Тарауыл ҡарт ғорурланыр ине08.07.2014
Тарауыл ҡарт ғорурланыр ине Яңы Усман ауылы 200 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы билдәләне

Беҙҙең Яңы Усман тураһында һүҙ сыҡһа, бер ваҡытта ла фекерҙәр айырмалығы барлыҡҡа килмәй: был ауылды күргән-белгәндәрҙең һәммәһе уның тәбиғәтен дә, кешеләрен дә маҡтарға, һоҡланыу хистәрен белдерергә керешә. Эйе, халыҡ телендә башлыса Тарыуал атамаһы менән йөрөгән төйәктең, райондағы бүтән ауылдарҙан әллә ни айырмаһы күҙгә бәрелеп тормаһа ла, үҙенсәлекле яҡтары күп. Яңыраҡ, уның ике быуатлыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған байрамға ҡайтҡанда, “Нимәһе менән матур һуң беҙҙең Яңы Усман?” тигән һорауға яуап табырға тырыштыҡ.


Тарауыл ҡарт ғорурланыр инеТөп байлығы – кешеләр

Бөрйәндәге бер ауылды ла, моғайын, ҡәҙимге тип әйтеп булмайҙыр. Тарыуал кеүек үк, уларҙың бөтәһе лә бай тарихлы, халҡы ғәмле, тырыш, татыу, дәррәү, һәләтле. “Ауылыбыҙ 200 йыл элек тө­ҙөлгән!” йәки “Беҙҙә кешеләр бер-береһенән уҙҙырып донъя көтә” тип райондаштарҙы аптыратырмын тимә. Ә-ә, бар ғиллә айырым шәхес­тәрҙә түгелме һуң: Яңы Усмандың йы­лъ­­яҙ­­ма­һына күҙ йүгерткәндә лә, бөгөнгөһөнә ҡараш һалғанда ла ауылдың йөҙө тәү сиратта үҙ Ватанының, үҙ заманының намыҫы, ырыҫы, именлеге өсөн янып, аҡтыҡ көсөнәсә халҡына хеҙмәт итеп йәшәгәндәр менән бәйле. Бындай аҫылташтар һанһыҙ, тик уларҙың һәр ҡайһыһы – үҙ төҫөндә!
Тарыуалдарҙың хәҙерге йәш быуыны өзләүсе Сәйфетдин Юлмөхәмәтов, ҡурайсы Ҡәнзәфәр Ҡа­һарманов, бейеүсе Сәйфулла Ҡунаҡбаев кеүек яҡ­таштарының ил кимәлендәге еңеүҙәре ту­раһында әллә ни белеп етмәйҙер, шулай ҙа “Һарығолаҡ”, “Кинйә”, “Ай ҡыҙы” һымаҡ фильм­дарҙы төшөргән билдәле режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов, Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры урынбаҫары Хәләф Ишморатов, “Почет Билдәһе” ордены кавалер­ҙары Сажиҙә Әбдрәшитова менән Фәйзулла Ҡол­һарин һәм башҡалар хаҡында бик яҡшы хәбәрҙар. Республикабыҙҙың мәҙәниәтен, мәға­ри­фын һәм фәнен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәр, спорт алдынғылары, яҙыусылар, журналистар ҙа, ауыл хужалығындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә юғары баһа алған механизаторҙар, малсылар ҙа байтаҡ сыҡҡан ауылыбыҙҙан. Ниндәй тармаҡта, ҡайһы тарафта хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, Яңы Усманын онотмай, тыуған еренә, халҡына тоғро улар.
Ауыл үҫә, көсәйә. Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда бында таштан мәктәп, ике ҡатлы мәҙәниәт һарайы ҡалҡып сыҡты, урамдарға асфальт түшәлде, бер-бер артлы ике мәсет (Рәйес Ишморатов менән Шәрәфулла Ҡолһарин төҙөт­тө) асылды. Кешеләр иманға ҡайта, йәштәр араһында ауылда ҡа­лыусылар, эшҡыуарлыҡ менән шөғөл­ләнеүселәр бай­таҡ. Ишле ғаиләләр арта – күп бала тәр­биәләгән өсөн орден һәм миҙал алған ҡатындар тиҫтәнән ашыу. Тимәк, киләсәге бик өмөтлө тарыуалдарҙың.

