Тормош куренештәре18.07.2014
Балыҡ кемдеке?
Иртән тороп, Ҡашҡаҙан күле яры буйлап йөрөү ғәҙәткә инеп китте. Төрлө кеше менән осрашаһың, фекер алышаһың, күңелеңә ниндәйҙер рәхәтлек, ҡәнәғәтләнеү табаһың. Бигерәк тә балыҡсылар үҙҙәренә йәлеп итә. Балыҡ ҡабамы-юҡмы, оҙон ҡыуал менән ҡармаҡты күл уртаһына тиклем ырғытып, сығыры менән урата башлайҙар, әммә бер нәмә лә туламай, ваҡыт ҡына бушҡа үтә. Ә үҙҙәре шыттыра беләләр.
Дүрт балыҡсы гәпләшеп тора. Береһе: “Өс көн элек тап ошо урында бик ҡыҙыҡлы хәлгә осраным. Ҡармағымды күлгә ырғытыуым булды, ҡалҡыуысымды гөжләтеп һыу аҫтына алды ла китте. Күтәреп ҡараным – көс етерлек түгел. Туҡта, мин әйтәм, яйлап ҡына яр яғына һөйрәйем. Алып килеп еткерҙем тегене, беләк буйы бәрҙе балығы булып сыҡты. Тубыҡтан һыуға төшөп, айғолағынан эләктәреп алайым тигәндә, теге бәрҙе ҡармаҡтан ысҡынып, һау бул тигәндәй, ҡойроғо менән һыуға һуғып, тулҡындарҙы ярып ҡасты ла китте. Эх, яртыһынан балыҡ һурпаһы бешереп, яртыһын табала ҡурып ашармын тигәйнем. Бәрҙене бик тәмле була, тиҙәр бит, элегерәк уның менән батшаны, ҙур түрә-ҡараны һыйлағандар, тиҙәр. Ризыҡҡа яҙманы — әрәм булды”, — тип оҙон бер тарих һөйләне.
Икенсеһе: “Үҙең дә, ҡараштарың да шыйғаҡ шамбыға оҡшап тора, бәлки, теге балыҡ бәрҙе түгел, шамбы булғандыр. Бәрҙе бит таҙа, ағын һыуҙа ғына йәшәй. Һинең өсөн генә завод торбаһынан килеп төшмәһә”, — тип көлөп ҡуйҙы.
Бәхәс ни менән бөткәндер, көтөп торманым, артабан киттем.
Ике балыҡсы шым ғына ҡармаҡ һала. Эргәләренә бик матур ҡыҙ килеп туҡтаны ла өҫ кейемдәрен һалып, спорт формаһында гимнастика яһарға тотондо. Балыҡсыларҙың олорағы быны күҙәтергә тотондо. Йәше иһә шаяртырға булды: тегенең ҡармағына үҙенең биҙрәһенән яңы тотҡан арыу ғына балығын эләктерҙе лә ипләп кенә күлгә ырғытты.
Ҡыҙыҡай күнегеүҙәрен тамамланы ла, кейенеп, ҡайтыу яғына китте. Теге балыҡсы үҙ урынына килде — ҡармаҡ юҡ. “Күрше, — тине ул, — мин ҡармаҡ ырғытҡандай булғайным, әллә яңылыштыммы икән? Минең ҡармағым бар инеме? Булғандыр, юғиһә биҙрә, балыҡ ашата торған аҙыҡ, һауыт-һаба тормаҫ ине бит?”
Күршеһе: “Ҡара әле, күлдә йөҙөп йөрөгән ҡыуал һинеке түгелме?” – тип көлдө.
“Минеке”, — тине өлкән балыҡсы.
Ҡалҡыуысының йыш-йыш һыуға батып китеүе быны тағы дәртләндереп ебәрҙе. Итектәрен ырғытты ла күлгә атылды. Ул һыуға биленә тиклем инеп, ҡармаҡты һөйрәп алып сыҡты. Баяғы балыҡты ҡармаҡтан ысҡындырып, үҙенең биҙрәһенә ырғытты.
“Хоҙай бар ул – буш ҡайтырмын тип уйлағайным, ниндәй ҙур балыҡ ҡапҡан. Ғаиләгә маҡтанырға була”, — тине лә, әйберҙәрен йыйыштырып, ҡайтыу яғына юлланды. Икенсе балыҡсының, был – минең балыҡ, тип әйтергә теле әйләнмәне.
“Һуҡыр һунарсы”лар
Бер ҡыҙыҡлы хәл хәтеремә төштө. Колхоздың умарталығы йүкә урманы менән уратып алынған ҙур аҡланда ине. Балдың тәмен белеп алған айыу көн дә шунда һөжүм итә. Бер көн колхоз рәйесе дүрт егетте саҡырып алды ла: “Егеттәр, мин һеҙгә ҡурҡыныс, әммә яуаплы эш йөкмәтергә булдым. Айыу йонсотто бит, көн дә килә лә умарталарҙы туҙҙыра. Шуны атып алырға кәрәк, юғиһә колхозға күпме зыян килтерә. Алып ҡайтҡан көндө үк һәр берегеҙгә берәр һарыҡ, аҡсалата премия бирәм. Ризаһығыҙмы?” – тине.
“Ризабыҙ, — тине араларынан йәшерәге. — Тик шарт шундай: атып үлтереп йәки тереләй бәйләп алып ҡайтып, ошо иҙәнгә һалырбыҙ, шуға беҙгә яҡшы ат һәм арба бирегеҙ, тотош ауыл халҡы һоҡланып ҡарап торһон. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Әгәр ошо вәғәҙәмде үтәмәһәм, ике күҙемде лә ҡарға суҡыһын”.
Дүрт егет кисен, мылтыҡтарын алып, умарталыҡҡа китте, айыуҙы аулау планын ҡорҙо. Дүртеһе дүрт ағасҡа менеп ултырырға булды. Ҡыйыулыҡ өсөн бер аҙ төшөрөп алдылар ҙа һәр береһе урынына юлланды. Аҙ-маҙ булһа ла эсеү тегеләргә ныҡ тәьҫир иттеме икән, шунда уҡ йоҡоға талдылар.
Һис көтмәгәндә, таң алдынан булһа кәрәк, береһенең танау осон ҡорт саҡты. Йоҡо аралаш бөжәккә һуғайым тигәнсә, яңылыш хәрәкәт яһапмы, таҙған емерелеп китеп, уның менән бергә һунарсы ағас башынан осоп килеп төштө. Ул арала, бармағы тейепме, әллә ағасҡа эләгепме, мылтыҡ атылып китте. Ҡалғандар умарталыҡҡа күҙ һалды — айыу күренмәй. Төшөп ҡараһалар, умарта асылған, бал ашалған, айыуҙан ел иҫкән.
Һунарсылар буш ҡул менән ҡайтты шулай. Кеше күҙенә күренергә оялып йөрөнөләр. Маҡтансыҡтарға “Һуҡыр һунарсы” тигән ҡушамат йәбешеп ҡалды.
Колхоз рәйесе, ауылдың һунарсыһын яллап, теге айыуҙы эләктерҙе, әлбиттә. Умарталыҡ тыныс йәшәй башланы.