Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош куренештәре
Балыҡ кемдеке?

Иртән тороп, Ҡашҡаҙан күле яры буйлап йөрөү ғәҙәткә инеп китте. Төрлө кеше менән осрашаһың, фекер алышаһың, күңелеңә ниндәйҙер рәхәтлек, ҡәнәғәтләнеү табаһың. Бигерәк тә балыҡсылар үҙҙәренә йәлеп итә. Балыҡ ҡабамы-юҡмы, оҙон ҡыуал менән ҡармаҡты күл уртаһына тиклем ырғытып, сығыры менән урата башлайҙар, әммә бер нәмә лә туламай, ваҡыт ҡына бушҡа үтә. Ә үҙҙәре шыттыра беләләр.
Дүрт балыҡсы гәпләшеп тора. Береһе: “Өс көн элек тап ошо урында бик ҡыҙыҡлы хәлгә осраным. Ҡармағымды күлгә ырғытыуым булды, ҡалҡыуы­сымды гөжләтеп һыу аҫтына алды ла китте. Күтәреп ҡараным – көс етерлек түгел. Туҡта, мин әйтәм, яйлап ҡына яр яғына һөйрәйем. Алып килеп еткерҙем тегене, беләк буйы бәрҙе балығы булып сыҡты. Тубыҡтан һыуға төшөп, айғолағынан эләктәреп алайым тигәндә, теге бәрҙе ҡармаҡтан ысҡынып, һау бул тигәндәй, ҡойроғо менән һыуға һуғып, тулҡындарҙы ярып ҡасты ла китте. Эх, яртыһынан балыҡ һурпаһы бешереп, яртыһын табала ҡурып ашармын тигәйнем. Бәрҙене бик тәмле була, тиҙәр бит, элегерәк уның менән батшаны, ҙур түрә-ҡараны һыйлағандар, тиҙәр. Ризыҡҡа яҙманы — әрәм булды”, — тип оҙон бер тарих һөйләне.
Икенсеһе: “Үҙең дә, ҡараштарың да шыйғаҡ шамбыға оҡшап тора, бәлки, теге балыҡ бәрҙе түгел, шамбы булғандыр. Бәрҙе бит таҙа, ағын һыуҙа ғына йәшәй. Һинең өсөн генә завод торбаһынан килеп төшмәһә”, — тип көлөп ҡуйҙы.
Бәхәс ни менән бөткәндер, көтөп торманым, артабан киттем.
Ике балыҡсы шым ғына ҡармаҡ һала. Эргәләренә бик матур ҡыҙ килеп туҡтаны ла өҫ кейемдәрен һалып, спорт формаһында гимнастика яһарға тотондо. Балыҡсыларҙың олорағы быны күҙәтергә тотондо. Йәше иһә шаяртырға булды: тегенең ҡар­ма­ғына үҙенең биҙрәһенән яңы тотҡан арыу ғына балығын эләктерҙе лә ипләп кенә күлгә ырғытты.
Ҡыҙыҡай күнегеүҙәрен тамамланы ла, кейенеп, ҡайтыу яғына китте. Теге балыҡсы үҙ урынына килде — ҡармаҡ юҡ. “Күрше, — тине ул, — мин ҡармаҡ ырғытҡандай булғайным, әллә яңылыштыммы икән? Минең ҡармағым бар инеме? Булғандыр, юғиһә биҙрә, балыҡ ашата торған аҙыҡ, һауыт-һаба тормаҫ ине бит?”
Күршеһе: “Ҡара әле, күлдә йөҙөп йөрөгән ҡыуал һинеке түгелме?” – тип көлдө.
“Минеке”, — тине өлкән балыҡсы.
Ҡалҡыуысының йыш-йыш һыуға батып китеүе быны тағы дәртләндереп ебәрҙе. Итектәрен ырғытты ла күлгә атылды. Ул һыуға биленә тиклем инеп, ҡармаҡты һөйрәп алып сыҡты. Баяғы балыҡты ҡармаҡтан ысҡындырып, үҙенең биҙрәһенә ырғытты.
“Хоҙай бар ул – буш ҡайтырмын тип уйлағайным, ниндәй ҙур балыҡ ҡапҡан. Ғаиләгә маҡтанырға була”, — тине лә, әйберҙәрен йыйыштырып, ҡайтыу яғына юлланды. Икенсе балыҡсының, был – минең балыҡ, тип әйтергә теле әйләнмәне.


“Һуҡыр һунарсы”лар

Бер ҡыҙыҡлы хәл хәтеремә төштө. Колхоздың умарталығы йүкә урманы менән уратып алынған ҙур аҡланда ине. Балдың тәмен белеп алған айыу көн дә шунда һөжүм итә. Бер көн колхоз рәйесе дүрт егетте саҡырып алды ла: “Егеттәр, мин һеҙгә ҡурҡыныс, әммә яуаплы эш йөкмәтергә булдым. Айыу йонсотто бит, көн дә килә лә умарталарҙы туҙҙыра. Шуны атып алырға кәрәк, юғиһә колхозға күпме зыян килтерә. Алып ҡайтҡан көндө үк һәр берегеҙгә берәр һарыҡ, аҡсалата премия бирәм. Ризаһығыҙмы?” – тине.
“Ризабыҙ, — тине араларынан йәшерәге. — Тик шарт шундай: атып үлтереп йәки тереләй бәйләп алып ҡайтып, ошо иҙәнгә һалырбыҙ, шуға беҙгә яҡшы ат һәм арба бирегеҙ, тотош ауыл халҡы һоҡланып ҡарап торһон. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Әгәр ошо вәғәҙәмде үтәмәһәм, ике күҙемде лә ҡарға суҡыһын”.
Дүрт егет кисен, мылтыҡтарын алып, умарта­лыҡҡа китте, айыуҙы аулау планын ҡорҙо. Дүртеһе дүрт ағасҡа менеп ултырырға булды. Ҡыйыулыҡ өсөн бер аҙ төшөрөп алдылар ҙа һәр береһе урынына юлланды. Аҙ-маҙ булһа ла эсеү тегеләргә ныҡ тәьҫир иттеме икән, шунда уҡ йоҡоға талдылар.
Һис көтмәгәндә, таң алдынан булһа кәрәк, береһенең танау осон ҡорт саҡты. Йоҡо аралаш бөжәккә һуғайым тигәнсә, яңылыш хәрәкәт яһапмы, таҙған емерелеп китеп, уның менән бергә һунарсы ағас башынан осоп килеп төштө. Ул арала, бармағы тейепме, әллә ағасҡа эләгепме, мылтыҡ атылып китте. Ҡалғандар умарталыҡҡа күҙ һалды — айыу күренмәй. Төшөп ҡараһалар, умарта асылған, бал ашалған, айыуҙан ел иҫкән.
Һунарсылар буш ҡул менән ҡайтты шулай. Кеше күҙенә күренергә оялып йөрөнөләр. Маҡтансыҡтарға “Һуҡыр һунарсы” тигән ҡушамат йәбешеп ҡалды.
Колхоз рәйесе, ауылдың һунарсыһын яллап, теге айыуҙы эләктерҙе, әлбиттә. Умарталыҡ тыныс йәшәй башланы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780