Ысын күңелдән һораһаң, Аллаһ Тәғәлә теләгәнеңде алдыңа килтереп ҡуя, тиеүҙәре дөрөҫ икән. Сәскәләрҙең тажы әле генә асылып, емеш-еләктең һутҡа тулышҡан ғына мәлендә һалҡын ямғырҙар оҙайлап китте. Шуға ла, исмаһам, беҙҙең байрам көнөндә төшкә тиклем генә яумай тор инде, тип теләнек бергәләп. Йыл башынан бирле, былтырғы кеүек һәммә халыҡты йыйып, күмәк сара ойоштороу тураһында хыялландыҡ, ике аҙна һайын йыйылышып, һәр мәсьәлә буйынса ентекле һөйләштек. Йәйҙең йәмен тәбиғәткә сығып күреүҙе хушһынған халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә бит. Һәм, ышанаһығыҙмы: төн буйы һибәләгән ямғыр, таң алдынан тымып, ҡояш төшлөккә еткәнсе тамсыһын да ҡойманы.
Быйылғы сараны ябай ғына итеп, «ауыл һабантуйы» тип атаныҡ. (Әүҙемселәребеҙ иҫ киткес күп, шуға барыһына ла эскерһеҙ рәхмәт әйтеү менән сикләнәйек). Йүгеректәр ҙә, йырсы-бейеүселәр ҙә, йылғырҙар ҙа, көслөләр ҙә бөтәһе түгел ауылыбыҙҙа, тинек тә ең һыҙғандыҡ. «Байрам» магазиндар селтәре етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты И. Ғарифуллин, «Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ф. Латипов, шәхси эшҡыуарҙар В. Иҡтисанов, В. Әхмәҙиева, М. Вәлиәхмәтова кеүек киң күңелле инсандар ниәтебеҙҙе матди йәһәттән күтәреп алды.
Дөйөм халыҡ тантанаһына килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ауыл осонда ҡаршы алып, байрам үткәреләһе майҙанға тиклем аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән егеүле арбала алып барыу ғәҙәтебеҙгә ингән. Был юлы бындай «сервис»ты Азамат Хажиев хәстәрләгән. Юл ыңғайы төп урамдарҙы, Ҡыҙылғы йылғаһын күрһәтеп үтәбеҙ. Был йола ибраһимдарға ғына хас, тиһәм, хаталанмам, моғайын. Оло ҡунаҡтарыбыҙға — ауылдашыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы һәм журналист Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа, яҡташыбыҙ, филология фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының комиссия рәйесе Фәнзил Санъяровҡа, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлнара Әминеваға, мәғариф идаралығы хеҙмәткәре Гөлнара Иҫәнбаеваға — был сәйәхәт бик оҡшаны.
Урындағы етәкселәрҙең, үҙешмәкәрҙәрҙең, күршеләрҙең, ҡунаҡтарҙың сәләмләүҙәре, урындағы имам Әнүәр Садиҡовтың Ҡөрьән теле аша Аллаһ Тәғәләнән байрамды башлауға ризалыҡ һорауы, күпереп торған ҡымыҙ, Рәмзиә Садиҡова бешергән йомшаҡ сәк-сәк, күркәм сәхнә, уның тирәләй ҡуйылған Рәсәй һәм Башҡортостан әләмдәре – барыһы ла сараның мәртәбәһен арттырып ебәрҙе. Күренекле мәғрифәтсе, ғалим, шағир Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың үҙен һәм уның «Беҙҙе Йомран иле тирләр» йырын иҫкә төшөрөү бик урынлы булды.
