Яңы Усман ауылы 200 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы билдәләне
Беҙҙең Яңы Усман тураһында һүҙ сыҡһа, бер ваҡытта ла фекерҙәр айырмалығы барлыҡҡа килмәй: был ауылды күргән-белгәндәрҙең һәммәһе уның тәбиғәтен дә, кешеләрен дә маҡтарға, һоҡланыу хистәрен белдерергә керешә. Эйе, халыҡ телендә башлыса Тарыуал атамаһы менән йөрөгән төйәктең, райондағы бүтән ауылдарҙан әллә ни айырмаһы күҙгә бәрелеп тормаһа ла, үҙенсәлекле яҡтары күп. Яңыраҡ, уның ике быуатлыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған байрамға ҡайтҡанда, “Нимәһе менән матур һуң беҙҙең Яңы Усман?” тигән һорауға яуап табырға тырыштыҡ.
Төп байлығы – кешеләрБөрйәндәге бер ауылды ла, моғайын, ҡәҙимге тип әйтеп булмайҙыр. Тарыуал кеүек үк, уларҙың бөтәһе лә бай тарихлы, халҡы ғәмле, тырыш, татыу, дәррәү, һәләтле. “Ауылыбыҙ 200 йыл элек төҙөлгән!” йәки “Беҙҙә кешеләр бер-береһенән уҙҙырып донъя көтә” тип райондаштарҙы аптыратырмын тимә. Ә-ә, бар ғиллә айырым шәхестәрҙә түгелме һуң: Яңы Усмандың йылъяҙмаһына күҙ йүгерткәндә лә, бөгөнгөһөнә ҡараш һалғанда ла ауылдың йөҙө тәү сиратта үҙ Ватанының, үҙ заманының намыҫы, ырыҫы, именлеге өсөн янып, аҡтыҡ көсөнәсә халҡына хеҙмәт итеп йәшәгәндәр менән бәйле. Бындай аҫылташтар һанһыҙ, тик уларҙың һәр ҡайһыһы – үҙ төҫөндә!
Тарыуалдарҙың хәҙерге йәш быуыны өзләүсе Сәйфетдин Юлмөхәмәтов, ҡурайсы Ҡәнзәфәр Ҡаһарманов, бейеүсе Сәйфулла Ҡунаҡбаев кеүек яҡташтарының ил кимәлендәге еңеүҙәре тураһында әллә ни белеп етмәйҙер, шулай ҙа “Һарығолаҡ”, “Кинйә”, “Ай ҡыҙы” һымаҡ фильмдарҙы төшөргән билдәле режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов, Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры урынбаҫары Хәләф Ишморатов, “Почет Билдәһе” ордены кавалерҙары Сажиҙә Әбдрәшитова менән Фәйзулла Ҡолһарин һәм башҡалар хаҡында бик яҡшы хәбәрҙар. Республикабыҙҙың мәҙәниәтен, мәғарифын һәм фәнен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәр, спорт алдынғылары, яҙыусылар, журналистар ҙа, ауыл хужалығындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә юғары баһа алған механизаторҙар, малсылар ҙа байтаҡ сыҡҡан ауылыбыҙҙан. Ниндәй тармаҡта, ҡайһы тарафта хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, Яңы Усманын онотмай, тыуған еренә, халҡына тоғро улар.
Ауыл үҫә, көсәйә. Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда бында таштан мәктәп, ике ҡатлы мәҙәниәт һарайы ҡалҡып сыҡты, урамдарға асфальт түшәлде, бер-бер артлы ике мәсет (Рәйес Ишморатов менән Шәрәфулла Ҡолһарин төҙөттө) асылды. Кешеләр иманға ҡайта, йәштәр араһында ауылда ҡалыусылар, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ. Ишле ғаиләләр арта – күп бала тәрбиәләгән өсөн орден һәм миҙал алған ҡатындар тиҫтәнән ашыу. Тимәк, киләсәге бик өмөтлө тарыуалдарҙың.