Тарауыл ҡарт ғорурланыр инеШанлы ваҡиғалар шаһиты

Уҙған быуат башында илебеҙҙә булған сәйәси үҙгәрештәр эҙемтәһелер инде, оҙаҡ йылдар ауылыбыҙҙың Башҡортостан тарихында ни тиклем әһәмиәтле икәнлеген белмәнек. Атайы­быҙҙың өләсәһе Ғәйниямал һөйлә­гәндәрҙе бер аҙ боҙоп, “Ауылға Ленин килеп киткән”, тиһәләр, көлөмһөрәп ҡуя торғайныҡ. Баҡһаң... Әхмәтзәки Вәлиди йөрөгән икән был яҡтарҙа. Өләсәйебеҙ уның ҡара машинаһын Байғаҙы тауына этеп мендергәндәрен дә хәтерләй ине. Ысынлап та, тарихи яҙмаларға ҡара­ғанда, Ленин үҙе бүләк итеп биргән “Фиат” маркалы автомобиле булған Вәлидиҙең. Ҡара төҫтә. “Тауға менергә ҡеүәте етеңкерәмәй, шуға эт­терергә тура килә торғайны” тип тә яҙған кү­ренекле дәүләт эшмәкәре. Өҫтә­үенә уның “Хә­ти­рәләр”ендәге тәүге биттәрҙә беҙ­ҙең ауыл аша аҡ­ҡан Бетерә йылғаһы тураһында байтаҡ мәғлү­мәт, хатта йыр ҙа бар. Муса Мортазиндың, Әкрәм Бейештең китаптарында иһә 1920 йылда нәҡ Яңы Усманда Башҡорт революцион ко­митетының һуңғы съезы үткәрел­гәне, шунан һуң милли лидерҙарҙың сит илдәргә күсеп китә башлағаны теркәлгән. Беренсе баш­ҡорт профессиональ рәссамы Ҡасим Дәүләт­килдеев 1933 йылда ауылыбыҙға килеп, “Яңы Усман ауылы” тигән картина төшөргән икән, бында ла осраҡлылыҡ юҡтыр.
Тарыуал атамаһының “Аҡбуҙат” эпосындағы Тарауыл ҡартҡа бәйле булыуы ихтимал, тигән фараз нигеҙһеҙ түгел һымаҡ. Һис юғында башҡорт ырыу башлыҡтарының Рәсәй дәүләтенә ҡушылыр алдынан ошо тирәләге Тарыуал яланында йыйылып, кәңәш ҡорғанлығы билдәле – биш быуат элек тә булған бит был исем! Ҡайһы берәүҙәр ауы­лыбыҙ янындағы Сибел, Уна һымаҡ атамаларҙың тарихын монгол-татар яуы осорона алып барып бәйләй. Шәжәрәгә килгәндә, Яңы Усманға күсенеп төпләнгәндәрҙең нәҫел ептәре Алдар батырға тоташа булһа кәрәк.
Шулай ҙа тарыуалдар бер ваҡытта ла күкрәк ҡағып, башҡалар араһында өҫтөнлөк эҙләп йөрөмәй, ғорурлыҡ тойғоларын үҙ эсендә генә һаҡлап, ата-бабаһы исеменә тап төшөрмәй йәшәргә тырыша.

