Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырғыҙ буйында – “Йыйын”
Ырғыҙ буйында – “Йыйын”
Йәмле йәй көндәрен Һамар башҡорттары “Йыйын” менән ҡаршы алды. Байрам 13 июндә Оло Чернигов районының Ырғыҙ буйында урынлашҡан Ҡыпсаҡ ауылы эргәһендәге матур яланда ун беренсе тапҡыр уҙғарылды. Ни өсөн һабантуй түгел, ә йыйын? Элек башҡорт ырыуҙары вәкилдәре, аҡһаҡалдары халыҡ менән бергә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн нәҡ ошондай сара уҙғарған. Йыйын – башҡорт халҡының иң боронғо байрамдарының береһе. Йыйын ваҡытында хатта һуғыш һәм солох, икенсе ырыуҙан килен алыу кеүек мәсьәләләр ҙә хәл ителгән.


“Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡо­рол­тайы” ижтимағи ойошмаһы, өлкәнең Мә­ҙәниәт министрлығы, ҡаланың Халыҡ­тар дуҫлығы йорто, Оло Чернигов районы хакимиәте ойошторған йыйынға килгән рәсми ҡунаҡтар араһында Башҡорт­остан­дың ауыл хужалығы министры урын­ба­ҫары Азат Йыһаншин, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин, Һамар өлкәһе Хөкүмәте ағзаһы Сергей Овчинников, Һамар ҡалаһының Халыҡ­тар дуҫлығы йорто директоры Дмитрий Мюльбах, өлкәләге Мәҙәниәт министр­лығының төп консультанты Мария Пошехонова, башҡа милли ойошмаларҙың етәкселәре лә бар ине.
Ҡунаҡтарҙы Оло Чернигов ауылында ҡаршы алдылар, билдәле яҡташтарға ҡуйылған мемориаль таҡтаташ алдында тантаналы митинг булды, унда сәскә һалынды. Артабан ҡунаҡтар райондың мәҙәниәт йортонда Бөрйән ауылында йәшәгән үҙешмәкәр рәссам Сәлимгәрәй Һаҙыевтың күргәҙмәһен һоҡланып ҡа­раны. Шунан һуң рәсми делегация Ҡыпсаҡ­ҡа, йыйынға, йүнәлде.
Ҡунаҡтарҙы “төп ҡапҡа” алдында Таллы ауылы артистары – “Туған моң­дар” үҙешмәкәр халыҡ ансамбле йыр һәм балалар бейеүе менән ҡаршы алды. Был коллективтың етәксеһе Фатима Ша­ғаева беҙҙең өлкәлә генә түгел, Баш­ҡорт­останда, башҡа төбәктәрҙә лә билдәле. Артабан ҡунаҡтарҙы профессиональ рәссам Рим Йыһангировтың күргәҙмәһе көтә ине. “Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса картиналар циклы” тип аталды ул. 40-45 йыл элек яһалған һүрәт­тәр ҡунаҡтарҙы, яҡташтарҙы ныҡ ҡыҙыҡ­һындырҙы.
Яландың икенсе яғында тирмәләр ҡу­йылған, артистар концерт әҙерләгән ине. Быйыл һәр ауыл үҙ тирмәһен ҡорған, алдарында – самауыр, тәмле бәлеш, ҡы­йыҡса, бауырһаҡ... Бына Бөрйән ауылы, унан – Таллы, Ташбулат, Ырғыҙ ауыл­да­рының тирмәләре. Һәр ҡайһыһы башҡорт йолаларын күрһәтте. Иң ҙуры Һамар ҡалаһы башҡорттарының тирмәһе бул­ды.
“Ләйсән” ансамбленең бәләкәй артис­тары ҡунаҡтарҙы түңәрәк эсенә бейергә төшөрҙө. Ансамблдең етәксеһе Рәүҙә Шәймәрҙәнова Һамар башҡорттары ҡо­рол­тайы рәйесе Камила Шәй­хелис­ламова менән ҡунаҡтарҙы тирмә алдын­да ҡаршы алды. Рәҡиә Хәзирова бында үҙ ҡулдары менән сиккән, бәйләгән әй­берҙәренән күргәҙмә ойошторған.
Йыйындың йәш алып барыусылары тантананы асыҡ тип иғлан итте. Сәхнәгә иң беренсе булып Д.В. Мюльбах күтә­рел­де һәм Һамар өлкәһе губернаторы Н.И. Меркушкин исеменән байрам айҡанлы ҡотлау хатын уҡыны, шунан Украинка ауылының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөбәйҙә Хәмиҙул­линаға ижтимағи эштә ҡаҙанған уңыштары өсөн губернатор исеменән Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы. Артабан Һамар ҡалаһы ҡоролтайының әүҙем ағза­лары грамоталар менән бүләкләнде. Баш­ҡортостандан килгән делегация етәксеһе Азат Йыһаншин һәм башҡа ҡунаҡтар ҙа йылы һүҙҙәр әйтте, һамар­ҙарҙы байрам менән ҡотланы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Илһам Рәхимов етәкселегендәге артистар коллективы иһә йырҙары, бейеүҙәре, ҡурай моңо менән тамашасыны әсир итте. Артабан сәхнәлә үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны. Ҡурай моңо, башҡорт йыр­ҙары, бейеүҙәре ырғыҙлылар күңе­лендә тыуған ергә мөхәббәт тойғоларын кө­сәйтте генә.
Шуны билдәләге килә: Ырғыҙ буйында йәшәгән башҡорттар, һаны яғынан аҙ булһа ла, үҙҙәренең рухы менән көслө һәм халыҡ булыу өсөн көстәрен йәл­ләмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 885

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 263

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 785

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 960

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 864

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 641

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 740

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 588

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 855

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 593

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 790