Шанлы ваҡиғалар шаһитыУҙған быуат башында илебеҙҙә булған сәйәси үҙгәрештәр эҙемтәһелер инде, оҙаҡ йылдар ауылыбыҙҙың Башҡортостан тарихында ни тиклем әһәмиәтле икәнлеген белмәнек. Атайыбыҙҙың өләсәһе Ғәйниямал һөйләгәндәрҙе бер аҙ боҙоп, “Ауылға Ленин килеп киткән”, тиһәләр, көлөмһөрәп ҡуя торғайныҡ. Баҡһаң... Әхмәтзәки Вәлиди йөрөгән икән был яҡтарҙа. Өләсәйебеҙ уның ҡара машинаһын Байғаҙы тауына этеп мендергәндәрен дә хәтерләй ине. Ысынлап та, тарихи яҙмаларға ҡарағанда, Ленин үҙе бүләк итеп биргән “Фиат” маркалы автомобиле булған Вәлидиҙең. Ҡара төҫтә. “Тауға менергә ҡеүәте етеңкерәмәй, шуға эттерергә тура килә торғайны” тип тә яҙған күренекле дәүләт эшмәкәре. Өҫтәүенә уның “Хәтирәләр”ендәге тәүге биттәрҙә беҙҙең ауыл аша аҡҡан Бетерә йылғаһы тураһында байтаҡ мәғлүмәт, хатта йыр ҙа бар. Муса Мортазиндың, Әкрәм Бейештең китаптарында иһә 1920 йылда нәҡ Яңы Усманда Башҡорт революцион комитетының һуңғы съезы үткәрелгәне, шунан һуң милли лидерҙарҙың сит илдәргә күсеп китә башлағаны теркәлгән. Беренсе башҡорт профессиональ рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеев 1933 йылда ауылыбыҙға килеп, “Яңы Усман ауылы” тигән картина төшөргән икән, бында ла осраҡлылыҡ юҡтыр.
Тарыуал атамаһының “Аҡбуҙат” эпосындағы Тарауыл ҡартҡа бәйле булыуы ихтимал, тигән фараз нигеҙһеҙ түгел һымаҡ. Һис юғында башҡорт ырыу башлыҡтарының Рәсәй дәүләтенә ҡушылыр алдынан ошо тирәләге Тарыуал яланында йыйылып, кәңәш ҡорғанлығы билдәле – биш быуат элек тә булған бит был исем! Ҡайһы берәүҙәр ауылыбыҙ янындағы Сибел, Уна һымаҡ атамаларҙың тарихын монгол-татар яуы осорона алып барып бәйләй. Шәжәрәгә килгәндә, Яңы Усманға күсенеп төпләнгәндәрҙең нәҫел ептәре Алдар батырға тоташа булһа кәрәк.
Шулай ҙа тарыуалдар бер ваҡытта ла күкрәк ҡағып, башҡалар араһында өҫтөнлөк эҙләп йөрөмәй, ғорурлыҡ тойғоларын үҙ эсендә генә һаҡлап, ата-бабаһы исеменә тап төшөрмәй йәшәргә тырыша.
Берҙәмлек тантанаһыБығаса Яңы Усман ярты быуатҡа йәшерәк тип иҫәпләнә ине, сөнки архив документтарын ҡалҡытып, уның тарихы менән ентеклерәк ҡыҙыҡһыныусы табылмағандыр. Әлеге юбилейҙы үткәреүҙең сәбәпсеһе тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишморатов булды: ул тыуған ауылының 1814 йылғы рәсми яҙмаларҙа ла теркәлгәнлеген асыҡланы һәм, яҡташтарын туплап, оло байрам уҙғарып, данлы үткәндәребеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, үҙ-ара тытыулыҡты нығытыу, күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәү мөһим тип тапты. Тарыуалдар, әлбиттә, был йәһәттән баҙап, аптырап ҡала торғандарҙан түгел: дөйөм эшкә – ауылды матурларға, ҡунаҡтар ҡаршылау өсөн әҙерләнергә – көллөһө ең һыҙғанып тотондо. Йүнсел, сәмсел кешеләргә эш ҡарышып тора аламы инде – сама менән бер ай эсендә Яңы Усман өр-яңыға әйләнде лә ҡуйҙы. Элек-электән төҙөклөгө менән дан тотҡан ауылыбыҙҙың нимәһе үҙгәргәнен айырып әйтеүе лә ҡыйын, шулай ҙа ул хәҙер танырлыҡ түгел һымаҡ.
