Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ирәндек моңдары”нан тағы бер кинәндек
“Ирәндек моңдары”нан тағы бер кинәндек
“Сибай”, “Ирәндек”, “Абдрахман”, “Буранбай”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙары — Сибай һәм Баймаҡ төйәгендә барлыҡҡа килгән аҫыл гәүһәрҙәр. “Ирәндек моңдары” конкурсының тап ошо ерҙә ойошторолоуы юҡҡа түгел. Бында башҡорт милләтенең төп этник өлөшө ғүмер итә, йыр-моңдоң иң гүзәл өлгөләре һаҡлана, талантлы, рухлы халыҡ йәшәй.



Быйыл 12-се тапҡыр ойошторолған “Ирәндек моңдары” төбәк-ара бәйгеһендә республиканың төрлө районынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Татарстандан, Ҡаҙағстандан, Екатеринбург ҡалаһынан 80-гә яҡын бәйгесе ҡатнашты. Уларҙың сығышын абруйлы сәнғәт әһелдәре баһаланы. Шуныһы айырыуса шатлыҡлы: балалар араһында халыҡ йырына һөйөү йылдан-йыл арта. Быйыл, мәҫәлән, иң йәш бәйгесе дүрт йәшлек Арыҫлан Күсәмышев булды. Мәҙәниәт йылына тап килеүе, Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналыуы ла сараға мәртәбә өҫтәне.
“Ирәндек моңдары”нан тағы бер кинәндекКонкурстың 16 йәшкә тиклемге бәйгеселәр ҡатнашҡан өлөшө “Сулпан” балалар театрында ойошторолдо. Бында 44 бала “Оҙон көй” һәм “Ҡыҫҡа көй” номинацияларында көс һынашты. Төп бүләккә Ғафури районынан Илнур Үлмәҫбаев лайыҡ булды: ун өс йәшлек үҫмер, “Үткән ғүмер” һәм “Һыр” халыҡ йырҙарын ифрат оҫта башҡарып, халыҡты, баһалама ағзаларын хайран ҡалдырҙы. Беренсе урын иһә Йылайырҙан Бәхтейәр Ильясов менән Баймаҡ районынан Айһылыу Йосоповаға бирелде.
Утыҙ биш йәшкә тиклемге конкурсанттар араһында бәйге ике көн дауамында бик көсөргәнешле барҙы. Профессиональ һәм үҙешмәкәр йырсыларҙың күбеһе, халҡыбыҙҙың гимнына әүерелгән “Урал”, “Сибай”, “Буранбай”, “Ҡаһым түрә”, “Уйыл” кеүектәрҙән тыш, бик һирәк башҡарылған йә онотола барған йырҙарҙы ла яңғыратты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Ирәндек моңдары”нда ҡасандыр сәнғәткә юл башлаған балалар ваҡыт үтеү менән өлкәндәр төркөмөнә күсә, ҙур сәхнәгә сыҡҡандар ҙа бар. Әйтәйек, быйылғы бәйгенең төп бүләгенә лайыҡ булған Гөлнара Вәлиева ла тәүге тапҡыр ҡатнашмай: 2006 йылда тыуған ере Бөрйәндә сығыш яһап, дипломант исемен яулаған, унан һуң профессиональ йырсылар араһында өсөнсө урынға лайыҡ булған. Әле Гөлнара Өфө дәүләт сәнғәт академияһының IV курсында белем ала. Күренеүенсә, “Ирәндек моңдары” — таланттарға ҡанат ҡуйған, йәштәрҙе үҫтергән үҙенсәлекле мәктәп.
“Ирәндек моңдары”нан тағы бер кинәндекЕңеүсегә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырҙы. Бағыусылар булараҡ, “Башҡортостан баҡыры”, Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты, “Оптима-С” йәмғиәте етәкселәре сығыш яһаны.
Профессиональ башҡарыусылар араһында иһә беренселекте Илдар Жамалов (Учалы), икенсе баҫҡысты Әлфиә Сәйетова (Октябрьский) һәм өсөнсө урынды Рәфис Сирусин (Өфө) менән Дамир Тайыпов (Әбйәлил районы) яуланы. Һәүәҫкәр йырсыларҙан Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура), Эрнест Арыҫланов (Борай), Дилә Сәғәҙиева (Бөрйән), Зөбәйҙә Ҡоломбәтова (Сибай) һәм Тимур Рамаҙановтың (Өфө) сығыштары лайыҡлы баһаланды.
Өс көн дауам иткән йыр-моң йыйыны ҡаланың үҙәк майҙанында гала-концерт менән тамамланды. Конкурс, һәр ваҡыттағыса, юғары кимәлдә үтте. Сараны ойоштороусылар уны ысын халыҡ байрамына әүерелдереү өсөн күп көс һалған, был йәһәттән айырыуса Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Гөлназ Аҡназарова етәкселегендәге ижади команданы билдәләп үтергә кәрәк.
Бәхетленең байрамы бер көндә, тигәндәй, сибайҙарға “Ирәндек моңдары” икеләтә байрамға әйләнде: тап ошо мәлдә баймаҡтар сибайҙарға Мәҙәниәт йылының символик штандартын тапшырҙы.




Сәлиә МЫРҘАБАЕВА, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты:
— Һәр конкурстың төп маҡсаты — яңы таланттарҙы табыу, үҫтереү һәм уларға һәр яҡлап ярҙам итеү. “Ирәндек моңдары” ла башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалаған, уны башҡарыу нескәлектәрен һаҡлап ҡалған бәйге булараҡ билдәле. Йыр-моң бәйгеһе оҙон ғүмерле булһын, тип теләйем. Әйткәндәй, алдағы йылдарҙа “Мираҫ” мәрхәмәтлек фонды конкурстың бағыусыһы булырға әҙер.
Фәрзәнә СӘҒИТОВА, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, баһалау комиссияһы рәйесе:
— Бәйге йыл да юғары кимәлдә үтә, ҡатнашыусылар яҡшы әҙерлек менән килгән. Йәштәребеҙ халыҡ йырҙарын күңеле менән тойоп, оло һөйөү менән башҡара. Улар башҡорттоң аҫыл моң өлгөләрен тәшкил иткән “Урал”, “Буранбай”, “Сәлимәкәй”, “Ғилмияза” кеүек хазиналарыбыҙҙы сәхнәнән яңғырата икән, тимәк, йыр сәнғәте артабан да йәшәйәсәк, быуындан быуынға тапшырыласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта йыл һайын һирәк башҡарылған йырҙар яңғырай. Мәҫәлән, быйыл Бөрйән районынан килгән бер бәйгесе “Яуымбай” тигән яңы хазина менән һөйөндөрҙө.
Гөлнара ВӘЛИЕВА, төп бүләккә лайыҡ булған бәйгесе:
— Ҡыуанысым күңелемә һыймай, еңеүемә әле булһа ышанып бөтмәйем! “Ирәндек моңдары”на рәхмәтем ҙур, ул мине үҫтерҙе. Йәш быуынды бәләкәйҙән милли ижадты яратырға өйрәткән, халыҡ йырына һөйөү тәрбиәләгән бәйге мәңге йәшәһен, уны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780