Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя фоторәссамдары – Башҡортостанда
Донъя фоторәссамдары – Башҡортостанда
“Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” халыҡ-ара акцияһы төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән фоторәссам­дарҙы 24-се тапҡыр йыйҙы. Быйыл ул Мәҙәниәт йылына арналды.


Акция “Ер планетаһы, беҙ – һинең балаларың” фотофестивален, төнь­яҡ-көнсығыш райондар буйлап фо­тотурҙы үҙ эсенә алды. Сарала ҡат­­нашыусылар фотоға төшөрөү темаһын һәм объекттарын һайлап, дүрт төркөмгә бүленде. Ике көн эсендә улар баш ҡаланың күп кенә иҫтәлекле урындарында булды. Республика буйынса уларҙың маршруты Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан һәм Салауат райондарынан үтте.
Ҡыйғы районында сәйәхәтселәр Йыланлы ауыл мәҙәниәт йортонда, үҫ­мерҙәр өсөн приютта булды. Иб­райҙа “Һомай” фольклор ансамбле менән таныштылар, “Маяҡ” лагерын­да ҡыҙыҡлы кисәлә ҡатнаш­тылар. Иртәгәһенә ҡунаҡтар Дүшәмбикә ауылында “Һыу башлатыу” йолаһын ҡараны. Абзайҙа быйма баҫыу оҫтаһы С. Мәхмүтов менән осраштылар.
– Башҡортостандың хозур тәбиғә­те таң ҡалдырҙы: йәшел урман­дар, сәскәле болондар, ҡунаҡсыл халыҡ. Ағайым Навид Хади Баш­ҡортостанға икенсе тапҡыр килде. Тәүге сәфә­ренән һуң “Бал тәме – һөйөүҙең хуш еҫе” тигән китабы донъя күрҙе. Өфөлә уның фото­күргәҙмәһе асыл­ды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡ­лашты Ирандан килгән Р. Борзук.
– Ике көн эсендә бай материал тупланыҡ. Сит ил фоторәссамдары үҙҙәренең һүрәттәре аша ватандаштарына Башҡортостан тура­һында мәғлүмәт еткерәсәк. ШОС һәм БРИКС саммиттарына ҡарата иң яҡшы фотолар төрлө телдәрҙә донъя күргән фотоаль­бом­дарҙа баҫыласаҡ, – тине төркөмдөң етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Килмә­мәтов.
Дыуан районында Йүрүҙән йыл­ғаһы ярында командаларҙың береһе “Мәңгелек саҡырыу” фильмы төшө­рөлгән урындарҙан үтергә теләне. Әммә һауа торошо шарттары Саба­ҡай ҡая­һын, бөтөп барған Ҡалмаш, Бурцевка һәм Ежовка ауылдарын күрергә мөм­кинлек бирмәне.
– Пейзаждар йыш ҡына оҡшаш була, – ти Навид Хади. – Ошо район­дағы тәбиғәт күренештәре Мичиганды хәтерләтте. Хатта йылғаның ҡул­тығы ла шундағы кеүек. Әммә бер ерҙә лә бындай сыңлап торған тынлыҡты ишеткәнем булманы. Был – һеҙҙең мөғжизә, ожмах!
Балаҡатай районында фоторәс­сам­дар урын­дағы хакимиәт башлығы Павел Мехоношин менән осрашты. Башта ҡунаҡтар тимерлек цехына юлланды, унан һуң Михайло-Архангел ҡорамында булды. Артабан Ямаш, Нөгөш, Ҡарлыхан ауылдары­на юл алды.
Ҡунаҡтар Билән ауылында ойош­торолған Өфө йылғаһы буйы баш­ҡорттары йыйынында ҡатнашты. Бында улар башҡорт мәҙәниәте, баш­ҡорт тирмәһе менән танышты, фольклор ансамблдәренең сығышын ҡараны.
Салауат районында сәйәхәтселәр Салауат Юлаевтың музейында, “Ҡор­ғаҙаҡ” шишмәһендә, “Янғантау” шифаханаһында булды.
Ойоштороу комитеты “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2014” акцияһының иң яҡшы фоторәссамын билдәләне. Был исемгә “Республика Башкортос­тан” гәзитенең фотохәбәрсеһе, Рә­сәй­ҙең һәм Башҡортостандың ат­­ҡаҙ­анған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре, Шә­һит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәйеф Баҙыҡов лайыҡ булды. Уға Рәсәй Фоторәссамдар союзының дипломы һәм иҫтәлекле миҙалы тапшырылды.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.


Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779