Йәмле йәй көндәрен Һамар башҡорттары “Йыйын” менән ҡаршы алды. Байрам 13 июндә Оло Чернигов районының Ырғыҙ буйында урынлашҡан Ҡыпсаҡ ауылы эргәһендәге матур яланда ун беренсе тапҡыр уҙғарылды. Ни өсөн һабантуй түгел, ә йыйын? Элек башҡорт ырыуҙары вәкилдәре, аҡһаҡалдары халыҡ менән бергә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн нәҡ ошондай сара уҙғарған. Йыйын – башҡорт халҡының иң боронғо байрамдарының береһе. Йыйын ваҡытында хатта һуғыш һәм солох, икенсе ырыуҙан килен алыу кеүек мәсьәләләр ҙә хәл ителгән.
“Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы” ижтимағи ойошмаһы, өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы, ҡаланың Халыҡтар дуҫлығы йорто, Оло Чернигов районы хакимиәте ойошторған йыйынға килгән рәсми ҡунаҡтар араһында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин, Һамар өлкәһе Хөкүмәте ағзаһы Сергей Овчинников, Һамар ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Дмитрий Мюльбах, өлкәләге Мәҙәниәт министрлығының төп консультанты Мария Пошехонова, башҡа милли ойошмаларҙың етәкселәре лә бар ине.
Ҡунаҡтарҙы Оло Чернигов ауылында ҡаршы алдылар, билдәле яҡташтарға ҡуйылған мемориаль таҡтаташ алдында тантаналы митинг булды, унда сәскә һалынды. Артабан ҡунаҡтар райондың мәҙәниәт йортонда Бөрйән ауылында йәшәгән үҙешмәкәр рәссам Сәлимгәрәй Һаҙыевтың күргәҙмәһен һоҡланып ҡараны. Шунан һуң рәсми делегация Ҡыпсаҡҡа, йыйынға, йүнәлде.
Ҡунаҡтарҙы “төп ҡапҡа” алдында Таллы ауылы артистары – “Туған моңдар” үҙешмәкәр халыҡ ансамбле йыр һәм балалар бейеүе менән ҡаршы алды. Был коллективтың етәксеһе Фатима Шағаева беҙҙең өлкәлә генә түгел, Башҡортостанда, башҡа төбәктәрҙә лә билдәле. Артабан ҡунаҡтарҙы профессиональ рәссам Рим Йыһангировтың күргәҙмәһе көтә ине. “Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса картиналар циклы” тип аталды ул. 40-45 йыл элек яһалған һүрәттәр ҡунаҡтарҙы, яҡташтарҙы ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы.
Яландың икенсе яғында тирмәләр ҡуйылған, артистар концерт әҙерләгән ине. Быйыл һәр ауыл үҙ тирмәһен ҡорған, алдарында – самауыр, тәмле бәлеш, ҡыйыҡса, бауырһаҡ... Бына Бөрйән ауылы, унан – Таллы, Ташбулат, Ырғыҙ ауылдарының тирмәләре. Һәр ҡайһыһы башҡорт йолаларын күрһәтте. Иң ҙуры Һамар ҡалаһы башҡорттарының тирмәһе булды.
“Ләйсән” ансамбленең бәләкәй артистары ҡунаҡтарҙы түңәрәк эсенә бейергә төшөрҙө. Ансамблдең етәксеһе Рәүҙә Шәймәрҙәнова Һамар башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камила Шәйхелисламова менән ҡунаҡтарҙы тирмә алдында ҡаршы алды. Рәҡиә Хәзирова бында үҙ ҡулдары менән сиккән, бәйләгән әйберҙәренән күргәҙмә ойошторған.
Йыйындың йәш алып барыусылары тантананы асыҡ тип иғлан итте. Сәхнәгә иң беренсе булып Д.В. Мюльбах күтәрелде һәм Һамар өлкәһе губернаторы Н.И. Меркушкин исеменән байрам айҡанлы ҡотлау хатын уҡыны, шунан Украинка ауылының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөбәйҙә Хәмиҙуллинаға ижтимағи эштә ҡаҙанған уңыштары өсөн губернатор исеменән Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы. Артабан Һамар ҡалаһы ҡоролтайының әүҙем ағзалары грамоталар менән бүләкләнде. Башҡортостандан килгән делегация етәксеһе Азат Йыһаншин һәм башҡа ҡунаҡтар ҙа йылы һүҙҙәр әйтте, һамарҙарҙы байрам менән ҡотланы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Илһам Рәхимов етәкселегендәге артистар коллективы иһә йырҙары, бейеүҙәре, ҡурай моңо менән тамашасыны әсир итте. Артабан сәхнәлә үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны. Ҡурай моңо, башҡорт йырҙары, бейеүҙәре ырғыҙлылар күңелендә тыуған ергә мөхәббәт тойғоларын көсәйтте генә.
Шуны билдәләге килә: Ырғыҙ буйында йәшәгән башҡорттар, һаны яғынан аҙ булһа ла, үҙҙәренең рухы менән көслө һәм халыҡ булыу өсөн көстәрен йәлләмәй.