Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исемен ҡайтарырмы Белорет?!
Исемен ҡайтарырмы Белорет?!
Уралда иң ололарҙан һаналған, ике йөҙ илленән ашыу йыллыҡ тарихлы металлургтар ҡалаһы Белореттың Рәсәй империяһының, Советтар иленең ҡеүәтен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Кеш тамғаһы һуғылған юғары сифатлы металл Европала ла киң билдәле булған. Беҙҙең суйын иретеүселәрҙең, ҡорос ҡойоусыларҙың фиҙакәр хеҙмәте тарихы күп томлы китаптарға һыймаҫлыҡ!


Киләһе йылда 70 йыллығы билдәләнәсәк Еңеүҙе яҡынлатыуҙа ла Белорет металлургтары туранан-тура ҡатнашты. Үткән быуаттың икенсе яртыһы ҡала өсөн дә, металлургия комбинаты өсөн дә йылдам үҫеш йылдары булды. Егерме меңдән ашыу кеше эшләгән предприятие республиканың ғына түгел, бөтөн илдең ауыр сәнәғәтендә иң ҡеүәтлеләрҙең береһенә әйләнде. Мәғдән табыуҙан алып донъяның күп тарафтарында ҙур ихтыяж менән файҙаланылған юғары сифатлы тимер сымдар, төрлө канаттар, шул иҫәптән авиацияла, ракета техникаһында ҡулланылған әҙер продукция сығарыуға тиклем тулы циклда эшләүсе ҡеүәтле производство булды комбинат.
Бер үк ваҡытта БМК Белоретты танытыусы, уны тотоусы предприятие ла ине. Ҡала бюджетының 80-90 процентын тәьмин итеүсе лә металлургтар булды. Йылдам тиҙлектә торлаҡ төҙөлөшө барҙы, яңынан-яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары асылды. Дарыуханалар ҡаласығы, яңы автовокзал һәм башҡа күп социаль объекттар төҙөлдө. Белорет — Шишмә тимер юлы ҡаланы Өфө менән тоташтырҙы. Бынан тыш та баш ҡалаға көн һайын дүрт-биш тапҡыр “Ан-24” самолеты оса ине, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Свердловск, Силәбе менән дә пассажир авиацияһы бәйләнеше булды.
Барлыҡ был ҡаҙаныштар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән быуатта ҡалды. Вариҫтарыбыҙға «Беҙ — металлургтар» тип ғорурланырлыҡ урын юҡ бөгөн. Туҡһанынсы йылдарҙың ҡоротҡос ҡанаты Белоретҡа ныҡ ҡағылды, металлургия комбинатын да урап үтмәне. Етештереү күләме ҡырҡа кәмене, аҙы өсөн дә башлыса бартер менән иҫәпләштеләр. Ошо шарттарҙа көрсөктән сығыуҙың берҙән-бер юлы итеп ниңәлер Силәбенең “Мечел” компанияһы менән берләшеү юлы һайланды. Бының дөрөҫ аҙым булғанмы, юҡмы икәненә, әлбиттә, ваҡыт баһа бирер. Әммә бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, күп нәмә аңлашылмай. Мәғлүм булыуынса, акцияларҙың 51 проценты үҙебеҙҙә ҡалды, шуға комбинаттың төп хужаһы Башҡортостан булырға тейеш ине. Акцияларҙың контроль пакеты силәбеләр ҡулына күскәнен белмәй ҙә ҡалдыҡ. Бөгөн үҙәк телевидение яңылыҡтарынан, “Мечел” компанияһы банктарға булған туғыҙ миллиард доллар бурысын ҡаплау өсөн Белорет металлургия комбинатын аманат итеп һалған, имеш, тип ишетәбеҙ. Быға тиклем дә “комбинат урындағы бюджетҡа аҡса бүлмәй” тигән һүҙҙәр булғайны инде. Белеүебеҙсә, предприятие әле лә килемле эшләй. Шулай булғас, беҙҙең комбинат ниңә “Мечел”дың бурысын ҡаплай, ә ҡала һәм район иҫәбенә аҡса күсермәй? Шул аңлашылмай миңә. Беҙ Силәбелә түгел, Белоретта йәшәйбеҙ бит!
Совет осоронда гөрләп сәскә атҡан, метиз сәнәғәтенең флагманы һаналған ҡеүәтле комбинат, ғөмүмән, баҙар иҡтисадына ныҡлы баҫып инә алманы. Предприятие милеген акционерҙарға бүлеп биреү (ни тиклем ғәҙел булғандыр, әйтә алмайым) идара итеү системаһына ла үҙгәрештәр индерҙе. Акцияларҙың аҙ ғына өлөшөнә эйә булған ябай эшселәр идара итеүҙә тулыһынса ҡатнашты тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, беҙгә, “зыянға эшләй” тигән булып, суйын иретеү цехын ябыу ҡарарын еткерҙеләр. Коллективтың ҡаршылығын баҫыу өсөн унда Металлургия музейы асыу вәғәҙә ителде. Тик, күп тә үтмәй, цехты бер шөрөбөн дә ҡалдырмай металлоломға турап, Силәбе заводына оҙатып бөт­төләр. Шул уҡ яҙмышҡа мартен цехы менән Тирлән ҡалай прокатлау заводы ла тарыны. Һөҙөмтәлә ун меңдән ашыу кеше йәшәгән ике ҙур ҡасаба халҡы эшһеҙлеккә дусар ителде. Бөгөн бары тик “150 стан”ы эшләй. Ҡорос сым менән канаттар, металл әйбер­ҙәр етештереүгә бәйле булған метиз производствоһы ғына бит ул. Станды иҫәпкә алмағанда, ул бер нисек тә металлургия була алмай.
Комбинаттың элекке генераль директоры Вадим Кулеша иҫән сағында, бар көсөн электрометаллургия заводы төҙөүгә һалып, “Белорет метталлургияһы” тигән төшөнсәне киләсәктә лә ҙур хәрефтән яҙҙырыу тура­һындағы яҡты хыялдары менән беҙҙең күңелдәрҙә өмөт сатҡылары уята ине әле. Бөтөн ҡала халҡының ихтирамын ҡаҙанған, тамырҙары Белореттан булмаһа ла, үҙен уның ысын патриоты итеп күрһәткән оло шәхес яҡты донъянан киткәс тә һүнмәй әле белореттарҙың был ышанысы.
“Белсталь” компанияһының яңы етәксеһе 2011 йыл­дың сентябрендә: “Туҡан руднигы менән тау-байыҡ­тырыу фабрикаһы проекты әҙер. Быйыл рудник тө­ҙө­лөшөн башлап, киләһе йылда миллион ярым тонна мәғдән сығарасаҡбыҙ”, — тип белдергәйне. Район етәксеһе Владислав Миронов та: “Тимер юл ауылы эргәһендә электрометаллургия комплексы төҙөүгә урын бүленгән, уны башлау — 2012 йылға, продукция сығарыу 2015-2016 йылдарға билдәләнгән”, — тип һөйөндөргәйне беҙҙе. Был белдереүҙәргә ышанып, белореттар меңәрләгән яңы эш урыны барлыҡҡа килеүен, ҡала бюджетына өҫтәмә килем керәсәген һаман да көтә.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780