Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уң ҡулында булыр ҡурайы...
Уң ҡулында булыр ҡурайы...
Башҡортостандағы иң оло студентҡа – 64 йәш

Дәрес башланыр алдынан аудиторияға сал сәсле бабай килеп инде. Уҙаман уҡытыусы менән ипле генә иҫәнләште лә, артҡы партаға барып ултырҙы. Студенттар был ҡунаҡтың кем икәнлеген белә алмай бер булды.
– Таныш булығыҙ: һеҙҙең менән бер төркөмдә уҡыясаҡ Әсҡәт ағай Хәйернуров, – тип уҡытыусы уның менән таныштырғас, йәштәр ауыҙын асып, аптырашта ҡалды...


Ғүмеренең етенсе тиҫтәһен ваҡлағанда Әсҡәт Хәйер­н­у­ров­тың Учалы сәнғәт һәм мәҙә­ниәт учили­щеһы­на уҡырға ине­үен күптәр сә­йер­һе­неп ҡабул итте. Тыуған ауы­лы Сер­мәндә лә ғәжәплә­неү­се­ләр булманы тү­гел:
– Аҡылдан яҙып барамы икән әл­лә? Кит, ҡар­тай­ғанда тыртай­ған тиеүҙәре шул­­дыр...
– Ҡуй инде! Ул йәштән шулай булды бит. Ҡайҙа ғына барһа ла, гелән ҡурайын һыҙ­ҙыртып, йырлап тик йөрөнө.
Әсҡәт Ваһап улының белемгә ынтылышын хуплаусылар ҙа табылды:
– Бик дөрөҫ иткән. Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел!
Хеҙмәт ветераны Әсҡәт Хәйернуровты Белорет райо­нында ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Төрлө конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашып, гел уңыштарға өлгәшеп килә. Йәш быуынды тәрбиәләүҙәге эшмәкәрлеге, сәнғәткә тоғролоғо өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет гра­мотаһы менән дә бүләкләнгән.
Әсҡәт ағай һыҙҙыртып ҡурайҙа уйнай, моңло итеп йырлап та ебәрә, бик дәртләнгән мәлдәрендә, ҡоласын йәйеп, бейергә лә төшөп китә. Ә инде Сермән балалар йортоноң ул етәкләгән “Аманат” ҡурайсылар ансамбле егеттәре бер-бер артлы уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Оло йәштә булһалар ҙа, ҡатыны Фәүзиә менән бынамын итеп донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Ирина менән Светлана ла, күптән юғары белем алып, гөрләтеп йәшәй.
Әсҡәт Ваһап улы был тормошта барыһы менән ҡәнәғәт кеүек... Тик йәшлек хыялының тормошҡа ашмауы ғына тынғылыҡ бирмәй.
– Сәнғәт училищеһына уҡырға барам тигәс, һуғыштан ҡайтҡан атайым ҡаршы сыҡты, – тип хәтирәләргә бирелә Әсҡәт ағай. – Ғаиләлә мин иң олоһо булғас, кәртә-ҡуралағы төп эштәрҙе атҡарыу яңғыҙыма йөкмәтелә ине. Башҡа туғандарыма ла ярҙамлашырға кәрәк. Атайымдың һүҙен тыңлап, хыялым тормошҡа ашмай ҡалды.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, аҡһаҡал күп уйлап тормай, училищеға барырға йөрьәт итә. Моңло тауышлы хәләл ефете Фәүзиә лә ҡаршылашып тормай. Шулай итеп, Әсҡәт Ваһап улы ҡурай бүлегенә уҡырға инә. Республикабыҙҙың иң оло студенты быйыл икенсе курс­ты тамамланы.
– Аллаға шөкөр, һәйбәт уҡыталар, – тип ихлас йылмая уҙаман. – Стипендияһын да биреп торалар. Уҡыуҙан ҡайтҡанда әбейемә күстәнәстәр ҙә алып ҡыуандырам.
Каникул осоронда ҡул ҡаушырып ултырырға тура килмәй уға: нота грамотаһын нығыта, синтезаторҙа яңы көйҙәрҙе уйнарға өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта атын ҡарарға, малдарға бесән әҙерләргә лә өлгөрә.
– Йәшлек үтте инде тип зарланмаһындар ине ололар, – тигән кәңәшен бирә Әсҡәт Хәйернуров. – Хыял­дарҙы тормошҡа ашырырға бер ҡасан да һуң түгел!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780