Төрки йәштәренең “Урал моңо-2014” халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале быйыл 17-се тапҡыр уҙғарылды. Көтөп алған ҙур байрам ике турҙа үтте, унда биш илдән (Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ғағауз ере) һәм Рәсәйҙең 14 төбәгенән килгән 53 йәш йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә үҙенсәлекле, һоҡландырғыс йырҙары менән сығыш яһаны. 30 майҙа фестиваль тарихында тәүгә Гала-концерт асыҡ һауала – Салауат Юлаев майҙанында ойошторолдо.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сәләмләне:
— “Урал моңо” фестивале тарихы 1992 йылдан башлана, — тине ул. — Был ваҡыт эсендә йөҙләгән ҡатнашыусы үҙенең һәләте менән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, традицияларҙы берләштереүгә ҙур өлөш индерҙе. Конкурстың оло ҡаҙаныштары, ижади үрҙәре әле алда булыуына ышанам.
Шулай итеп, өс көн дауамында барған көсөргәнешле лә, сәмле лә бәйгелә беренсе урынға – Курал Чокоев (Ҡырғыҙстан) менән Гүзәл Моратова (Ҡырым), икенсе урынға Айбек Саралаев (Ҡырғыҙстан) менән Аржаана Куулар (Тыва Республикаһы) лайыҡ булһа, Азербайжандан Улькер Алиева менән Башҡортостан һылыуы Зилиә Бәхтиева өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Һәм, ниһайәт, төп призға – 100 000 һум күләмендәге сертификатҡа Башҡортостан вәкиле Марсель Ҡотоев эйә булды.
Яҡташыбыҙҙың уңыштары бының менән генә сикләнмәне, йырсы “Саян тауҙары моңдары” IV халыҡ-ара эстрада йыры конкурсында ҡатнашыуға сертификат менән бүләкләнде. Йәнә бер яҡташыбыҙға – йәш йырсы Зилиә Бәхтиеваға иһә “Көнсығыш баҙары” X халыҡ-ара телевизион музыкаль конкурсында ҡатнашыуға сертификат тапшырылды.
Өфө халҡы өсөн ҙур байрамға әүерелгән фестиваль төрки халыҡтарҙың берҙәмлеге, дуҫлығы кеүек үк төрлө төҫтә балҡыған сағыу салют менән тамамланды.
Улькер АЛИЕВА:— Башҡорттарҙың асыҡ күңелле, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл халыҡ икәнлеген ишеткәнем булды. Өфөгә килеп быға тулыһынса инандым: ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙе һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән, шат йылмайып ҡаршы алдылар. Башҡортостандың гүзәл баш ҡалаһына киләһе йылдарҙа ла килергә ине тигән теләк тыуҙы.
Гүзәл МОРАТОВА:— Фестивалдә беренсе тапҡыр ҡатнаштым, уның юғары кимәлдә ойошторолоуын айырыуса билдәләп үтергә кәрәк. Һәр ҡатнашыусының саранан онотолмаҫ бай тәьҫораттар менән ҡайтырына шигем юҡ.