Йылдағыса, әбйәлилдәр яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, халҡыбыҙҙың милли байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Шулай булмай ни, байрам алдынан ғына, ниһайәт, ергә оҙаҡ көттөргән ямғыр тамсылары төштө. Һабантуйға район халҡының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, күрше Силәбе, Магнитогорск ҡалалары вәкилдәре һәм башҡалар килде. Ҡунаҡ ҡаршылай белә әбйәлилдәр: Дауыт ауылы янындағы аҡланда бер рәткә егерменән ашыу аҡ тирмә теҙелгән, һәр береһе эргәһендә ҡаҙандар аҫылған, самауыр борҡой. Үрҙәрәк һәр ауылдың ағинәйҙәре, оҫталары үҙҙәре баҫҡан кейеҙҙәрен йәйгән, суҡлы-саҡлы кейенешеп, сығыш яһарға йыйына.
...Ана, хөрмәтле ҡунаҡтар үҙҙәре лә күренде. Туҡта, туҡта, ни ғәләмәт? Ауыл ҡапҡаһын асырға уйламайҙар түгелме һуң?! Әһә, етәкселәрҙе лә изге теләктәр әйттереп, тәңкә ташлатып, кескәй ҡыҙҙарҙың көйәнтәләп һыу килтергән биҙрәләренән һабанға һыу ҡойҙортоп, ямғыр яуыуға ишара яһатып үткәрә бит шилма малайҙар. Һабантуйға ҡапҡа асылды – ҡунаҡтар түргә үтте. Әммә йомарт әбйәлилдәр бының менән генә сикләнмәне, республика башлығына үҙ теләктәрен, талаптарын еткерергә ашыҡты. Мәҙәниәт йылы уңайынан грант алған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, яңы торлаҡ сертификатына эйә булған йәштәр Рөстәм Зәки улына дәүләт тарафынан күрһәтелгән даими ярҙам өсөн оло рәхмәттәрен әйтте. Ҡулына көмөш тәңкәле йүгән тоттороп, уны аттар янына алып барҙылар. Шалтыратҡанда ниндәй арғымаҡ әйләнеп ҡараһа, шул һеҙҙеке, тип, башҡорт халҡының иң хөрмәтле ҡунаҡҡа ат бүләк итеү йолаһына был юлы ла тоғро ҡалды әбйәлилдәр.
Артабан етәкселәр тирмәләр буйлап йөрөнө, халыҡ менән аралашты. Уларҙы һәр ҡайҙа йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар, үҙҙәренә хас йолаларын, халыҡ кәсептәрен күрһәттеләр, көнкүреш әйберҙәре менән таныштырҙылар. Буранғол ауылы уңғандары кейеҙ баҫыуҙарын, шәл һуғыу станогын нисек көйләүҙәрен күрһәтһә, икенселәре кәзә ҡымыҙының һаулыҡ өсөн ифрат шифалы булыуы тураһында һөйләне. Республика башлығы 500 йыллыҡ тарихы булған ҡул тирмәнен тартып ҡараны, утын бысыу ҡорамалының үткерлеген баһаланы. Ҡунаҡтарҙы ҡорот ҡайнатыу һәм ыҫлау, буҙа яһау ысулдары ҡыҙыҡһындырҙы, кейеҙҙән эшләнгән аҡ тирмәләр һоҡландырҙы.
Ниндәй һабантуй ялан батырҙарын тәбрикләүһеҙ үтһен инде?! Был юлы ла оло байрам “Икмәк булһа, йыр ҙа булыр” тигән театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. Игенселәрҙең генә түгел, малсыларҙың, һауынсыларҙың да хеҙмәтен бар тулылығында күрһәтеп, уларҙың эше хөрмәткә лайыҡ икәнлеген сағылдырған тамаша барыһының күңеленә хуш килде. Һабантуй байрағын күтәреү хоҡуғын “Әбйәлил сорт участкаһы” йәмғиәтенең баш агрономы Алексей Гусев, “Агро” хужалығы эшсәне Айрат Ғәликәев, милли көрәш буйынса Башҡортостан призеры һәм Көньяҡ Уралдың абсолют чемпионы Артур Талипов, атыу буйынса спорт мастерлығына кандидат Александр Бобров алды.
Барлыҡ ауыл эшсәндәрен һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов тәбрикләне. Ул ошонда уҡ районда әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәренә бирелеп килгән Ким Әхмәтйәнов, тыуған яҡты һәм тарихты өйрәнеүселәр өсөн булдырылған Шафиҡ Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияларҙы тапшырҙы. Тәүгеһенә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәре Рәмзиә Кәримова менән Илдар Байбулатов лайыҡ булһа, икенсеһен райондың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәмилә Лотфуллина алды.
Артабан һүҙ республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа бирелде. Ул район халҡын милли байрам менән ҡотлап, Әбйәлил районының һәр яҡлап та алдынғылар рәтендә булыуын билдәләне.
– Бында халыҡ яҡшы йәшәй: төҙөлөш тынмай, яңы объекттар сафҡа инә, юлдар һалына. Иң мөһиме – иртәгәһе көнгә ышаныс бар. Шул ышанысты юғалтмайыҡ, – тине ул.
Миҫал итеп Рөстәм Зәки улы Асҡарҙың Көнсығыш биҫтәһендә 139 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышыуын әйтте, киләсәктә лә район халҡына бар яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе. Шулай уҡ ул хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Һабантуй, әлбиттә, йыр-бейеүһеҙ, уйын-көлкөһөҙ, ярыш-бәйгеләрһеҙ үтмәй. Был юлы ла Әбйәлил халҡы рәхәтләнеп ял итте. Ҡолғаға менеү, күҙ бәйләп көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү һәм башҡа ҡыҙыҡлы спорт сараларында бик теләп ҡатнаштылар. Иртәнсәк бер аҙ һибәләп торған ямғыр, ошондай күркәм байрамды боҙорға баҙнат итмәйенсә, күрәһең, яйлап тымды, болоттар таралды. Ҡояш үҙенең йылы нурҙары менән тирә-яҡты нурландырҙы, һабан туйын тағы ла сағыуыраҡ итте.