50 йәшемде Өфөлә ете концерт итеп фестиваль рәүешендә билдәләгәндән һуң, ижади осрашыуҙарҙы республика райондарында ла үткәрергә булдыҡ. Һуңғы осрашыуҙарҙың береһе Учалы районының Ғәлиәхмәр ауылында уҙҙы. Бында олатайым менән өләсәйем, әсәйем менән атайым тыуған.
Туғандар, яҡындар, күршеләр, дуҫтар ерләнгән ауыл зыяратына барып, бөтәһенең ҡәберенә сәскә һалдыҡ, доға уҡыныҡ. Шунан, әруахтарҙы иҫкә алып, улар рухына аят уҡыр өсөн ауыл клубында әҙерләнгән табынға йыйылыштыҡ.
Ҡөрьән уҡығандан һуң, өҫтәлдәрҙе алып, фортепьяно ҡуйҙылар, һәм барыһы ла ижад кисәмә ҡалды. Ошонда булған бер ваҡиғанан һуң мин телһеҙ ҡала яҙҙым. Яныма 85 йәштәр тирәһендәге ҡарт килде лә: «Тап ошо урында һинең олатайың Шәмсетдин сүрә уҡыны, башҡаларға доға өйрәтте, ә хәҙер һин бында ултыраһың, беҙгә һөйләйһең. Беләһеңдер, әле клуб ултырған ошо ерҙә элек мәсет ине», – тине.
Тап ошо ваҡиға миңә китап яҙырға этәргес булды ла инде.
* * *
Үҙең хаҡында һөйләй башлау еңел тип уйлайһығыҙмы? Минең шөғөлләнгән эшем тынлыҡта ҡалып уйланыу менән бәйле. Тыныс ҡына ултырған ерҙән үҙеңдең уйҙарыңды, хыялдарыңды, икеләнеүҙәреңде һәм шиктәреңде Хоҙай хөкөмөнә сығараһың.
Сәнғәт – ул шундай өлкә: кеше бында үҙ-үҙенә, булмышына яҡыная. Мәҙәниәт – ул ғилем тупланмаһы ғына түгел. Ул – миҙгел эсендә тормоштоң бөтә сағылышын күреү һәләте. Ул – тойоу һәм кисерә белеү, үҙеңдән көсһөҙҙәргә – балаларға һәм ҡарттарға теләктәшлек күрһәтеү. Тормош аһәңдәренә ҡараштарыңдың тап килеүе. Кимәлең һәм эшең менән билдәләнә һинең эске мәҙәнилегең.
Ижадсы бәхетле була алмай. «Һыҙланыу-ғазаптар талантты көсәйтә. Ләкин артыҡ күбәйеп китһә, улар талантты үлтерә», – тигән Гоген. Ә мин әле йәшәргә теләйем. Яҙмышыма тәғәйенләнгәнде эшләргә тейешмен. Мин быға ышанып ҡына ҡалмайым, ә беләм.
* * *
Күпме тормош бәрелештәре, боролоштарынан һуң йәшәүемдән оло ҡәнәғәтлек кисерә башлайым. Кесе ҡыҙым беренсе класҡа уҡырға барғас килде был тойғо. Ошо бәләкәй генә кешенең ғүмеренең тәүге осорон үтеүенән күңелемдә шатлыҡ уянды. Ошо йәнгә ғүмер биреүҙән, донъяны танырға, ныҡ, һау-сәләмәт, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫһен өсөн ҡулдан килгәнде эшләүеңдән үҙеңде ижадсы итеп тояһың. Ошоларға ҡатнашлығың булыу һине бәхетле итә.
Ҡайһы саҡта уйлап ҡуям: «Ә нимәгә кәрәк ул миңә бөтә был опералар, кисерештәр? Айҙар, йылдар буйына әҫәр ижад итәһең… Ә бала – ғүмерлек бәхет! Һин уны күҙ ҡараһындай һаҡлайһың, тәрбиәләйһең, үҫтерәһең. Һинән һуң дауамың булып ҡаласаҡ йән эйәһе. Ул һине ғүмер буйы иҫләйәсәк».
