Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған йорт йылыһы
Тыуған йорт йылыһы
– Ур-раа! Бөтәһе лә “бишле”! – имтихандарҙы уңышлы тапшырған Рәйлә түбәһе күккә тейерҙәй булып йөрөй. Шатланмаҫлыҡмы ни?! Өфө һынлы Өфөнөң сәнғәт инс­титутына уҡырға инде бит! Ә ул был хаҡта күптән хыялланды. Биш йәштән үк ауыл клубының сәхнәһенән төшкәне булманы. Ололар, ҡыҙҙың моңло тауышын ишетеп, киләсәктә нәҡ артист тормошон юрай ине...


Тик уҡырға килгән Рәйләнең был ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы. Шаулап торған таш ҡаланы үҙһенмәне ҡыҙ. Ай үттеме-юҡмы, тыуған ауылы Ташкисеүҙе юҡһынып бер булды. Эйе, Әлшәй районындағы был күркәм төйәкте һағынырлыҡ та шул. Солтанай шишмәһе тураһында ғына үҙе бер йыр яҙырлыҡ.
“Атайым менән әсәйем ни эшләй икән? Улар ҙа минең ҡайтыуымды түҙемһеҙләнеп көтә­ләрҙер. Ә иртәгә кисен клубта концерт буласаҡ. Унда кем сығыш яһар? Ауылдаштарым да мине юғалтҡандарҙыр”, – ошо уйҙар Рәйләгә иртән дә, кисен дә тынғы бирмәне.
Тамам түҙерлек хәле ҡалмағас, ул илап деканатҡа килде.
– Документтарымды алырға килдем. Үҙебеҙҙең районда уҡырмын, – тине Рәйлә, йәштәрен һөртә-һөртә.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, педагог Миләүшә Мортазина аптырашта ҡалды:
– Юҡ-юҡ! Ҡайтам тип ауыҙыңды ла асма. Һинең киләсәгең ҙур. Ҡайтып китһәң, ғүмер буйы үке­нерһең...
Ауыл тип хыялланған ҡыҙҙы билдәле педа­гогтың һүҙҙәре лә тынысландырманы. Рәйлә, барыбер ҡайтам, тип үҙенә һүҙ бирҙе. Шул ниәт менән институттың ректоры, билдәле композитор Заһир Исмә­ғилевтең ишеген шаҡыны.
– Бә-әй, был ни ҡыланыш! – Ректор ҡыҙҙың ҡылығына асыулан­ғандай булды. – Кешеләр уҡырға инә алмай илап ҡайтып китә, ә һин уҡыған урыныңды ташларға иҫәп тотаһың. Ауылыңды һағынаһың икән – түҙ! Ваҡыт үтеү менән баҫыла ул.
Рәйлә был һүҙҙәрҙән һуң тыныс­лан­ғандай булды ла, бер нисә көндән йәнә ректор кабинетына шул уҡ үтенес менән килде. Шулай итеп, тыуған ауылын, атай йортон һағыныу тойғоһо артист булыу теләген дә еңде...
Бөгөн хаҡлы ялда булған Рәйлә Фәйзуллина­ның тормош юлы ошондай көтөлмәгән ваҡиғаларҙан тора. Был хаҡта һөйләгәндә йөҙө берсә балҡып китә, берсә кәйефе ҡырыл­ғандай була.
...Институттан киткәндең киләһе йылына Рәйлә Мәрҙән ҡыҙы Ташкент ҡалаһына яҡын ғына туғандарына ҡунаҡҡа бара. Шунда мәҙәни-ағар­тыу училищеһына уҡырға ҡабул итеүҙәре тураһында иғлан күреп ҡала. Өфөнө ташлап киткәндән һуң бер йыл эсендә үкенеп өлгөргән һылыу йәнә бәхетен сәнғәттә һынап ҡарамаҡсы була. Ҡыҙҙы йырлатып ҡарайҙар ҙа бер һүҙһеҙ уҡырға алалар. Үзбәктәр Башҡортостандан кил­гән һылыуҙы шунда уҡ үҙ итә. Төрлө фести­валдәрҙә, конкурстарҙа ҡат­нашыр­ға саҡырып торалар. Бигерәк тә шул осорҙа яңы ғына моронлай башлаған “Ялла” ансамбле егеттәре менән бер сәхнәлә сығыш яһауы хәтерендә уйылып ҡала. Әйткәндәй, “Ялла” төркөмө һуңынан совет эстрадаһында ҙур уңыш ҡаҙанды.
Тыуған йорт йылыһыТашкенттағы мәҙәни-ағартыу учи­лищеһын тамамлағас, Рәйлә ял итергә тип тыуған ауылына ҡайта. Тик шул ҡайтыуынан кире Үзбәкстан тарафтарына бармай. Сит яҡтарҙа күп йөрөһә лә, тормош юлдашын нәҡ тыуған яғында таба. Әлшәй егете Наил Фәтҡулла улы менән ғаилә ҡороп ебәрәләр.
