"Күләгәләге утрау"ға "Мәңгелек сәфәр"17.06.2014
"Күләгәләге утрау"ға "Мәңгелек сәфәр" Яңыраҡ Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның "Мәңгелек сәфәр" тип аталған шиғырҙар йыйынтығы сыҡты. Автор был китабында донъя төҙөлөшөнә "Урал батыр" эпосы образдары аша күҙ һала, тәү тормошобоҙ төпкөлдәренә ҡараш ташлай, физик һәм рухи ҡанундар серенә төшөндөрә, һәр кешенең, тормошобоҙҙа ниндәй ваҡиғалар булып ятыуына ҡарамаҫтан, үҙ иғтибарын шатлыҡҡа һәм бәхеткә йүнәлтә алыуын, кеше асылының, уның күктәрҙән бирелгән ысын асылының яҡшылыҡҡа ҡоролоуын раҫлай, һәр кемдең, ни генә эшләһә лә, бәхетле булыу өсөн йәшәгәнен иҫбатлай. Был китап еңеүселәр, тормошта юғалып ҡалмаусылар, көслө рухлылар өсөн тәғәйен.
"Күләгәләге утрау"ға "Мәңгелек сәфәр" Күренекле шағир, танылған публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Муса Сиражиҙың "Ер һәм йыр" китабына авторҙың төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре — халыҡ араһында киң билдәле йырҙары, лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, поэмалары тупланды. Шағирҙың уй-тойғолары йәшлек, дуҫлыҡ, мөхәббәт тураһында, ер, йыр, милләт яҙмышы хаҡында. Автор был йыйынтығын Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлай.
"Күләгәләге утрау"ға "Мәңгелек сәфәр" Тимерғәле Бүләковтың ошо көндәрҙә донъя күргән "Баҫым" романы башлыса сиҙәм күтәреү ваҡиғалары тураһында. "Шул уҡ ваҡытта илебеҙҙә барған бөтә хәл-әхүәлдәр иң элек халыҡ-ара хәлгә, бигерәк тә алға киткән капиталистик илдәрҙең Рәсәйгә мөнәсәбәтенә бәйле, — ти автор. — Ватанды индустриаллаштырыу, һуғыштарҙа ҡорбан булған миллионлаған туғаныбыҙ, социализмдың ҡаҙаныштары һәм хаталары — былар барыһы ла беҙҙең тарихыбыҙ, унан бер нисек тә ҡотолоп йәки ҡасып булмай".
"Күләгәләге утрау"ға "Мәңгелек сәфәр" Раят Вәлиевтең яңы китабы "Күләгәле утрау" тип аталған мажаралы повестан тора. Был автор Белорет районының тауҙар ҡуйынындағы Баҡый ауылында әҙәбиәт яратҡан, йыр-моңға әүәҫ урмансы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Отставкалағы милиция майоры, наградалары бар. Йәштән үк проза әҫәрҙәре ижад итә. Был — Раят Барый улының тәүге китабы. Беҙҙең көндәрҙә Башҡортостанда барған ваҡиғалар сағылдырылған, көнитмешебеҙ хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған әҫәр әҙәбиәт һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип ышанабыҙ.
Башҡорт телендә донъя күргән баҫмаларҙы нәшриәттең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.



Вернуться назад