Башҡалар минең Ләйсәнем тураһында: «Салауат, ҡыҙың һинең күсермәң!» – тип әйтһә, йәшәүемдең мәғәнәһе тап ошо ла инде. Аллаһы Тәғәлә ярҙамында шундай юлды үттем: ул мине «яҙғы ләйсән ямғыр» (шуға ла ҡыҙымдың исеме – Ләйсән) йыуған яҡты һуҡмаҡҡа сығарҙы.
* * *
Күптән түгел Ҡазандан ҡайттым. Унда киләһе йылға үтәсәк авторлыҡ концертымды әҙерләргә барғайным. Ошо сәфәрем Салауат Фәтхетдинов менән сираттағы осрашыуыма сәбәп булды ла инде.
Мин уға 15 сентябрҙә килдем. Салауат үҙенең өйөнөң ихатаһында (ул өй генә түгел, ә тотош бер утар) эш кейемендә йөрөй ине. Таҡталар шалтыр-шолтор килә, үҙе кем менәндер һөйләшә. Беҙ ашығыс ҡына ҡосаҡлашып күрештек тә, ул миңә: «Әйҙә, үт, урынлаш», – тине. Уны көтөп, эшенән бүлдереп торманым, сөнки беләм: ул – эш кешеһе: һәр ваҡыт нимәлер төҙөй, кем менәндер нимәлер тураһында һөйләшеү алып бара, кемгәлер ярҙам итә. Гел эш менән мәшғүл. Салауат – бик уңышлы һәм билдәле кеше. Әммә был яғы минең өсөн мөһим түгел, уға ябай кеше булараҡ ҡарайым. Ул бит, беҙҙең кеүек, ауыл балаһы. Тәтешле районында үҫкән, көтөү көткән, мәктәптә белем алған. Ғәҙәти малайҙан ғәжәйеп Ижадсы бейеклегенә күтәрелгән. Мин уның кемгәлер насарлыҡ эшләгәнен белмәйем. Йырсы һәр саҡ эш өҫтөндә. Шуның өсөн дә ваҡлыҡтарға ваҡыты юҡ.
Ижадта яңы форма эҙләп, туҡтауһыҙ кемдәрҙелер, нимәнелер табып тора. Таба ла үҙе менән йәнәш баҫтыра. Мәҫәлән, уның менән бергә беҙҙең яҡташтар Фәриҙә Ҡудашева, Зәки Мәхмүтов, Рамаҙан Йәнбәков, Әлфиә Авзалова, Фирзәр Мортазин, Роберт Тимербаев, Альфред Яҡшембәтовтар сығыш яһаны. Салауат Фәтхетдинов миңә лә ярҙам итә, исемем, ижадым Татарстанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә билдәле булһын өсөн тырыша.
* * *
Кисә Ҡазандан Адель исемле ҡыҙ шылтыратты. Ул да яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм. Музыка училищеһын тамамлаған, йыр һәм композиция буйынса шөғөлләнә. Ульяновскиҙа ла бер малай бар, ул да музыка ижад итергә теләй, тик һуҡырҙар өсөн яҙыу методикаһын белмәй. Икеһе лә яныма килеп, консультация алырға теләй. Белеүемсә, Рәсәйҙә күҙҙәре күрмәгән талантлы балаларға махсус күнекмәләр өйрәткән урын юҡ. Ҡыҙыҡ, баштан фонограмма яҙмайынса, ноталар яҙған берәйһе бармы икән? Адель, мәҫәлән, Гнесиндар институтына, Алексей Львович Ларин класына уҡырға ингән. Ә ул ҡыҙға миңә килергә кәңәш иткән. Күрәһең, үҙемдең тәжрибәм менән уртаҡлашырға ваҡыт еткән.
С. НИЗАМЕТДИНОВ.
«Тәүбә».