Элек-электән һабантуйҙар, шәжәрә байрамы, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек саралар үткәрелгән Ҡорманғол яланына илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ауылдаштар, бик күп ҡунаҡ йыйылды. Байрам айҡанлы Яңы Усман халҡын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишморатов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район Советы депутаты Тәлғәт Кинйәбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фаил Бикбулатов, ауыл аҡһаҡалы Рәшит Хәкимов һәм башҡалар ҡотланы. Мәктәпкә, мәҙәниәт йортона, мәсеттәргә бүләктәр тапшырылды. Мәҫәлән, белем усағына Хәләф Хәлфетдин улының хәстәрлеге арҡылы “Урал аръяғы” мәрхәмәтлек фонды – 100 мең һум аҡса, Фәриҙә менән Тәлғәт Мәжитовтарҙың ғаиләһе синтезатор тапшырҙы, Рәсимә һәм Рәмил Мырҙагилдиндарҙың балалары ла матди ярҙам күрһәтте. Район етәкселәре иһә клубҡа Мәҙәниәт йылы айҡанлы бер ҡосаҡ ҡурай алып килгәйне.
Әйткәндәй, ауылдаштарыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашырға Күгәрсен районынан хакимиәт кимәлендәге делегация, шулай уҡ сәхнә оҫталары килде. Тәбрикләүҙәрҙән, бүләктәрҙән тыш, улар Яңы Усман тамашасыһына йыр-моң өләште. Бөрйән район мәҙәниәт һарайының сәнғәт әһелдәре лә бик матур концерт менән сығыш яһаны. Тарыуалдар үҙҙәре лә ҡалышманы – бында теләһә ҡайһы мәлдә тота килеп сағыу тамаша ойошторорлоҡ ҡеүәт бар!
Байрам уйынһыҙ булмай инде, әлбиттә. Ғәҙәттәгесә, көрәш, ат сабышы, ҡолғаға үрмәләү, оҙонлоҡҡа һикереү, тоҡ менән һуғышыу һымаҡ ярыштар уҙғарылды, йыр-бейеүгә һәләтен күрһәтергә теләүселәр оҙаҡ ҡына сәхнәне биләне. Бүләктәр яҡшы ғына ине былай.
Ойоштороусыларға килгәндә, ни бары ике-өс йыл эсендә Яңы Усмандағы байтаҡ социаль мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшкән Байғаҙы ауыл Советы хакимиәте башлығы Азат Мәжитовтың, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, һый-хөрмәт күрһәтеү хәстәрен үҙ иңенә алған, Бетерә йылғаһы аша хатта машина сыҡмалы күпер төҙөткән шәхси эшҡыуар Шәрәфулла Ҡолһариндың, йорт-ҡураһын төҙөкләндергән халыҡты дәртләндереп, ҡеүәтләп йөрөүсе ауыл старостаһы Рәшит Хәкимовтың, ауыл мәҙәниәт йорто директоры Шәфҡәт Мәжитовтың, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының һәм башҡаларҙың хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел. Байрамды лайыҡлы үткәреү өсөн, ғөмүмән, бер кем дә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр. Ысын-ысынында халыҡ сараһы, берҙәмлек тантанаһы булды Яңы Усмандың 200 йыллыҡ юбилейы!