Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙ ҡөҙрәтен тойоп
Һүҙ ҡөҙрәтен тойоп
Рәшит Зәйнуллиндың ус аяһындай ғына “Хыял иле” китапсығын әленән-әле уҡып, шиғриәте хаҡында байтаҡтан бирле фекер төйнәп йөрөйөм. Журналистика өлкәһендә эшләгән йәш егет үҙенең шиғри күстәнәстәре менән уҡыусыларын йыш һөйөндөрөп тормай. Матбуғат биттәрендә ижады бик һирәк күренә. Был уның үтә баҫалҡы булыуынанмы, әллә... Тәүге йыйынтыҡҡа Рәшит алты тиҫтәнән ашыу шиғырын һәм китапҡа исем биргән поэмаһын индергән. Ярайһы уҡ бай ғына, һәр хәлдә, ижады тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә.


Һүҙ ҡөҙрәтен тойопТөрлө кимәлдәге әҫәрҙәр туплан­ған китапта шиғыр­ҙан ши­ғырға автор­ҙың эҙ­лә­неү­ҙәре, хис-тойғо­лары­ның дина­мика­һы, үҙен­сәлекле ҡа­раш­­тарҙы поэтик фекер аша биреүсе стилистик алым­дар­ҙың да үҙгә­рә барыуын күрә­һең. Бигерәк тә бер яҡлы диалогтар уңышлы ҡул­ла­нылған. Лирик герой һәр ваҡыт кем менәндер бәхәсләшә, үҙ уйҙары, хис-тойғоһо һәм һыҙ­ланыуҙары менән бүлешә, ләкин бәлә һалмай, һыҡтамай. Төрлө тематикалы шиғыр­ҙар – лирик образдың характерын билдәләй.
Яныр шартлап, йәшен булып
ялтлар,
Әммә бер сәбәпһеҙгә һыҡтамаҫ...
(”Таба алмаҫ тыныслыҡты...”).
Был юлдарҙа геройҙың әүҙем граж­данлыҡ позицияһын да, шәхестең көслө һыҙаттарын да сырамытырға була.
Башҡорт шиғриәтендә “йөрәк”, “йә­шен” образдары бик йыш осрай. Шағир Р. Назаров уның ниндәй генә өлгөләрен бирмәне?! Ә Рәшит Зәйнуллинда улар бөтөнләй икенсе юҫыҡта:
Мин йылмайып йөрәгемде бирҙем,
Бирҙем дошманыма – бүләккә...
(“Ҡая”).
Йәки:
...Таба алмаҫ тыныслыҡты йөрәк –
Ул көрәшә, еңеү өсөн килде.
(“Таба алмаҫ тыныслыҡты...”).
Лирик герой образының көсө ташып тора, һыҡтап йә булмаһа аптырап, юлдан тайпылыр шәхес түгел ул. Унда йәшлек самимилығы, хис-тойғоларҙың сафлығы һәм тормошҡа дәғүәһе лә урын ала. Сөнки герой заманға тура ҡарарлыҡ, яҙмыш һынауҙарын үҙ иңендә илтерлек көс туплаған. Ша­ғир­ҙың азатлыҡ яратҡан йәне таш диуар менән уратып алынған кеүек. Кескәй, әммә яҡты сыраҡ тотоп оло юлға сыға, һулышы менән бар донъяны һәм һөйгәнен йылы­тырға әҙер. Авторҙың поэтик фекерҙе дөйөмләш­тереү, йә булмаһа бәләкәй генә образ аша эпик киңлектә уй йөрөтөү һәләте ярылып ята. Шуға ла шиғырҙарҙа эпик ҡоласты хәтерләткән хронотоп йыш осрай.
Булып уҙҙы яуҙар, тауҙар ауҙы,
Диңгеҙҙәр ҙә сумды, мәңгегә,
Ә мин тере – һине шашып һөйгән,
Ерҙә тик мөхәббәт – мин генә.
(“Клеопатра”).
Киңлек. Ниндәйҙер сиктәрҙән ҡото­лоп, мәңгелек хәрәкәткә ҡу­шы­лып та, үҙ ағымыңды яҡшы тойомлап, тормош елкәндәре менән идара итеү хас Рә­шит­тең шиғриәтендә. “Хыял” шиғы­рын­да традицион бөркөт, бүре образдары бик йәтеш сиктәрҙе билдәләй, авторҙың поэтик фекер офоғон күрһәтә. Унда ҡараш­тар ҡаршылығы, парадоксаль күренештәр өр-яңы яҫылыҡты хасил итә. Һүҙ уйыны түгел, кеше уйының ҡөҙрәтле көсө самалана. Шағир һәр күренешкә, донъяға сабый күҙҙәре менән баға ла, ябай уҡыусыны ла ошо сафлыҡҡа ышандыра. Сөнки шиғыр­ҙарҙа бай һүрәтләү саралары менән тулы бер картина, илаһи донъя хасил була. Автор һүҙ буяуҙары менән оҫта рәссамдай эш итеп кенә ҡалмай, ә һәр күренешкә йән өрә:
...Йондоҙҙар күктән диңгеҙгә
түгелә.
Ғәжәпләнеүен йәшерә алмай
Ҡояш беҙҙең тарафҡа эйелә.
(“Миҙгелдәр”).
Шағир йәне мөхәббәт менән һөйөү­ҙән илаһи зат булып ергә яралған. Мөһөр түгел, мәңгелектең ауаздарын һәм рухын кешеләргә еткереү миссия­һын атҡара төҫлө. Шулай булмаһа:
Бары мин киткәндә был донъяла
Мөхәббәтһеҙ кеше ҡалмаһын...
