Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урал моңо” яңғыраны Салауат майҙанында
“Урал моңо” яңғыраны Салауат майҙанында
Төрки йәштәренең “Урал моңо-2014” халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале быйыл 17-се тапҡыр уҙғарылды. Көтөп алған ҙур байрам ике турҙа үтте, унда биш илдән (Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ғағауз ере) һәм Рәсәйҙең 14 төбәгенән килгән 53 йәш йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә үҙенсәлекле, һоҡландырғыс йырҙары менән сығыш яһаны. 30 майҙа фестиваль тарихында тәүгә Гала-концерт асыҡ һауала – Салауат Юлаев майҙанында ойошторолдо.



“Урал моңо” яңғыраны Салауат майҙанындаБәйгелә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сәләмләне:
— “Урал моңо” фестивале тарихы 1992 йылдан башлана, — тине ул. — Был ваҡыт эсендә йөҙләгән ҡатнашыусы үҙенең һәләте менән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, традицияларҙы берләштереүгә ҙур өлөш индерҙе. Конкурстың оло ҡаҙаныштары, ижади үрҙәре әле алда булыуына ышанам.
Шулай итеп, өс көн дауамында барған көсөргәнешле лә, сәмле лә бәйгелә беренсе урынға – Курал Чокоев (Ҡырғыҙстан) менән Гүзәл Моратова (Ҡырым), икенсе урынға Айбек Саралаев (Ҡырғыҙстан) менән Аржаана Куулар (Тыва Республикаһы) лайыҡ булһа, Азербайжандан Улькер Алиева менән Башҡортостан һылыуы Зилиә Бәхтиева өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Һәм, ниһайәт, төп призға – 100 000 һум күләмендәге сертификатҡа Башҡортостан вәкиле Марсель Ҡотоев эйә булды.
Яҡташыбыҙҙың уңыштары бының менән генә сикләнмәне, йырсы “Саян тауҙары моңдары” IV халыҡ-ара эстрада йыры конкурсында ҡатнашыуға сертификат менән бүләкләнде. Йәнә бер яҡташыбыҙға – йәш йырсы Зилиә Бәхтиеваға иһә “Көнсығыш баҙары” X халыҡ-ара телевизион музыкаль конкурсында ҡатнашыуға сертификат тапшырылды.
Өфө халҡы өсөн ҙур байрамға әүерелгән фестиваль төрки халыҡтарҙың берҙәмлеге, дуҫлығы кеүек үк төрлө төҫтә балҡыған сағыу салют менән тамамланды.




“Урал моңо” яңғыраны Салауат майҙанындаУлькер АЛИЕВА:
— Башҡорттарҙың асыҡ күңелле, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл халыҡ икәнлеген ишеткәнем булды. Өфөгә килеп быға тулыһынса инандым: ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙе һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән, шат йылмайып ҡаршы алдылар. Башҡортостандың гүзәл баш ҡалаһына киләһе йылдарҙа ла килергә ине тигән теләк тыуҙы.
Гүзәл МОРАТОВА:
— Фестивалдә беренсе тапҡыр ҡатнаштым, уның юғары кимәлдә ойошторолоуын айырыуса билдәләп үтергә кәрәк. Һәр ҡатнашыусының саранан онотолмаҫ бай тәьҫораттар менән ҡайтырына шигем юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779