“Килмешәк”, “Ғүмер бер генә”, “Туҙҙырылған тамуҡ”... Был әҫәрҙәрҙе телгә алыу менән күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковтың яҡты йөҙө иҫкә төшә. Мәшһүр әҙиптең замандың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған романдарын, повестарын, хикәйәләрен бер тынала уҡып, тетрәнмәгән кеше юҡтыр. Тормоштоң ҡырыҫлығын да, гүзәллеген дә, ысынбарлығын да күрһәткәне өсөн, уның һәр китабы уҡыусы күңеленә юл тапты. “Әҙәбиәтебеҙҙә Динистың хаҡлы үҙ урыны һәм ижади күңел нуры бар. Ул XXI быуатта ла бер балҡыш булып дауам итер” тип яҙғайны академик Ғайса Хөсәйенов.
Быйыл яратҡан яҙыусыбыҙҙың тыуыуына 70 йыл тулды. Ошо уңайҙан әҙиптең тыуған төйәгендә – Мәләүез районының Смаҡ ауылында – хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторолдо. – Динис – бәхетле яҙыусы. Үҙе әҙ йәшәһә лә, әҫәрҙәренең ғүмере күпкә оҙонораҡ, – тине ҡәләмдәшенең һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. – Уның матбуғатта донъя күргән һуңғы мәҡәләһе “Йондоҙҙарға ҡарап йәшәйек” тип атала. Ысынлап та, ул үҙе лә заман менән ҡайғырып, яҡтылыҡҡа, изгелеккә табынып йәшәне. Һәм шуға ла беҙҙең күңелдәрҙә яҡты йондоҙ булып ҡалды.
Әйткәндәй, тыуған төйәгендә әҙиптең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылған. Смаҡ урта мәктәбе уның исемен йөрөтә, белем усағы алдында яҙыусының бюсы ҡуйылған, ошо ауылда уҡ ижадсының музейы эшләп килә, Мәләүез ҡалаһында, Смаҡта, Арыҫланда урамдар яҙыусының исеме менән аталған, Нөгөш һыу һаҡлағысында “Динис Бүләков” катеры йөҙә.
Әҙиптең музейында булғанда бик үҙенсәлекле ҡомартҡыны күрҙек. Иң түрҙә Динис Бүләковтың бишеге эленеп тора. Уның тылсымлы ҡөҙрәте хаҡында ауылда белмәгән кеше юҡтыр. Йәш ғаиләлә тыуған өс сабый бер-бер артлы үлеп торған. Ахыры, яҙыусының әсәһе уларға Динистың бишеген биргән. Һәм шул бишектә бәүелтеп, ата-әсә шалҡан кеүек тап-таҙа алты баланы аяҡҡа баҫтырған.
Яҙыусы Динис Бүләковтың яҡты иҫтәлегенә ауыл клубында күркәм тамаша ойошторолғайны. Унда республикабыҙҙың танылған ҡәләм оҫталары Сабир Шәрипов, Ғәлим Хисамов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Тимер Ниәтшин, Закир Әҡбәров, Мәрйәм Күсмәева хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Динис менән беҙ яҡын дуҫтар инек, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, драматург Наил Ғәйетбаев. – Минең әҙәбиәткә килеүемдә уның өлөшө ҙур. Ул йәштәрҙе өгөтләй, дәртләндерә белде. Шуға ла уның хөрмәтенә Сибай ҡалаһындағы урамға исем ҡушыуҙы хәстәрләнем. Әммә беҙ бының менән генә сикләнергә тейеш түгелбеҙ. Динисҡа Мәләүездә лә һәйкәл ҡуйырға кәрәк.
Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вахитов иһә был тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алыуын белдерҙе. Шулай уҡ быйыл районда Динис Бүләков исемендәге премия булдырыласағын һөйөнсөләне.
Яҙыусының Миләүшә, Ләйсән, Зөһрә исемле ҡыҙҙары, үҙ сиратында, мәләүездәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, шулай уҡ музейға аталарының баҫыу машинкаһын бүләк итте. ...Динис Бүләковтың китаптарын әле булһа яратып уҡыйҙар. Бик күп әҫәрҙәре урыҫ, татар, төрөк телдәренә лә тәржемә ителеп, айырым китап булып донъя күрҙе. Тимәк, уның күңел йондоҙҙарының яҡты нуры меңдәрсә күңелдәрҙе балҡытасаҡ әле.