Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Йылдағыса, әбйәлилдәр яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, халҡыбыҙҙың милли байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Шулай булмай ни, байрам алдынан ғына, ниһайәт, ергә оҙаҡ көттөргән ямғыр тамсылары төштө. Һабантуйға район халҡының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, күрше Силәбе, Магнитогорск ҡалалары вәкилдәре һәм башҡалар килде. Ҡунаҡ ҡаршылай белә әбйәлилдәр: Дауыт ауылы янындағы аҡланда бер рәткә егерменән ашыу аҡ тирмә теҙелгән, һәр береһе эргәһендә ҡаҙандар аҫылған, самауыр борҡой. Үрҙәрәк һәр ауылдың ағинәйҙәре, оҫталары үҙҙәре баҫҡан кейеҙҙәрен йәйгән, суҡлы-саҡлы кейенешеп, сығыш яһарға йыйына.



Икмәк булһа, йыр ҙа булыр...Ана, хөрмәтле ҡунаҡтар үҙҙәре лә күренде. Туҡта, туҡта, ни ғәләмәт? Ауыл ҡапҡаһын асырға уйламайҙар түгелме һуң?! Әһә, етәкселәрҙе лә изге теләктәр әйттереп, тәңкә ташлатып, кескәй ҡыҙҙарҙың көйәнтәләп һыу килтергән биҙрәләренән һабанға һыу ҡойҙортоп, ямғыр яуыуға ишара яһатып үткәрә бит шилма малайҙар. Һабантуйға ҡапҡа асылды – ҡунаҡтар түргә үтте. Әммә йомарт әбйәлилдәр бының менән генә сикләнмәне, республика башлығына үҙ теләктәрен, талаптарын еткерергә ашыҡты. Мәҙәниәт йылы уңайынан грант алған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, яңы торлаҡ сертификатына эйә булған йәштәр Рөстәм Зәки улына дәүләт тарафынан күрһәтелгән даими ярҙам өсөн оло рәхмәттәрен әйтте. Ҡулына көмөш тәңкәле йүгән тоттороп, уны аттар янына алып барҙылар. Шалтыратҡанда ниндәй арғымаҡ әйләнеп ҡараһа, шул һеҙҙеке, тип, башҡорт халҡының иң хөрмәтле ҡунаҡҡа ат бүләк итеү йолаһына был юлы ла тоғро ҡалды әбйәлилдәр.
Артабан етәкселәр тирмәләр буйлап йөрөнө, халыҡ менән аралашты. Уларҙы һәр ҡайҙа йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар, үҙҙәренә хас йолаларын, халыҡ кәсептәрен күрһәттеләр, көнкүреш әйберҙәре менән таныштырҙылар. Буранғол ауылы уңғандары кейеҙ баҫыуҙарын, шәл һуғыу станогын нисек көйләүҙәрен күрһәтһә, икенселәре кәзә ҡымыҙының һаулыҡ өсөн ифрат шифалы булыуы тураһында һөйләне. Республика башлығы 500 йыллыҡ тарихы булған ҡул тирмәнен тартып ҡараны, утын бысыу ҡорамалының үткерлеген баһаланы. Ҡунаҡтарҙы ҡорот ҡайнатыу һәм ыҫлау, буҙа яһау ысулдары ҡыҙыҡһындырҙы, кейеҙҙән эшләнгән аҡ тирмәләр һоҡландырҙы.
Икмәк булһа, йыр ҙа булырНиндәй һабантуй ялан батырҙарын тәбрикләүһеҙ үтһен инде?! Был юлы ла оло байрам “Икмәк булһа, йыр ҙа булыр” тигән театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. Игенселәрҙең генә түгел, малсыларҙың, һауынсыларҙың да хеҙмәтен бар тулылығында күрһәтеп, уларҙың эше хөрмәткә лайыҡ икәнлеген сағылдырған тамаша барыһының күңеленә хуш килде. Һабантуй байрағын күтәреү хоҡуғын “Әбйәлил сорт участкаһы” йәмғиәтенең баш агрономы Алексей Гусев, “Агро” хужалығы эшсәне Айрат Ғәликәев, милли көрәш буйынса Башҡортостан призеры һәм Көньяҡ Уралдың абсолют чемпионы Артур Талипов, атыу буйынса спорт мастерлығына кандидат Александр Бобров алды.
Барлыҡ ауыл эшсәндәрен һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов тәбрикләне. Ул ошонда уҡ районда әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәренә бирелеп килгән Ким Әхмәтйәнов, тыуған яҡты һәм тарихты өйрәнеүселәр өсөн булдырылған Шафиҡ Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияларҙы тапшырҙы. Тәүгеһенә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәре Рәмзиә Кәримова менән Илдар Байбулатов лайыҡ булһа, икенсеһен райондың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәмилә Лотфуллина алды.
Артабан һүҙ республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа бирелде. Ул район халҡын милли байрам менән ҡотлап, Әбйәлил районының һәр яҡлап та алдынғылар рәтендә булыуын билдәләне.
– Бында халыҡ яҡшы йәшәй: төҙөлөш тынмай, яңы объекттар сафҡа инә, юлдар һалына. Иң мөһиме – иртәгәһе көнгә ышаныс бар. Шул ышанысты юғалтмайыҡ, – тине ул.
Миҫал итеп Рөстәм Зәки улы Асҡарҙың Көнсығыш биҫтәһендә 139 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышыуын әйтте, киләсәктә лә район халҡына бар яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе. Шулай уҡ ул хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Һабантуй, әлбиттә, йыр-бейеүһеҙ, уйын-көлкөһөҙ, ярыш-бәйгеләрһеҙ үтмәй. Был юлы ла Әбйәлил халҡы рәхәтләнеп ял итте. Ҡолғаға менеү, күҙ бәйләп көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү һәм башҡа ҡыҙыҡлы спорт сараларында бик теләп ҡатнаштылар. Иртәнсәк бер аҙ һибәләп торған ямғыр, ошондай күркәм байрамды боҙорға баҙнат итмәйенсә, күрәһең, яйлап тымды, болоттар таралды. Ҡояш үҙенең йылы нурҙары менән тирә-яҡты нурландырҙы, һабан туйын тағы ла сағыуыраҡ итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779