Тәғәйен майҙансыҡтарҙа ярыштар ҡыҙған арала аҡһаҡалдарҙы барлап сығыу форсаты тейҙе. Ҡасандыр гөрләп торған Фрунзе исемендәге хужалыҡты, уны байытып, миллионер-колхоз яһаған ауылдаштарын халыҡ онотмай. Арабыҙҙа уларҙың булыуы — үҙе бер ҡыуаныс. Колхозда хеҙмәт юлын һабансынан башлап комплекслы бригада етәксеһе дәрәжәһенәсә күтәрелгән, намыҫлы хеҙмәте өсөн Ленин, Октябрь Революцияһы ордендарына лайыҡ булған Түрйән Хәкимовҡа, пропагандист, колхоздың партия комитеты секретары, район партия комитетында инструктор кеүек вазифаларҙа эшләп, ялҡынлы һүҙе менән ауылдаштарын фиҙакәр хеҙмәткә әйҙәгән Мәҙейәр Мирхәйҙәровҡа, Ибраһим һөтсөлөк фермаһын республика күләмендә алдынғылыҡҡа сығарған ферма мөдире Дамир Вәлиевкә, «Һәр һыйырҙан — бер бот һөт!» девизын эше менән аҡлаған Сәкинә Шәрәфетдиноваға, шулай уҡ колхоз данын күтәрешкән, әле бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллығын билдәләгән Ләлә һәм Ғабдулхай Камаловтарға, бына-бына 90 йәшенә аяҡ баҫырға торған, йәшлеген иҫкә төшөргәндә «көнөнә 30-ар сутый ер ура инек» тип ғорурлыҡ менән хәтерләүсән Герой-әсә Рәйсә Садиҡоваға, 45 йыл татыу ғүмер кисергән Клара һәм Миңнулла Хәмзиндарға арнап йырҙар яңғыраны, иҫтәлекле бүләктәр бирелде. 70 йылдан ашыу «Башҡортостан» гәзитенән айырылмаған Мәҙейәр Зөлфәр улына баҫманың махсус призы тапшырылды.
Тоҡ кейеп йүгереүселәр, бейеклеккә, оҙонлоҡҡа һикереүселәр, йыраусылар, шиғыр һөйләүселәр, тоҡ менән һуғышыусылар, бейеүселәр, йылға һырғауылы буйлап йөрөүселәр (һыуға ҡолап төшөп көлдөрөүселәр), күҙ бәйләп, бүләк киҫеп алырға тырышыусылар – барсаһы, барсаһының сығышы күҙ уңынан төшөп ҡалманы, уларға дәртләндереү приздары мул эләкте. Башҡорт һабантуйының иң мәртәбәлеһе – әлбиттә, милли көрәш, бейек һырғауылға менеү (уны Мөнзәр Йәрмөхәмәтов әҙерләгән) һәм гер күтәреү. Милли көрәштә беренсе һәм икенсе урындарҙы ауылыбыҙ батырҙары яулауы ысын ғорурлыҡ ине. Булат Хәсәнов (йола буйынса һарыҡ бирелде) менән Райхан Сәйфетдиновты (аҡсалата бүләк) «Салауат беләкле» тип нисек атамайһың инде! Бейегәйгән һайын сайҡалып торған ун биш метр бейеклектәге һырғауылға менергә бер генә кеше йөрьәт итте. Йөрәкле егеттең исеме Заһит Дәүләтбаев булыр. Әйткәндәй, ул ҡатнашмаған ярыш ҡалманы, шикелле. «Йәмғеһе һигеҙ бүләк алдым», — тине егет, шатланып. Айрат Садиҡов иһә, бер ботлоҡ герҙе 100 (!) тапҡыр күтәреп, беренселекте бирмәне. Ә бына алты хужа иң күркәм йорт-ихата конкурсында еңеп маҡталһа, гөл-сәскәле баҡсаһын төрлө ҡош фигуралары менән биҙәгән Райхан Динисламов махсус призға лайыҡ булды.
Сәхнә иҙәне, ике микрофон бер минутҡа ла буш торманы тиерлек. Рәйсә инәй Садиҡова һаман да көләс йөҙлө, йор һүҙле икән.
Тағы күлдәк тегәм әле
Сатинлынан, ағынан.
Тағы егет һөйәм әле
Ҡунаҡ килгән яғынан,
– тигән һәм шуға оҡшаш таҡмаҡтарынан халыҡ йығылып көлдө. Төшкә табан Нурия Садиҡова, Венера Хәкимова, Рәйлә Йәрмөхәмәтовалар бешергән телеңде йоторлоҡ былау менән һыйланыу ҙа сараға онотолмаҫлыҡ хәтирә биргәндер.