Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған яҡ ҡәҙерлерәк
Тыуған яҡ ҡәҙерлерәк
Сит яҡтарҙың һауаһын һулаһаҡ та, һыуын эсһәк тә, ерен тапаһаҡ та, тыуған төйәктән ҡәҙерлерәк төбәк юҡ. Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына Әбйәлил районы­ның Ишбулды ауылында ойошторолған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына ҡайтҡандар тағы бер тапҡыр инанды.

Былтыр яҙ Ҡыҙыл йылғаһы оҙайлы ямғыр­ҙар арҡаһында ярҙарынан сыҡҡайны. Һөҙөм­тәлә урындағы халыҡ әллә күпме матди зыян күрҙе. Ә бөгөн ауыл шул тиклем үҙгәр­гән, матурайған, әйтерһең дә, бында бер ниндәй ташҡын, бәлә-ҡаза булмаған. Был ишбулды­ларҙың татыу­лығы, берҙәмлеге хаҡында һөйләй. Өҫтәүенә, зарланып, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай улар. Һәр береһе хәленән килгәнсә матур, етеш йәшәргә ынтыла. Шуға байрамға ла ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ итеп әҙерләнгәйнеләр.
Тыуған яҡ ҡәҙерлерәкАуыл халҡын был сара менән ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар – Әбйәлил район Советы рәйесе Ҡотдос Ғәзизов, район Советы депутаты Мәреүән Утарбаев, район хакимиәте вәкиле Урал Хәлисов һәм башҡалар – килде.
– Беҙҙә урамдар тигеҙ урынлашмаған, шуға күркәм сараны үткәрер алдынан ауылды биш «округ»ка, йәғни өлөшкә бүлдек тә улар араһында төрлө номинациялар буйынса бәй­геләр иғлан иттек. Мәҫәлән, «Үҙенсәлекле иха­та» номинацияһында Кинйәбикә менән Рәфҡәт Боҫҡоновтарға тиңдәр булманы. Тыуған яҡ ҡәҙерлерәкУлар файҙа­ланыл­ған тәгәрмәстәрҙән аҡҡош, фил кеүек һындар эшләгән, шулар менән түтәлдәр яһап, сәскә ултыртҡан, – ти ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миңзәлә Хәли­сова.
Ишбулдыла уңған, татыу ғаиләләр күп. Шуға «Өлгөлө ғаилә» номинацияһында еңеү­селәрҙе асыҡлау еңел булмағандыр. Мәүлиҙә менән Сәйфулла Тыуған яҡ ҡәҙерлерәкҒүмәровтар, Рәйлә менән Айрат Хәлисовтар, Вәсилә менән Айбулат Хәй­бул­линдар, Гүзәлиә менән Рөстәм Шөкө­ровтар, Фәрзәнә менән Иштимер Хажиндар иң-иңдәре тип табылды. Гөлсинә менән Рөс­тәм Хәлисов­тар, Зәйтүнә менән Ғәйфулла Ғүмә­ровтар, Рабиға менән Наил Ғүмәровтар, Әлмира менән Насип Зариповтар, Миләүшә менән Әхтәм Боҫҡоновтар, Фирҙәүес Зарипова, Эльвира ме­нән Таңатар Хәйруллиндар, Әсмә менән Ғәли Айытбаевтарҙың йорто баш­ҡаларға өлгө бу­лырлыҡ.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын көрәш, волейбол, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү кеүек ярыштарҙан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Әйткәндәй, көрәш буйынса район бәйгеләрендә лә Ишбулды егеттәренә тиңдәр аҙ. Был юлы ла ауылдан Артур Шәмсетдинов абсолют чемпион тип танылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575