Мәҙәниәт йылы бара. Тормошобоҙға ниндәйҙер күңелле үҙгәрештәр индереп, ошо өлкәлә эшләгәндәргә яңы мөмкинлектәр асыр кеүек ул. Туған телгә, тарихыбыҙға, фольклорға, театрҙар репертуарына, милли йолаларыбыҙға тейешле иғтибар бүлеү, һынлы, бейеү һәм йыр сәнғәтен күтәреү, ил азаматтарын, бөйөк шәхестәребеҙҙе барлау — былар барыһы ла Мәҙәниәт йылында башҡарылаһы эштәр.
Ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһы иһә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фиҙәлиә менән Илһам Рәхимовтарҙың бенефисын үткәрҙе.
– Рәхимовтарҙың уйнағанын халыҡ һәр саҡ көтөп ала, ярата, – тине китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина. – Беҙҙең ҡалала Башҡорт дәүләт театры сирек быуатҡа яҡын эшләп килә. 1990 йылдың 1 декабрендә Стәрлетамаҡ башҡорт театр-студияһын төҙөү тураһында указ ҡабул ителә, ә инде апрелдә тәүге премьера үтә. Беренселәрҙән булып эшкә Сибай театрынан Кинйәбикә Исламғолова, Салауаттан – Рафиға Ғәлина, Өфөнән Илшат Йомағолов килә. Улар артынса Таһир Искәндәровты эшкә алалар. Шулай итеп, театр дүрт артист менән эшләп китә. Беренсе “Вариҫтар” спектаклендә хатта журналист Фаяз Йомағужин уйнай. Ул ваҡытта режиссер Гөлдәр Ильясова үҙе лә сәхнәгә сыға. Саҡ ҡына һуңыраҡ килгән Рәхимовтарҙы ла беренсе быуын театр артистарына индерһәк, дөрөҫ булыр.
Илһам Рәхимов – Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә тамашасыны ла, режиссерҙы ла үҙенә йәлеп иткән, ҡыҙыҡһындырған артист. Ролдәрен аң-зиһене аша үткәреп, тормошсан итеп, үҙенең һәләтен, аҡылын ҡушып тыуҙыра ул образдарҙы. Бер нисә йыл элек “Ай ҡыҙы” исемле телевизион нәфис фильмда тап уға төп ролдәрҙең береһен ышанып тапшырҙылар. Артисҡа бөтә жанр ҙа еңел бирелә. Комедияла ла, драмала ла, үҙенең ролдәрен юғары кимәлдә башҡара ул. Хәмит Ирғәлиндең “Инә бүре ҡарғышы” трагедияһында – Юламан, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында – Мөхәмәтша, Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” комедияһында Яппар роле айырыуса үҙенсәлекле. Ә күптән түгел Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса ҡуйылған “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” спектаклендә төп ролде – баш табипты – уйнаны.
Илһамдың ҡатыны Фиҙәлиә Рәхимова – Әбйәлил ҡыҙы. Мәктәптә уҡығанда уҡ шуҡ, тиктормаҫ булып үҫә. “Шатлыҡ” бейеү ансамбленә йөрөй. Үҫмер ҡыҙ юғары класта уҡығанда сәнғәт институтына барырға хәл итә.
Фиҙәлиә Рәхимова — бөгөн театр-концерт берләшмәһенең милли йөҙөн билдәләгән актрисаларҙың береһе. Береһенән-береһе сағыу образдар тыуҙыра. Улар өҫтөндә эшләгәндә уның халыҡ йолаларына таянып ижад итеүе, туған халҡының көнкүрешен, йәшәйешен ныҡлы белеүе күренә.
М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында — Туҡтабикә, Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һында — Шәмсиә кеүек комик ролдәр, И. Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”нда — Сәриә, К. Чандрҙың “Бер мөхәббәт — мең ғашиҡ” драмаһында – сиған ҡыҙы Лачи, З. Атнабаеваның “Йәшенле ямғыры”нда – Маһинур, Владимир Жеребцовтың “Саҡырылмаған ҡунаҡ” спектаклендә – Надя, М. Ҡунафиндың “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” драмаһында ата-әсәләр ойошмаһы вәкиле һәм башҡа бик күп ролдәре уның киң диапазонлы артист икәнен күрһәтә.
Ошо ике күркәм актер менән осрашыуға Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының театр бүлегенән I курс студенттары килгәйне. Улар Ибраһим Абдуллиндың “Өфө ҡыҙҙары” спектакленән өҙөк күрһәтте. Ваҡиғалар шул тиклем оҫта башҡарылды, бында курс уҡытыусыһы Наилә Тимербай ҡыҙы менән курс мастеры Рафаэль Сәлих улы Самиковтарға “Афарин!” тиергә генә ҡала. Сара барышында артистарға һорауҙар бирелде, уларҙың ҡәҙимге тормоштары ла күҙ алдына баҫты. Ике яҡ өсөн дә шул тиклем файҙалы, ихлас осрашыу күңелдәрҙә бары тик яҡты тойғолар ғына уятты. Ә Фиҙәлиә Рәхимова башҡарыуындағы йырҙар йөрәктән йөрәккә етте.