Берҙәмлек тантанаһы

Бығаса Яңы Усман ярты быуатҡа йәшерәк тип иҫәпләнә ине, сөнки архив документтарын ҡал­ҡы­тып, уның тарихы менән ентеклерәк ҡы­ҙыҡ­һыныусы табылмағандыр. Әлеге юбилей­ҙы үткәреүҙең сәбәпсеһе тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай депутаты Хәләф Ишморатов булды: ул тыуған ауылының 1814 йылғы рәсми яҙмаларҙа ла теркәл­гән­леген асыҡланы һәм, яҡ­таш­та­рын туплап, оло байрам уҙ­ға­рып, данлы үткәндә­ребеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, үҙ-ара тытыулыҡты нығытыу, күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәү мөһим тип тапты. Тарыуалдар, әлбиттә, был йәһәттән баҙап, аптырап ҡала торғандарҙан түгел: дөйөм эшкә – ауылды матур­ларға, ҡунаҡ­тар ҡаршылау өсөн әҙер­ләнергә – көллөһө ең һыҙғанып тотондо. Йүнсел, сәмсел кешеләргә эш ҡарышып тора аламы инде – сама менән бер ай эсендә Яңы Усман өр-яңыға әйләнде лә ҡуйҙы. Элек-электән төҙөклөгө менән дан тотҡан ауылыбыҙҙың нимәһе үҙгәргәнен айырып әйтеүе лә ҡыйын, шулай ҙа ул хәҙер танырлыҡ түгел һымаҡ.
Элек-электән һабантуйҙар, шәжәрә байрамы, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек саралар үткә­релгән Ҡорманғол яланына илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ауылдаштар, бик күп ҡунаҡ йыйылды. Байрам айҡанлы Яңы Усман халҡын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишморатов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район Советы депутаты Тәлғәт Кинйә­баев, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙ­мәткәре Фаил Бикбулатов, ауыл аҡһаҡалы Рә­шит Хәкимов һәм башҡалар ҡотланы. Мәктәп­кә, мә­ҙәниәт йортона, мәсеттәргә бүләктәр тапшырылды. Мәҫәлән, белем усағына Хәләф Хәл­фетдин улының хәстәрлеге арҡылы “Урал аръя­ғы” мәрхәмәтлек фонды – 100 мең һум аҡса, Фәриҙә менән Тәлғәт Мәжитовтарҙың ғаилә­һе синтезатор тапшырҙы, Рәсимә һәм Рәмил Мыр­ҙагилдиндарҙың балалары ла матди ярҙам күрһәтте. Район етәкселәре иһә клубҡа Мәҙәниәт йылы айҡанлы бер ҡосаҡ ҡурай алып килгәйне.
Әйткәндәй, ауылдаштарыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашырға Күгәрсен районынан хакимиәт кимәлендәге делегация, шулай уҡ сәхнә оҫталары килде. Тәбрикләүҙәрҙән, бүләктәрҙән тыш, улар Яңы Усман тамашасыһына йыр-моң өләште. Бөрйән район мәҙәниәт һарайының сәнғәт әһелдәре лә бик матур концерт менән сығыш яһаны. Тарыуалдар үҙҙәре лә ҡа­лышманы – бында теләһә ҡайһы мәлдә тота килеп сағыу тамаша ойошторорлоҡ ҡеүәт бар!
Байрам уйынһыҙ булмай инде, әлбиттә. Ғәҙәттәгесә, көрәш, ат сабышы, ҡолғаға үрмәләү, оҙонлоҡҡа һикереү, тоҡ менән һуғышыу һымаҡ ярыштар уҙғарылды, йыр-бейеүгә һәләтен күрһәтергә теләүселәр оҙаҡ ҡына сәхнәне биләне. Бүләктәр яҡшы ғына ине былай.
Ойоштороусыларға килгәндә, ни бары ике-өс йыл эсендә Яңы Усмандағы байтаҡ социаль мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшкән Байғаҙы ауыл Советы хакимиәте башлығы Азат Мәжитовтың, ҡу­наҡ­тарҙы ҡаршылау, һый-хөрмәт күрһәтеү хәс­тәрен үҙ иңенә алған, Бетерә йылғаһы аша хат­та машина сыҡмалы күпер төҙөткән шәхси эшҡыуар Шәрәфулла Ҡолһариндың, йорт-ҡура­һын төҙөкләндергән халыҡты дәртләндереп, ҡе­үәтләп йөрөүсе ауыл старостаһы Рәшит Хә­кимовтың, ауыл мәҙәниәт йорто директоры Шәф­ҡәт Мәжитовтың, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының һәм башҡаларҙың хеҙмәтен баһа­ламау мөмкин түгел. Байрамды лайыҡлы үткәреү өсөн, ғөмүмән, бер кем дә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр. Ысын-ысынында халыҡ сараһы, берҙәмлек тантанаһы булды Яңы Усмандың 200 йыллыҡ юбилейы!




Вернуться назад