәгә кәрәк ул миңә бөтә был опералар, ки­серештәр? Айҙар, йылдар буйына әҫәр ижад итәһең… Ә бала – ғүмерлек бәхет! Һин уны күҙ ҡараһындай һаҡлайһың, тәр­биәләйһең, үҫтерәһең. Һинән һуң дауа­мың булып ҡаласаҡ йән эйәһе. Ул һине ғүмер буйы иҫләйәсәк».
Башҡалар минең Ләйсәнем тураһын­да: «Салауат, ҡыҙың һинең күсермәң!» – тип әйтһә, йәшәүемдең мәғәнәһе тап ошо ла инде. Аллаһы Тәғәлә ярҙамында шундай юлды үттем: ул мине «яҙғы ләйсән ямғыр» (шуға ла ҡыҙымдың исеме – Ләйсән) йыуған яҡты һуҡмаҡҡа сығарҙы.
* * *
Күптән түгел Ҡазандан ҡайттым. Унда киләһе йылға үтәсәк авторлыҡ концертымды әҙерләргә барғайным. Ошо сәфәрем Салауат Фәтхетдинов менән сираттағы осрашыуыма сәбәп булды ла инде.
Мин уға 15 сентябрҙә килдем. Салауат үҙенең өйөнөң ихатаһында (ул өй генә түгел, ә тотош бер утар) эш кейемендә йөрөй ине. Таҡталар шалтыр-шолтор килә, үҙе кем менәндер һөйләшә. Беҙ ашығыс ҡына ҡосаҡлашып күрештек тә, ул миңә: «Әйҙә, үт, урынлаш», – тине. Уны көтөп, эшенән бүл­дереп торманым, сөнки беләм: ул – эш кешеһе: һәр ваҡыт нимәлер төҙөй, кем менәндер нимәлер тураһында һөйләшеү алып бара, кемгәлер ярҙам итә. Гел эш менән мәшғүл. Салауат – бик уңышлы һәм билдәле кеше. Әммә был яғы минең өсөн мөһим түгел, уға ябай кеше булараҡ ҡарайым. Ул бит, беҙҙең кеүек, ауыл бала­һы. Тәтешле районында үҫкән, көтөү көткән, мәктәптә белем алған. Ғәҙәти малайҙан ғәжәйеп Ижадсы бейеклегенә күтәрелгән. Мин уның кемгәлер насарлыҡ эшләгәнен белмәйем. Йырсы һәр саҡ эш өҫтөндә. Шуның өсөн дә ваҡлыҡтарға ваҡыты юҡ.
Ижадта яңы форма эҙләп, туҡтауһыҙ кемдәрҙелер, нимәнелер табып тора. Таба ла үҙе менән йәнәш баҫтыра. Мәҫәлән, уның менән бергә беҙҙең яҡташтар Фәриҙә Ҡудашева, Зәки Мәхмүтов, Рамаҙан Йәнбәков, Әлфиә Авзалова, Фирзәр Мортазин, Роберт Тимербаев, Альфред Яҡшембәтовтар сығыш яһаны. Салауат Фәтхетдинов миңә лә ярҙам итә, исемем, ижадым Татарстанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә билдәле булһын өсөн тырыша.
* * *
Кисә Ҡазандан Адель исемле ҡыҙ шылтыратты. Ул да яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм. Музыка училищеһын тамам­лаған, йыр һәм композиция буйынса шөғөлләнә. Ульяновскиҙа ла бер малай бар, ул да музыка ижад итергә теләй, тик һуҡырҙар өсөн яҙыу методикаһын белмәй. Икеһе лә яныма килеп, консультация алырға теләй. Белеүемсә, Рә­сәйҙә күҙҙәре күрмәгән талантлы балаларға махсус күнекмәләр өйрәткән урын юҡ. Ҡыҙыҡ, баштан фонограмма яҙмайынса, ноталар яҙған берәйһе бар­мы икән? Адель, мәҫәлән, Гнесиндар институтына, Алексей Львович Ларин класына уҡырға ингән. Ә ул ҡыҙға миңә килергә кәңәш иткән. Күрәһең, үҙемдең тәжрибәм менән уртаҡлашырға ваҡыт еткән.


С. НИЗАМЕТДИНОВ.
«Тәүбә».




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779