Сит яҡтарҙың һауаһын һулаһаҡ та, һыуын эсһәк тә, ерен тапаһаҡ та, тыуған төйәктән ҡәҙерлерәк төбәк юҡ. Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына Әбйәлил районының Ишбулды ауылында ойошторолған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына ҡайтҡандар тағы бер тапҡыр инанды.
Былтыр яҙ Ҡыҙыл йылғаһы оҙайлы ямғырҙар арҡаһында ярҙарынан сыҡҡайны. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ әллә күпме матди зыян күрҙе. Ә бөгөн ауыл шул тиклем үҙгәргән, матурайған, әйтерһең дә, бында бер ниндәй ташҡын, бәлә-ҡаза булмаған. Был ишбулдыларҙың татыулығы, берҙәмлеге хаҡында һөйләй. Өҫтәүенә, зарланып, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай улар. Һәр береһе хәленән килгәнсә матур, етеш йәшәргә ынтыла. Шуға байрамға ла ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ итеп әҙерләнгәйнеләр.
Ауыл халҡын был сара менән ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар – Әбйәлил район Советы рәйесе Ҡотдос Ғәзизов, район Советы депутаты Мәреүән Утарбаев, район хакимиәте вәкиле Урал Хәлисов һәм башҡалар – килде.
– Беҙҙә урамдар тигеҙ урынлашмаған, шуға күркәм сараны үткәрер алдынан ауылды биш «округ»ка, йәғни өлөшкә бүлдек тә улар араһында төрлө номинациялар буйынса бәйгеләр иғлан иттек. Мәҫәлән, «Үҙенсәлекле ихата» номинацияһында Кинйәбикә менән Рәфҡәт Боҫҡоновтарға тиңдәр булманы.
Улар файҙаланылған тәгәрмәстәрҙән аҡҡош, фил кеүек һындар эшләгән, шулар менән түтәлдәр яһап, сәскә ултыртҡан, – ти ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миңзәлә Хәлисова.
Ишбулдыла уңған, татыу ғаиләләр күп. Шуға «Өлгөлө ғаилә» номинацияһында еңеүселәрҙе асыҡлау еңел булмағандыр. Мәүлиҙә менән Сәйфулла
Ғүмәровтар, Рәйлә менән Айрат Хәлисовтар, Вәсилә менән Айбулат Хәйбуллиндар, Гүзәлиә менән Рөстәм Шөкөровтар, Фәрзәнә менән Иштимер Хажиндар иң-иңдәре тип табылды. Гөлсинә менән Рөстәм Хәлисовтар, Зәйтүнә менән Ғәйфулла Ғүмәровтар, Рабиға менән Наил Ғүмәровтар, Әлмира менән Насип Зариповтар, Миләүшә менән Әхтәм Боҫҡоновтар, Фирҙәүес Зарипова, Эльвира менән Таңатар Хәйруллиндар, Әсмә менән Ғәли Айытбаевтарҙың йорто башҡаларға өлгө булырлыҡ.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын көрәш, волейбол, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү кеүек ярыштарҙан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Әйткәндәй, көрәш буйынса район бәйгеләрендә лә Ишбулды егеттәренә тиңдәр аҙ. Был юлы ла ауылдан Артур Шәмсетдинов абсолют чемпион тип танылды.