Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауат беләклеләр, ыласын йөрәклеләр
Салауат беләклеләр, ыласын йөрәклеләр
Ысын күңелдән һораһаң, Аллаһ Тәғәлә теләгәнеңде алдыңа килтереп ҡуя, тиеүҙәре дөрөҫ икән. Сәскәләрҙең тажы әле генә асылып, емеш-еләктең һутҡа тулышҡан ғына мәлендә һалҡын ямғырҙар оҙайлап китте. Шуға ла, исмаһам, беҙҙең байрам көнөндә төшкә тиклем генә яумай тор инде, тип теләнек бергәләп. Йыл башынан бирле, былтырғы кеүек һәммә халыҡты йыйып, күмәк сара ойоштороу тураһында хыялландыҡ, ике аҙна һайын йыйылышып, һәр мәсьәлә буйынса ентекле һөйләштек. Йәйҙең йәмен тәбиғәткә сығып күреүҙе хушһынған халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә бит. Һәм, ышанаһығыҙмы: төн буйы һибәләгән ямғыр, таң алдынан тымып, ҡояш төшлөккә еткәнсе тамсыһын да ҡойманы.


Быйылғы сараны ябай ғына итеп, «ауыл һабантуйы» тип атаныҡ. (Әүҙем­селәребеҙ иҫ киткес күп, шуға барыһына ла эскерһеҙ рәхмәт әйтеү менән сиклә­нәйек). Йүгеректәр ҙә, йырсы-бе­йеүселәр ҙә, йылғырҙар ҙа, көслөләр ҙә бөтәһе түгел ауылыбыҙҙа, тинек тә ең һыҙғандыҡ. «Байрам» магазиндар сел­тәре етәк­сеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йы­йылышы – Ҡоролтай депутаты И. Ға­ри­фуллин, «Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ф. Латипов, шәхси эшҡыуарҙар В. Иҡтисанов, В. Әхмәҙиева, М. Вәлиәхмәтова кеүек киң күңелле инсандар ниәтебеҙҙе матди йәһәттән күтәреп алды.
Салауат беләклеләр, ыласын йөрәклеләрДөйөм халыҡ тантанаһына килгән мәр­тәбәле ҡунаҡтарҙы ауыл осонда ҡар­шы алып, байрам үткәреләһе майҙанға тиклем аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән егеүле арбала алып барыу ғәҙәтебеҙгә ингән. Был юлы бындай «сервис»ты Азамат Хажиев хәстәрләгән. Юл ыңғайы төп урамдарҙы, Ҡыҙылғы йылғаһын күрһәтеп үтәбеҙ. Был йола ибраһимдарға ғына хас, тиһәм, хаталанмам, моғайын. Оло ҡунаҡтарыбыҙға — ауылдашыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы һәм журналист Тимерғәле Кил­мөхәмәтовҡа, яҡташыбыҙ, филология фәндәре кандидаты, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының комиссия рәйесе Фәнзил Санъяровҡа, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлнара Әминеваға, мәғариф идаралығы хеҙмәткәре Гөлнара Иҫәнбаеваға — был сәйәхәт бик оҡшаны.
Урындағы етәкселәрҙең, үҙеш­мәкәр­ҙәрҙең, күршеләрҙең, ҡунаҡтарҙың сә­ләм­ләүҙәре, урындағы имам Әнүәр Садиҡовтың Ҡөрьән теле аша Аллаһ Тәғәләнән байрамды башлауға ризалыҡ һорауы, күпереп торған ҡымыҙ, Рәмзиә Садиҡова бешергән йомшаҡ сәк-сәк, күркәм сәхнә, уның тирәләй ҡуйылған Рәсәй һәм Башҡортостан әләмдәре – барыһы ла сараның мәртәбәһен арттырып ебәрҙе. Күренекле мәғрифәтсе, ға­лим, шағир Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың үҙен һәм уның «Беҙҙе Йомран иле тирләр» йырын иҫкә төшөрөү бик урынлы булды.