(“Клеопатра”).
– тип тормош даулар инеме? Кемдер донъяһында тыуҙырған мөхәббәт утрауында аҙашыр мәжнүн түгел, ә үҙ ихтыярында Ер шарын әйләндерер лирик герой. Шуға ла уның һөйөүе лә, йәшәү көсө лә, хыял-елкәндәре лә ғәҙәти­лектән юғары.
Рәшит оҫта рәссам һымаҡ тулайым картина тыуҙыра ала. Шуға ла поэтик образдың мәғәнә тәрәнлеге, эпик киңлеге уйҙарға һала, һиҫкәндерә.
Саң болото йыһанға олғашты,
Бында үлем генә мөләйем...
(“Һуғыш”).
Рәшиттең бар булмышы – ижадсы. Ҡараштары, ҡиәфәте һәм ғәмәлдәре менән Оло донъяны ижад итә, мәңгелеккә тиң итә. Шуға ла “Ерҙән тыуҙым” шиғырында дәғүәләр хаҡлы ла һымаҡ. Уйландыра. “Бында ҡояш кәрәк” шиғырында:
Динозавр ғына түгел, хәҙер
Кешеләр ҙә һирәк,
– тип лаф ормай, күңел йомшар­тыр­лыҡ яҡты ҡараш эҙләп ғазаплана лирик герой. Ни тиһәң дә, беҙҙең ысынбарлыҡ бит.
Ҡараңғылыҡты киҫеүсе ут һымаҡ,
Мин тамсымын, йән биреүсе һут һымаҡ,
Мин Хоҙаймын, мин донъямын,
Мин тамсы –
Тып-тып тамырмын мөхәббәт ҡалғансы,
– тип лирик геройҙың һулышы заманды ғына түгел, ә ғаләмде ишетеп ижад итә икән, Рәшит йөҙөндә башҡорт шиғриәте бик уңыр.
Ул ҡайһы саҡта шиғыр техникаһына иғтибарын юғалтҡылап ҡуя. “Таш ур­ман”­да һәм бер нисә шиғырында ритм һаҡланмай, рифма аҡһаған урындар ҙа бар. Бәлки, был авторҙың хаяһыҙлығы тү­гел, ә эҙләнеү, яңылыҡ артынан ҡы­уыуы ғыналыр. Бер аҙ ошолар хаҡында уйланһын ине.
Рәшит Зәйнуллиндың “Хыял иле” поэмаһы лиро-эпик төргә ҡарай. Үҙен­сәлекле, ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар менән һуғарылған әҫәрҙең сюжет һы­ҙыҡ­тарына заман ауазы, дәүер һу­лышы хас. Автор ретроспектив алымды ла бик йәтеш ҡуллана. Поэмала ябай сюжет һыҙыҡтары түгел, ә лирик геройҙың хәтирәләре, хыялы һәм ысын­барлыҡ бер нөктәлә киҫешә, бәрелешә. Шуға ла һуғышта күргән ғазаптарға, йән әрнеү­ҙәренә өр-яңылары өҫтәлә бара:
Халҡы киләсәген кимереүсе
Байҙар һәм түрәләр шашынды.
Илгә килеп тулған сит халыҡтар
Хәтерләтте буръяҡ ташҡынды, –
тип ярһый шағир йәне. Поэма ике быуын вәкилдәре — атай һәм ул — диалогын хәтерләтә. Атай улы, һөйгәне өсөн хыял иле төҙөргә ынтылған, кө­рәш­кән, ә килеп сыҡҡанмы һуң? Һо­рауҙар, һорауҙар... Ләкин лирик герой ошо хыял илен күңеленең һигеҙенсе мөғжизәһе итеп һаҡлап, алға ынтыла, иңдәренә ил хәстәрен алып, өмөт­тәренә баға. Поэма геройының характер асылы шулай. Ышандыра. Ошо образ­да юғары гражданлыҡ позиция­һы, башҡорт егеттәренә хас ирлек һәм ил­һөйәрлек, күңел донъяһында сикһеҙ мөхәббәт балҡып тора. Уҡығанда кү­ңелдәргә көс урғыла, өҫтәлә, хистәр таша. “Хыял иле” поэмаһы үҙенең проб­лематикаһы, тематик үҙенсәлеге һәм лирик геройҙың тәрән кисерештәре менән йәлеп итә. Поэманың төҙөк композицияһы, поэтик деталдәрҙең оло мәғәнәгә эйә булыуы ла ҡыуаныслы.
Рәшит Зәйнуллин әҙәбиәт һуҡма­ғына яңы аяҡ баҫып тора. Уның шиғри донъяһында һүҙ сәнғәтенә хеҙмәт итер өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҙә бар. Хал­ҡы­быҙҙың һүҙ ҡөҙрәтен тоя, сәсәндәрсә фекер йөрөтә, заманға үҙ ҡарашы менән баға егет. Тап ошо сифаттар шағирҙы шағир бейеклегенә күтәрә, һүҙ сәнғәтенә тоғро хеҙмәт итеүсе оҫта ижадсы яһай. Ә улар һиндә бар, Рәшит! Тик, ижад ҡанаттарың талмай, әҙәбиәт күгендә ос ҡына!

Зәки Әлибаев,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ҡарлуғас
    Ҡарлуғас от 17.07.2014, 09:56
    Афарин, Рәшит! Һинең менән ғорурланабыҙ!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779