Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йондоҙҙарға ҡарап йәшәне
Йондоҙҙарға ҡарап йәшәне
“Килмешәк”, “Ғүмер бер генә”, “Туҙҙырылған тамуҡ”... Был әҫәрҙәрҙе телгә алыу менән күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковтың яҡты йөҙө иҫкә төшә. Мәшһүр әҙиптең замандың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған романдарын, повестарын, хикәйәләрен бер тынала уҡып, тетрәнмәгән кеше юҡтыр. Тормоштоң ҡырыҫлығын да, гүзәллеген дә, ысынбарлығын да күрһәткәне өсөн, уның һәр китабы уҡыусы күңеленә юл тапты. “Әҙәбиәтебеҙҙә Динистың хаҡлы үҙ урыны һәм ижади күңел нуры бар. Ул XXI быуатта ла бер балҡыш булып дауам итер” тип яҙғайны академик Ғайса Хөсәйенов.

Йондоҙҙарға ҡарап йәшәне Быйыл яратҡан яҙыусыбыҙҙың тыуыуына 70 йыл тулды. Ошо уңайҙан әҙиптең тыуған төйәгендә – Мәләүез районының Смаҡ ауылында – хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторолдо. – Динис – бәхетле яҙыусы. Үҙе әҙ йәшәһә лә, әҫәрҙәренең ғүмере күпкә оҙонораҡ, – тине ҡәләмдәшенең һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. – Уның матбуғатта донъя күргән һуңғы мәҡәләһе “Йондоҙҙарға ҡарап йәшәйек” тип атала. Ысынлап та, ул үҙе лә заман менән ҡайғырып, яҡтылыҡҡа, изгелеккә табынып йәшәне. Һәм шуға ла беҙҙең күңелдәрҙә яҡты йондоҙ булып ҡалды.
Әйткәндәй, тыуған төйәгендә әҙиптең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылған. Смаҡ урта мәктәбе уның исемен йөрөтә, белем усағы алдында яҙыусының бюсы ҡуйылған, ошо ауылда уҡ ижадсының музейы эшләп килә, Мәләүез ҡалаһында, Смаҡта, Арыҫланда урамдар яҙыусының исеме менән аталған, Нөгөш һыу һаҡлағысында “Динис Бүләков” катеры йөҙә.
Әҙиптең музейында булғанда бик үҙенсәлекле ҡомартҡыны күрҙек. Иң түрҙә Динис Бүләковтың бишеге эленеп тора. Уның тылсымлы ҡөҙрәте хаҡында ауылда белмәгән кеше юҡтыр. Йәш ғаиләлә тыуған өс сабый бер-бер артлы үлеп торған. Ахыры, яҙыусының әсәһе уларға Динистың бишеген биргән. Һәм шул бишектә бәүелтеп, ата-әсә шалҡан кеүек тап-таҙа алты баланы аяҡҡа баҫтырған.
Йондоҙҙарға ҡарап йәшәне Яҙыусы Динис Бүләковтың яҡты иҫтәлегенә ауыл клубында күркәм тамаша ойошторолғайны. Унда республикабыҙҙың танылған ҡәләм оҫталары Сабир Шәрипов, Ғәлим Хисамов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Тимер Ниәтшин, Закир Әҡбәров, Мәрйәм Күсмәева хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Динис менән беҙ яҡын дуҫтар инек, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, драматург Наил Ғәйетбаев. – Минең әҙәбиәткә килеүемдә уның өлөшө ҙур. Ул йәштәрҙе өгөтләй, дәртләндерә белде. Шуға ла уның хөрмәтенә Сибай ҡалаһындағы урамға исем ҡушыуҙы хәстәрләнем. Әммә беҙ бының менән генә сикләнергә тейеш түгелбеҙ. Динисҡа Мәләүездә лә һәйкәл ҡуйырға кәрәк.
Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вахитов иһә был тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алыуын белдерҙе. Шулай уҡ быйыл районда Динис Бүләков исемендәге премия булдырыласағын һөйөнсөләне.
Яҙыусының Миләүшә, Ләйсән, Зөһрә исемле ҡыҙҙары, үҙ сиратында, мәләүездәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, шулай уҡ музейға аталарының баҫыу машинкаһын бүләк итте. ...Динис Бүләковтың китаптарын әле булһа яратып уҡыйҙар. Бик күп әҫәрҙәре урыҫ, татар, төрөк телдәренә лә тәржемә ителеп, айырым китап булып донъя күрҙе. Тимәк, уның күңел йондоҙҙарының яҡты нуры меңдәрсә күңелдәрҙе балҡытасаҡ әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780