Рәшит Зәйнуллиндың ус аяһындай ғына “Хыял иле” китапсығын әленән-әле уҡып, шиғриәте хаҡында байтаҡтан бирле фекер төйнәп йөрөйөм. Журналистика өлкәһендә эшләгән йәш егет үҙенең шиғри күстәнәстәре менән уҡыусыларын йыш һөйөндөрөп тормай. Матбуғат биттәрендә ижады бик һирәк күренә. Был уның үтә баҫалҡы булыуынанмы, әллә... Тәүге йыйынтыҡҡа Рәшит алты тиҫтәнән ашыу шиғырын һәм китапҡа исем биргән поэмаһын индергән. Ярайһы уҡ бай ғына, һәр хәлдә, ижады тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә.
Төрлө кимәлдәге әҫәрҙәр тупланған китапта шиғырҙан шиғырға авторҙың эҙләнеүҙәре, хис-тойғоларының динамикаһы, үҙенсәлекле ҡараштарҙы поэтик фекер аша биреүсе стилистик алымдарҙың да үҙгәрә барыуын күрәһең. Бигерәк тә бер яҡлы диалогтар уңышлы ҡулланылған. Лирик герой һәр ваҡыт кем менәндер бәхәсләшә, үҙ уйҙары, хис-тойғоһо һәм һыҙланыуҙары менән бүлешә, ләкин бәлә һалмай, һыҡтамай. Төрлө тематикалы шиғырҙар – лирик образдың характерын билдәләй.
Яныр шартлап, йәшен булып
ялтлар,
Әммә бер сәбәпһеҙгә һыҡтамаҫ...
(”Таба алмаҫ тыныслыҡты...”).
Был юлдарҙа геройҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһын да, шәхестең көслө һыҙаттарын да сырамытырға була.
Башҡорт шиғриәтендә “йөрәк”, “йәшен” образдары бик йыш осрай. Шағир Р. Назаров уның ниндәй генә өлгөләрен бирмәне?! Ә Рәшит Зәйнуллинда улар бөтөнләй икенсе юҫыҡта:
Мин йылмайып йөрәгемде бирҙем,
Бирҙем дошманыма – бүләккә...
(“Ҡая”).
Йәки:
...Таба алмаҫ тыныслыҡты йөрәк –
Ул көрәшә, еңеү өсөн килде.
(“Таба алмаҫ тыныслыҡты...”).
Лирик герой образының көсө ташып тора, һыҡтап йә булмаһа аптырап, юлдан тайпылыр шәхес түгел ул. Унда йәшлек самимилығы, хис-тойғоларҙың сафлығы һәм тормошҡа дәғүәһе лә урын ала. Сөнки герой заманға тура ҡарарлыҡ, яҙмыш һынауҙарын үҙ иңендә илтерлек көс туплаған. Шағирҙың азатлыҡ яратҡан йәне таш диуар менән уратып алынған кеүек. Кескәй, әммә яҡты сыраҡ тотоп оло юлға сыға, һулышы менән бар донъяны һәм һөйгәнен йылытырға әҙер. Авторҙың поэтик фекерҙе дөйөмләштереү, йә булмаһа бәләкәй генә образ аша эпик киңлектә уй йөрөтөү һәләте ярылып ята. Шуға ла шиғырҙарҙа эпик ҡоласты хәтерләткән хронотоп йыш осрай.
Булып уҙҙы яуҙар, тауҙар ауҙы,
Диңгеҙҙәр ҙә сумды, мәңгегә,
Ә мин тере – һине шашып һөйгән,
Ерҙә тик мөхәббәт – мин генә.
(“Клеопатра”).
Киңлек. Ниндәйҙер сиктәрҙән ҡотолоп, мәңгелек хәрәкәткә ҡушылып та, үҙ ағымыңды яҡшы тойомлап, тормош елкәндәре менән идара итеү хас Рәшиттең шиғриәтендә. “Хыял” шиғырында традицион бөркөт, бүре образдары бик йәтеш сиктәрҙе билдәләй, авторҙың поэтик фекер офоғон күрһәтә. Унда ҡараштар ҡаршылығы, парадоксаль күренештәр өр-яңы яҫылыҡты хасил итә. Һүҙ уйыны түгел, кеше уйының ҡөҙрәтле көсө самалана. Шағир һәр күренешкә, донъяға сабый күҙҙәре менән баға ла, ябай уҡыусыны ла ошо сафлыҡҡа ышандыра. Сөнки шиғырҙарҙа бай һүрәтләү саралары менән тулы бер картина, илаһи донъя хасил була. Автор һүҙ буяуҙары менән оҫта рәссамдай эш итеп кенә ҡалмай, ә һәр күренешкә йән өрә:
...Йондоҙҙар күктән диңгеҙгә
түгелә.
Ғәжәпләнеүен йәшерә алмай
Ҡояш беҙҙең тарафҡа эйелә.
(“Миҙгелдәр”).
Шағир йәне мөхәббәт менән һөйөүҙән илаһи зат булып ергә яралған. Мөһөр түгел, мәңгелектең ауаздарын һәм рухын кешеләргә еткереү миссияһын атҡара төҫлө. Шулай булмаһа:
Бары мин киткәндә был донъяла
Мөхәббәтһеҙ кеше ҡалмаһын...
