Башҡортостандағы иң оло студентҡа – 64 йәш
Дәрес башланыр алдынан аудиторияға сал сәсле бабай килеп инде. Уҙаман уҡытыусы менән ипле генә иҫәнләште лә, артҡы партаға барып ултырҙы. Студенттар был ҡунаҡтың кем икәнлеген белә алмай бер булды.
– Таныш булығыҙ: һеҙҙең менән бер төркөмдә уҡыясаҡ Әсҡәт ағай Хәйернуров, – тип уҡытыусы уның менән таныштырғас, йәштәр ауыҙын асып, аптырашта ҡалды...
Ғүмеренең етенсе тиҫтәһен ваҡлағанда Әсҡәт Хәйернуровтың Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһына уҡырға инеүен күптәр сәйерһенеп ҡабул итте. Тыуған ауылы Сермәндә лә ғәжәпләнеүселәр булманы түгел:
– Аҡылдан яҙып барамы икән әллә? Кит, ҡартайғанда тыртайған тиеүҙәре шулдыр...
– Ҡуй инде! Ул йәштән шулай булды бит. Ҡайҙа ғына барһа ла, гелән ҡурайын һыҙҙыртып, йырлап тик йөрөнө.
Әсҡәт Ваһап улының белемгә ынтылышын хуплаусылар ҙа табылды:
– Бик дөрөҫ иткән. Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел!
Хеҙмәт ветераны Әсҡәт Хәйернуровты Белорет районында ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Төрлө конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашып, гел уңыштарға өлгәшеп килә. Йәш быуынды тәрбиәләүҙәге эшмәкәрлеге, сәнғәткә тоғролоғо өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән дә бүләкләнгән.
Әсҡәт ағай һыҙҙыртып ҡурайҙа уйнай, моңло итеп йырлап та ебәрә, бик дәртләнгән мәлдәрендә, ҡоласын йәйеп, бейергә лә төшөп китә. Ә инде Сермән балалар йортоноң ул етәкләгән “Аманат” ҡурайсылар ансамбле егеттәре бер-бер артлы уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Оло йәштә булһалар ҙа, ҡатыны Фәүзиә менән бынамын итеп донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Ирина менән Светлана ла, күптән юғары белем алып, гөрләтеп йәшәй.
Әсҡәт Ваһап улы был тормошта барыһы менән ҡәнәғәт кеүек... Тик йәшлек хыялының тормошҡа ашмауы ғына тынғылыҡ бирмәй.
– Сәнғәт училищеһына уҡырға барам тигәс, һуғыштан ҡайтҡан атайым ҡаршы сыҡты, – тип хәтирәләргә бирелә Әсҡәт ағай. – Ғаиләлә мин иң олоһо булғас, кәртә-ҡуралағы төп эштәрҙе атҡарыу яңғыҙыма йөкмәтелә ине. Башҡа туғандарыма ла ярҙамлашырға кәрәк. Атайымдың һүҙен тыңлап, хыялым тормошҡа ашмай ҡалды.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, аҡһаҡал күп уйлап тормай, училищеға барырға йөрьәт итә. Моңло тауышлы хәләл ефете Фәүзиә лә ҡаршылашып тормай. Шулай итеп, Әсҡәт Ваһап улы ҡурай бүлегенә уҡырға инә. Республикабыҙҙың иң оло студенты быйыл икенсе курсты тамамланы.
– Аллаға шөкөр, һәйбәт уҡыталар, – тип ихлас йылмая уҙаман. – Стипендияһын да биреп торалар. Уҡыуҙан ҡайтҡанда әбейемә күстәнәстәр ҙә алып ҡыуандырам.
Каникул осоронда ҡул ҡаушырып ултырырға тура килмәй уға: нота грамотаһын нығыта, синтезаторҙа яңы көйҙәрҙе уйнарға өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта атын ҡарарға, малдарға бесән әҙерләргә лә өлгөрә.
– Йәшлек үтте инде тип зарланмаһындар ине ололар, – тигән кәңәшен бирә Әсҡәт Хәйернуров. – Хыялдарҙы тормошҡа ашырырға бер ҡасан да һуң түгел!