Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын быйыл тамамлаясаҡ студенттар ошо көндәрҙә А. Володиндың "Биш кис", Т. Ғиниәтуллиндың "Шәмсетдин менән Шәмсура", К. Гольдониҙың "Мәрәкәле хәл", А. Арбузовтың "Аяуһыҙ уйындар" спектаклдәрен ҡуйҙы һәм йомғаҡлау концерты менән сығыш яһаны.
Мин иһә Талха Ғиниәтуллиндың әҫәре буйынса ҡуйылған "Шәмсетдин менән Шәмсура" спектаклен ҡарау бәхетенә ирештем. Төп ролдәрҙе Морат Рафиҡов менән Айгөл Ғиләжетдинова башҡарҙы. Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, доцент Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән был спектакль һәр кемде ҡәнәғәтләндерерҙәй тамаша булды.
Режиссерҙың бай тәжрибәһе, композиторҙың күңелгә ятышлы көйө, йәш артистарҙың оҫталығы спектаклдең уңышын билдәләне. Талха Ғиниәтуллин, һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ иңендә татыған яугир булараҡ, әҫәрҙәрендә үҙе күргән-белгәнде, ысынбарлыҡтағы хәлдәрҙе яҙа. Уның күп кенә хикәйә һәм повестары автобиографияға нигеҙләнгән. Үҙҙәре һуғыш утында сынығыу үткән яҙыусылар ғына яу йылдарының бар ғазабын, һалдаттарҙың ауыр хеҙмәтен дөрөҫ һәм объектив тасуирлай ала.
Ошо йәһәттән Талха Ғиниәтуллин Рәсәй әҙиптәре араһында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ысын проза тыуҙырған яҙыусы булараҡ лайыҡлы урынын алды. Ә инде студенттар сәхнәләштергән "Шәмсетдин менән Шәмсура" әҫәрендә һуғыш шарттарында тере ҡалыу мөмкинлеге — бер-беренә булған мөхәббәт хисе, киләсәккә өмөт менән ҡарау, йәшәүгә ынтылыш сағылыш таба. Ошо тойғолар ауырлыҡтарҙы йырып сығырға дәртләндерә лә инде. Яраланып һуҡыр ҡалған һалдат Шәмсетдиндең тормошон ҡырҡа үҙгәрткән, ҡараңғы тормоштан яҡтылыҡҡа әйҙәгән Шәмсура исемле ҡыҙ шул аяуһыҙ һуғышҡа ҡаршы торған бөйөк көскә тиң. Автор персонаждың ҡылыҡтарын төрлө хәл-ваҡиғалар, уй-кисерештәр, яһалмалылыҡтан азат хәҡиҡәт аша төплө дәлилләй. Әйтергә кәрәк, спектаклдә ҡатнашҡан башҡа йәш артистар ҙа ролдәрен тейешенсә аса алды. Улар тиҙҙән төп театрыбыҙға яңы “тулҡын” булып киләсәк.
Айгөл ИШБУЛАТОВА:— Ҡыҙым Регина 16 йәшендә уҡырға инеп, уны 20 йәшендә оло сәхнәлә күреүем бик ҡыуандыра. Иң мөһиме — ҙур талант эйәһе Хөрмәтулла Үтәшев ҡулы аҫтында уҡып, яңы актерҙар барлыҡҡа килде. Киләсәктә улар, әлбиттә, театрҙа уңышлы эш башлар тип ышанабыҙ.
Вәлимә ӨМӨТБАЕВА, Архангел районының "Өмөт" халыҡ театры режиссеры:— Курстың ентекле әҙерләнеүе күренеп тора. Был йәш артистарҙың киләсәге өмөтлө күренә, сөнки уларҙың беренсе аҙымдары бик ышаныслы тойолдо. Уларға ижади уңыштар юлдаш булһын.