Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы “тулҡын” көслө булырға оҡшай
Яңы “тулҡын” көслө булырға оҡшай
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын быйыл тамамлаясаҡ студенттар ошо көндәрҙә А. Володиндың "Биш кис", Т. Ғиниәтуллиндың "Шәмсетдин менән Шәмсура", К. Гольдониҙың "Мәрәкәле хәл", А. Арбузовтың "Аяуһыҙ уйындар" спектаклдәрен ҡуйҙы һәм йомғаҡлау концерты менән сығыш яһаны.


Мин иһә Талха Ғиниәтуллиндың әҫәре буйынса ҡуйылған "Шәмсетдин менән Шәмсура" спектаклен ҡарау бәхетенә ирештем. Төп ролдәрҙе Морат Рафиҡов менән Айгөл Ғиләжетдинова башҡарҙы. Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, доцент Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән был спектакль һәр кемде ҡәнәғәтләндерерҙәй тамаша булды.
Режиссерҙың бай тәжрибәһе, композиторҙың күңелгә ятышлы көйө, йәш артистарҙың оҫталығы спектаклдең уңышын билдәләне. Талха Ғиниәтуллин, һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ иңендә татыған яугир булараҡ, әҫәрҙәрендә үҙе күргән-белгәнде, ысынбарлыҡтағы хәлдәрҙе яҙа. Уның күп кенә хикәйә һәм повестары автобиографияға нигеҙләнгән. Үҙҙәре һуғыш утында сынығыу үткән яҙыусылар ғына яу йылдарының бар ғазабын, һалдаттарҙың ауыр хеҙмәтен дөрөҫ һәм объектив тасуирлай ала.
Ошо йәһәттән Талха Ғиниәтуллин Рәсәй әҙиптәре араһында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ысын проза тыуҙырған яҙыусы булараҡ лайыҡлы урынын алды. Ә инде студенттар сәхнәләштергән "Шәмсетдин менән Шәмсура" әҫәрендә һуғыш шарттарында тере ҡалыу мөмкинлеге — бер-беренә булған мөхәббәт хисе, киләсәккә өмөт менән ҡарау, йәшәүгә ынтылыш сағылыш таба. Ошо тойғолар ауырлыҡтарҙы йырып сығырға дәртләндерә лә инде. Яраланып һуҡыр ҡалған һалдат Шәмсетдиндең тормошон ҡырҡа үҙгәрткән, ҡараңғы тормоштан яҡтылыҡҡа әйҙәгән Шәмсура исемле ҡыҙ шул аяуһыҙ һуғышҡа ҡаршы торған бөйөк көскә тиң. Автор персонаждың ҡылыҡтарын төрлө хәл-ваҡиғалар, уй-кисерештәр, яһалмалылыҡтан азат хәҡиҡәт аша төплө дәлилләй. Әйтергә кәрәк, спектаклдә ҡатнашҡан башҡа йәш артистар ҙа ролдәрен тейешенсә аса алды. Улар тиҙҙән төп театрыбыҙға яңы “тулҡын” булып киләсәк.


Айгөл ИШБУЛАТОВА:
— Ҡыҙым Регина 16 йәшендә уҡырға инеп, уны 20 йәшендә оло сәхнәлә күреүем бик ҡыуандыра. Иң мөһиме — ҙур талант эйәһе Хөрмәтулла Үтәшев ҡулы аҫтында уҡып, яңы актерҙар барлыҡҡа килде. Киләсәктә улар, әлбиттә, театрҙа уңышлы эш башлар тип ышанабыҙ.
Вәлимә ӨМӨТБАЕВА, Архангел районының "Өмөт" халыҡ театры режиссеры:
— Курстың ентекле әҙерләнеүе күренеп тора. Был йәш артистарҙың киләсәге өмөтлө күренә, сөнки уларҙың беренсе аҙымдары бик ышаныслы тойолдо. Уларға ижади уңыштар юлдаш булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779