"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт
Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....
Тотош уҡырға 2 216
Яңыраҡ Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның "Мәңгелек сәфәр" тип аталған шиғырҙар йыйынтығы сыҡты. Автор был китабында донъя төҙөлөшөнә "Урал батыр" эпосы образдары аша күҙ һала, тәү тормошобоҙ төпкөлдәренә ҡараш ташлай, физик һәм рухи ҡанундар серенә төшөндөрә, һәр кешенең, тормошобоҙҙа ниндәй ваҡиғалар булып ятыуына ҡарамаҫтан, үҙ иғтибарын шатлыҡҡа һәм бәхеткә йүнәлтә алыуын, кеше асылының, уның күктәрҙән бирелгән ысын асылының яҡшылыҡҡа ҡоролоуын раҫлай, һәр кемдең, ни генә эшләһә лә, бәхетле булыу өсөн йәшәгәнен иҫбатлай. Был китап еңеүселәр, тормошта юғалып ҡалмаусылар, көслө рухлылар өсөн тәғәйен.
Күренекле шағир, танылған публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Муса Сиражиҙың "Ер һәм йыр" китабына авторҙың төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре — халыҡ араһында киң билдәле йырҙары, лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, поэмалары тупланды. Шағирҙың уй-тойғолары йәшлек, дуҫлыҡ, мөхәббәт тураһында, ер, йыр, милләт яҙмышы хаҡында. Автор был йыйынтығын Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлай.
Тимерғәле Бүләковтың ошо көндәрҙә донъя күргән "Баҫым" романы башлыса сиҙәм күтәреү ваҡиғалары тураһында. "Шул уҡ ваҡытта илебеҙҙә барған бөтә хәл-әхүәлдәр иң элек халыҡ-ара хәлгә, бигерәк тә алға киткән капиталистик илдәрҙең Рәсәйгә мөнәсәбәтенә бәйле, — ти автор. — Ватанды индустриаллаштырыу, һуғыштарҙа ҡорбан булған миллионлаған туғаныбыҙ, социализмдың ҡаҙаныштары һәм хаталары — былар барыһы ла беҙҙең тарихыбыҙ, унан бер нисек тә ҡотолоп йәки ҡасып булмай".
Раят Вәлиевтең яңы китабы "Күләгәле утрау" тип аталған мажаралы повестан тора. Был автор Белорет районының тауҙар ҡуйынындағы Баҡый ауылында әҙәбиәт яратҡан, йыр-моңға әүәҫ урмансы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Отставкалағы милиция майоры, наградалары бар. Йәштән үк проза әҫәрҙәре ижад итә. Был — Раят Барый улының тәүге китабы. Беҙҙең көндәрҙә Башҡортостанда барған ваҡиғалар сағылдырылған, көнитмешебеҙ хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған әҫәр әҙәбиәт һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип ышанабыҙ. "Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт
Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....
Тотош уҡырға 2 216
Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт
28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир ......
Тотош уҡырға 2 554
Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт
Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ. ......
Тотош уҡырға 2 126
Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт
Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы ......
Тотош уҡырға 2 281
Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт
Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң, ......
Тотош уҡырға 2 232
“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым” 26.03.2019 // Әҙәбиәт
Тәү сиратта уның теле мөһим....
Тотош уҡырға 2 223
Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт
Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....
Тотош уҡырға 1 928
“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....
Тотош уҡырға 2 118
Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт
Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның ......
Тотош уҡырға 1 914
Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт
Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо ......
Тотош уҡырға 2 148
Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға ......
Тотош уҡырға 1 906
Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт
Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл ......
Тотош уҡырға 2 082