Салауат беләклеләр, ыласын йөрәклеләрТәғәйен майҙансыҡтарҙа ярыштар ҡыҙ­ған арала аҡһаҡалдарҙы барлап сығыу форсаты тейҙе. Ҡасандыр гөрләп торған Фрунзе исемендәге хужалыҡты, уны байытып, миллионер-колхоз яһаған ауылдаштарын халыҡ онотмай. Ара­быҙ­ҙа уларҙың булыуы — үҙе бер ҡыуаныс. Колхозда хеҙмәт юлын һабансынан башлап комплекслы бригада етәксеһе дәрә­жәһенәсә күтәрелгән, намыҫлы хеҙмәте өсөн Ленин, Октябрь Революцияһы ордендарына лайыҡ булған Түрйән Хәкимовҡа, пропагандист, колхоздың партия комитеты секретары, район партия комитетында инструктор кеүек вазифаларҙа эшләп, ялҡынлы һүҙе менән ауылдаштарын фиҙакәр хеҙмәткә әйҙәгән Мәҙейәр Мирхәйҙәровҡа, Ибраһим һөтсөлөк фермаһын республика күләмендә алдынғылыҡҡа сығарған ферма мөдире Дамир Вәлиевкә, «Һәр һыйырҙан — бер бот һөт!» девизын эше менән аҡлаған Сәкинә Шәрә­фет­ди­но­ваға, шулай уҡ колхоз данын күтә­решкән, әле бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыл­лығын билдәләгән Ләлә һәм Ғабдулхай Камаловтарға, бына-бына 90 йәшенә аяҡ баҫырға торған, йәшлеген иҫкә тө­шөргәндә «көнөнә 30-ар сутый ер ура инек» тип ғорурлыҡ менән хәтерләүсән Герой-әсә Рәйсә Садиҡоваға, 45 йыл татыу ғүмер кисергән Клара һәм Миңнулла Хәмзиндарға арнап йырҙар яңғыраны, иҫтәлекле бүләктәр бирелде. 70 йылдан ашыу «Башҡортостан» гәзитенән айырылмаған Мәҙейәр Зөлфәр улына баҫманың махсус призы тапшырылды.
Тоҡ кейеп йүгереүселәр, бейеклеккә, оҙонлоҡҡа һикереүселәр, йыраусылар, шиғыр һөйләүселәр, тоҡ менән һуғышыу­сылар, бейеүселәр, йылға һырғауылы буйлап йөрөүселәр (һыуға ҡолап төшөп көлдө­рөүселәр), күҙ бәйләп, бүләк киҫеп алырға тырышыусылар – барсаһы, барсаһының сығышы күҙ уңынан төшөп ҡалманы, уларға дәрт­ләндереү приздары мул эләкте. Башҡорт һабантуйының иң мәртәбәлеһе – әлбиттә, милли көрәш, бейек һырғауылға менеү (уны Мөнзәр Йәрмөхәмәтов әҙерләгән) һәм гер күтәреү. Милли көрәштә беренсе һәм икенсе урындарҙы ауылыбыҙ батырҙары яулауы ысын ғорурлыҡ ине. Булат Хәсәнов (йола буйынса һарыҡ бирелде) менән Райхан Сәйфетдиновты (аҡсалата бүләк) «Салауат беләкле» тип нисек атамайһың инде! Бе­йегәйгән һайын сайҡалып торған ун биш метр бейеклектәге һырғауылға менергә бер генә кеше йөрьәт итте. Йөрәкле егеттең исеме Заһит Дәүләтбаев булыр. Әйткәндәй, ул ҡатнашмаған ярыш ҡалманы, шикелле. «Йәмғеһе һигеҙ бүләк алдым», — тине егет, шатланып. Айрат Садиҡов иһә, бер ботлоҡ герҙе 100 (!) тапҡыр күтәреп, беренселекте бирмәне. Ә бына алты хужа иң күркәм йорт-ихата конкурсында еңеп маҡталһа, гөл-сәскәле баҡсаһын төрлө ҡош фигуралары менән биҙәгән Райхан Динисламов махсус призға лайыҡ булды.
Сәхнә иҙәне, ике микрофон бер минутҡа ла буш торманы тиерлек. Рәйсә инәй Садиҡова һаман да көләс йөҙлө, йор һүҙле икән.
Тағы күлдәк тегәм әле
Сатинлынан, ағынан.
Тағы егет һөйәм әле
Ҡунаҡ килгән яғынан,
– тигән һәм шуға оҡшаш таҡмаҡтарынан халыҡ йығылып көлдө. Төшкә табан Нурия Садиҡова, Венера Хәкимова, Рәйлә Йәр­мөхәмәтовалар бешергән телеңде йоторлоҡ былау менән һыйланыу ҙа сараға оно­толмаҫлыҡ хәтирә биргәндер.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779