(“Клеопатра”).
– тип тормош даулар инеме? Кемдер донъяһында тыуҙырған мөхәббәт утрауында аҙашыр мәжнүн түгел, ә үҙ ихтыярында Ер шарын әйләндерер лирик герой. Шуға ла уның һөйөүе лә, йәшәү көсө лә, хыял-елкәндәре лә ғәҙәтилектән юғары.
Рәшит оҫта рәссам һымаҡ тулайым картина тыуҙыра ала. Шуға ла поэтик образдың мәғәнә тәрәнлеге, эпик киңлеге уйҙарға һала, һиҫкәндерә.
Саң болото йыһанға олғашты,
Бында үлем генә мөләйем...
(“Һуғыш”).
Рәшиттең бар булмышы – ижадсы. Ҡараштары, ҡиәфәте һәм ғәмәлдәре менән Оло донъяны ижад итә, мәңгелеккә тиң итә. Шуға ла “Ерҙән тыуҙым” шиғырында дәғүәләр хаҡлы ла һымаҡ. Уйландыра. “Бында ҡояш кәрәк” шиғырында:
Динозавр ғына түгел, хәҙер
Кешеләр ҙә һирәк,
– тип лаф ормай, күңел йомшартырлыҡ яҡты ҡараш эҙләп ғазаплана лирик герой. Ни тиһәң дә, беҙҙең ысынбарлыҡ бит.
Ҡараңғылыҡты киҫеүсе ут һымаҡ,
Мин тамсымын, йән биреүсе һут һымаҡ,
Мин Хоҙаймын, мин донъямын,
Мин тамсы –
Тып-тып тамырмын мөхәббәт ҡалғансы,
– тип лирик геройҙың һулышы заманды ғына түгел, ә ғаләмде ишетеп ижад итә икән, Рәшит йөҙөндә башҡорт шиғриәте бик уңыр.
Ул ҡайһы саҡта шиғыр техникаһына иғтибарын юғалтҡылап ҡуя. “Таш урман”да һәм бер нисә шиғырында ритм һаҡланмай, рифма аҡһаған урындар ҙа бар. Бәлки, был авторҙың хаяһыҙлығы түгел, ә эҙләнеү, яңылыҡ артынан ҡыуыуы ғыналыр. Бер аҙ ошолар хаҡында уйланһын ине.
Рәшит Зәйнуллиндың “Хыял иле” поэмаһы лиро-эпик төргә ҡарай. Үҙенсәлекле, ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар менән һуғарылған әҫәрҙең сюжет һыҙыҡтарына заман ауазы, дәүер һулышы хас. Автор ретроспектив алымды ла бик йәтеш ҡуллана. Поэмала ябай сюжет һыҙыҡтары түгел, ә лирик геройҙың хәтирәләре, хыялы һәм ысынбарлыҡ бер нөктәлә киҫешә, бәрелешә. Шуға ла һуғышта күргән ғазаптарға, йән әрнеүҙәренә өр-яңылары өҫтәлә бара:
Халҡы киләсәген кимереүсе
Байҙар һәм түрәләр шашынды.
Илгә килеп тулған сит халыҡтар
Хәтерләтте буръяҡ ташҡынды, –
тип ярһый шағир йәне. Поэма ике быуын вәкилдәре — атай һәм ул — диалогын хәтерләтә. Атай улы, һөйгәне өсөн хыял иле төҙөргә ынтылған, көрәшкән, ә килеп сыҡҡанмы һуң? Һорауҙар, һорауҙар... Ләкин лирик герой ошо хыял илен күңеленең һигеҙенсе мөғжизәһе итеп һаҡлап, алға ынтыла, иңдәренә ил хәстәрен алып, өмөттәренә баға. Поэма геройының характер асылы шулай. Ышандыра. Ошо образда юғары гражданлыҡ позицияһы, башҡорт егеттәренә хас ирлек һәм илһөйәрлек, күңел донъяһында сикһеҙ мөхәббәт балҡып тора. Уҡығанда күңелдәргә көс урғыла, өҫтәлә, хистәр таша. “Хыял иле” поэмаһы үҙенең проблематикаһы, тематик үҙенсәлеге һәм лирик геройҙың тәрән кисерештәре менән йәлеп итә. Поэманың төҙөк композицияһы, поэтик деталдәрҙең оло мәғәнәгә эйә булыуы ла ҡыуаныслы.
Рәшит Зәйнуллин әҙәбиәт һуҡмағына яңы аяҡ баҫып тора. Уның шиғри донъяһында һүҙ сәнғәтенә хеҙмәт итер өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҙә бар. Халҡыбыҙҙың һүҙ ҡөҙрәтен тоя, сәсәндәрсә фекер йөрөтә, заманға үҙ ҡарашы менән баға егет. Тап ошо сифаттар шағирҙы шағир бейеклегенә күтәрә, һүҙ сәнғәтенә тоғро хеҙмәт итеүсе оҫта ижадсы яһай. Ә улар һиндә бар, Рәшит! Тик, ижад ҡанаттарың талмай, әҙәбиәт күгендә ос ҡына!
Зәки Әлибаев,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ доценты.