Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Береһе — ҡояш, береһе — ай
Мәҙәниәт йылы бара. Тормо­шобоҙға ниндәйҙер күңелле үҙгәрештәр индереп, ошо өлкәлә эшләгәндәргә яңы мөмкин­лектәр асыр кеүек ул. Туған телгә, тарихыбыҙға, фольклорға, театрҙар репертуарына, милли йолаларыбыҙға тейешле иғтибар бүлеү, һынлы, бейеү һәм йыр сәнғәтен күтәреү, ил азаматтарын, бөйөк шәхестәребеҙҙе барлау — былар барыһы ла Мәҙәниәт йылында башҡарылаһы эштәр.



Ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана­һы иһә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фиҙәлиә менән Илһам Рәхимовтарҙың бенефисын үткәрҙе.
– Рәхимовтарҙың уйнағанын халыҡ һәр саҡ көтөп ала, ярата, – тине китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина. – Беҙҙең ҡалала Башҡорт дәүләт театры сирек быуатҡа яҡын эшләп килә. 1990 йылдың 1 декабрендә Стәрле­тамаҡ башҡорт театр-студияһын төҙөү тураһында указ ҡабул ителә, ә инде апрелдә тәүге премьера үтә. Бе­ренселәрҙән булып эшкә Сибай театрынан Кинйәбикә Исламғолова, Салауаттан – Рафиға Ғәлина, Өфөнән Илшат Йомағолов килә. Улар артынса Таһир Искәндә­ровты эшкә алалар. Шулай итеп, театр дүрт артист менән эшләп китә. Беренсе “Вариҫтар” спектаклендә хатта журналист Фаяз Йомағужин уйнай. Ул ваҡытта режиссер Гөлдәр Ильясова үҙе лә сәхнәгә сыға. Саҡ ҡына һуңыраҡ килгән Рәхимовтарҙы ла беренсе быуын театр артистарына индерһәк, дөрөҫ булыр.
Илһам Рәхимов – Стәрлетамаҡ театр-концерт берләш­мәһендә тамашасыны ла, режиссерҙы ла үҙенә йәлеп иткән, ҡыҙыҡһындырған артист. Ролдәрен аң-зиһене аша үткәреп, тормошсан итеп, үҙенең һәләтен, аҡылын ҡушып тыуҙыра ул образдарҙы. Бер нисә йыл элек “Ай ҡыҙы” исемле телевизион нәфис фильмда тап уға төп ролдәрҙең береһен ышанып тапшырҙылар. Артисҡа бөтә жанр ҙа еңел бирелә. Комедияла ла, драмала ла, үҙенең ролдәрен юғары кимәлдә башҡара ул. Хәмит Ирғәлиндең “Инә бүре ҡарғышы” трагедияһында – Юламан, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында – Мөхәмәтша, Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙа­са” комедияһында Яппар роле айырыуса үҙенсә­лекле. Ә күптән түгел Мөнир Ҡунафин­дың әҫәре буйынса ҡуйылған “Тың­лайыҡ ваҡыт аҡҡанын” спектаклендә төп ролде – баш табипты – уйнаны.
Илһамдың ҡатыны Фиҙәлиә Рәхимова – Әбйәлил ҡыҙы. Мәктәптә уҡығанда уҡ шуҡ, тиктормаҫ булып үҫә. “Шатлыҡ” бейеү ансамбленә йөрөй. Үҫмер ҡыҙ юғары класта уҡы­ғанда сәнғәт институтына барырға хәл итә.
Фиҙәлиә Рәхимова — бөгөн театр-концерт берләш­мәһенең милли йөҙөн билдәләгән актрисаларҙың береһе. Бе­реһенән-береһе сағыу образдар тыуҙыра. Улар өҫтөндә эшләгәндә уның халыҡ йолаларына таянып ижад итеүе, туған халҡының көнкүрешен, йәшәйешен ныҡлы белеүе күренә.
М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында — Туҡтабикә, Б. Бик­байҙың “Ҡоҙаса”һында — Шәмсиә кеүек комик ролдәр, И. Йо­ма­ғоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”нда — Сәриә, К. Чандр­ҙың “Бер мөхәббәт — мең ғашиҡ” драмаһында – сиған ҡыҙы Лачи, З. Атнабаеваның “Йәшенле ямғыры”нда – Маһинур, Владимир Жеребцовтың “Саҡырылмаған ҡунаҡ” спектаклендә – Надя, М. Ҡунафиндың “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” драмаһында ата-әсәләр ойошмаһы вәкиле һәм башҡа бик күп ролдәре уның киң диапазонлы артист икәнен күрһәтә.
Ошо ике күркәм актер менән осрашыуға Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының театр бүле­генән I курс студенттары килгәйне. Улар Ибраһим Аб­дул­линдың “Өфө ҡыҙҙары” спектакленән өҙөк күрһәтте. Ваҡиғалар шул тиклем оҫта башҡарылды, бында курс уҡытыусыһы Наилә Тимербай ҡыҙы менән курс мастеры Рафаэль Сәлих улы Самиковтарға “Афарин!” тиергә генә ҡала. Сара барышында артистарға һорауҙар бирелде, уларҙың ҡәҙимге тормоштары ла күҙ алдына баҫты. Ике яҡ өсөн дә шул тиклем файҙалы, ихлас осрашыу кү­ңелдәрҙә бары тик яҡты тойғолар ғына уятты. Ә Фиҙәлиә Рә­химова башҡарыуындағы йырҙар йөрәктән йөрәккә етте.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780