Тыуған ерендә эш башлай Рәйлә. Илмир, Илгиз, Вилдан исемле улдары тыуа. Инде матур итеп донъя көтә башлағанда ғына, Фәйзуллин­дарға йәнә Әлшәйҙән айырылырға тура килә. Ғаилә башлығы Наилға Төмән өлкәһендәге Муравленко ҡалаһына комсомол йүнәлтмәһе бирелә.
– Сит яҡта йөрөгәндә халҡың моңо бигерәк тә һағындыра, – тип хәтирәләргә бирелә Рәйлә Мәрҙән ҡыҙы. – Шуға ла Себерҙә йәшәгән милләттәштәр өсөн ансамбль булдырыу теләге менән яна башланым. Оҙаҡ та үтмәй, “Дуҫлыҡ” башҡорт-татар төркөмө төҙөп тә ҡуйҙыҡ.
Шулай итеп, сит тарафта үҙ моңона сарсаған ватан­даштар­ҙы туплай Рәйлә ханым. Бейеүсеһе лә, ҡурай­сыһы ла, гар­мунсыһы ла, йырсыһы ла табыла. Дәртле ижади төркөмдөң даны өлкәлә тиҙ тарала. Башҡа ҡалаларға ла сығыш яһарға саҡыра башлайҙар.
Атай йортонан уҡ милли рух алған Рәйлә Фәйзуллина бының менән генә сикләнеп ҡалмай. Муравленкола туған телдәрҙе өйрәтеү өсөн түңәрәк тә ойоштороп ебәрә. Теләгенә ҡаршы килгәндәр ҙә осрай, әлбиттә, әммә сос ҡатын үҙенекен һүҙ итмәйенсә туҡтамай.
Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһамаһа ла, яҙмышы менән бәхетле Рәйлә Мәрҙән ҡыҙы. Бе­рен­сенән, егерме йылға яҡын ғүмерен сит өлкәлә ту­ғандаш башҡорт һәм татар халҡы­ның мәҙәниәтен таратыуға ба­ғыш­лай. Икенсенән, бынамын тигән өс ул үҫтерәләр, һәр береһе юғары белемле. Башҡортостандан ситтә донъя көтһәләр ҙә, туған телен онотмайҙар. Үҙ милләтенә һөйөү тәрбиәләүҙәре, рухтарын юғалтмау­ҙары менән ихтирамға лайыҡ Фәй­зуллин­дар.
Бөгөн йырсы Вилдан Фәйзуллин­ды респуб­ликабыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Ул ижад иткән сағыу йыр­ҙарҙы тамашасылар үҙ итте. “Атай йорто”, “Ҡолон”, “Сыйырсыҡ­тар” ке­үек йырҙары һәр кемдең күңеленә юл тапты. Шундай йырҙар яҙған Вилданды Төмән өлкәһендә, урыҫ мө­хитендә үҫкән тип кем әйтер?! Бына ҡайҙа ул тәрбиә!
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Рәйлә һәм Наил Фәй­зуллин­дар Өфөгә күсеп килә. Бала саҡ дуҫтары Муравленкола булһа ла, улдары ла унда ҡалмай, Башҡортостанға ҡайта.
Рәйлә ханым әле лә мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәй. Өфөлә лә, Әлшәй районында ла “Йәшлегемә ҡайтам әле”, “Яҙҙа­рымда минең наҙҙарым”, “О, мөхәб­бәт!”, ”Хәмерһеҙ донъя”, “Бала сағым – алтын бишегем” кеүек музыкаль кисәләр ойоштороп, яҡташтарын ҡыуандырып тора.
Бәләкәй генә булған Ташкисеү ауылында йыл да “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреүҙе лә үҙ иңенә ала ул. Ата-асә нигеҙен ҡоротмау, уларҙың яҡты рухы алдында баш эйеү хөрмәтенән баш­ҡарыла был эш. Ошондай мәлдәрҙә ауылдаштары тыуған нигеҙенә йыйыла, быуындар бәйләнеше нығый.
Ҡасандыр тыуған ауылы хаҡында йыр яҙыу теләген кесе улы Вилдан тормошҡа ашырҙы. Хәҙер “Ташкисе­үем”, “Солтанай” исемле йырҙарҙы радио аша йыш ишетәбеҙ.

Илдәрҙе күп күрҙем, гиҙҙем мин,
Айырылыу һағышына түҙҙем мин.
Сит ерҙә бәхетем юҡ икән,
Тыуған ер, тупрағым­ һин икән!..


Был һүҙҙәрҙә Рәйлә Фәйзуллин­аның тормош асылы сағылғандай. Ғүмере буйына тыуған ни­геҙҙең йылыһына тартылыуы ла шунан киләлер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779