“Сибай”, “Ирәндек”, “Абдрахман”, “Буранбай”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙары — Сибай һәм Баймаҡ төйәгендә барлыҡҡа килгән аҫыл гәүһәрҙәр. “Ирәндек моңдары” конкурсының тап ошо ерҙә ойошторолоуы юҡҡа түгел. Бында башҡорт милләтенең төп этник өлөшө ғүмер итә, йыр-моңдоң иң гүзәл өлгөләре һаҡлана, талантлы, рухлы халыҡ йәшәй.
Быйыл 12-се тапҡыр ойошторолған “Ирәндек моңдары” төбәк-ара бәйгеһендә республиканың төрлө районынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Татарстандан, Ҡаҙағстандан, Екатеринбург ҡалаһынан 80-гә яҡын бәйгесе ҡатнашты. Уларҙың сығышын абруйлы сәнғәт әһелдәре баһаланы. Шуныһы айырыуса шатлыҡлы: балалар араһында халыҡ йырына һөйөү йылдан-йыл арта. Быйыл, мәҫәлән, иң йәш бәйгесе дүрт йәшлек Арыҫлан Күсәмышев булды. Мәҙәниәт йылына тап килеүе, Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналыуы ла сараға мәртәбә өҫтәне.
Конкурстың 16 йәшкә тиклемге бәйгеселәр ҡатнашҡан өлөшө “Сулпан” балалар театрында ойошторолдо. Бында 44 бала “Оҙон көй” һәм “Ҡыҫҡа көй” номинацияларында көс һынашты. Төп бүләккә Ғафури районынан Илнур Үлмәҫбаев лайыҡ булды: ун өс йәшлек үҫмер, “Үткән ғүмер” һәм “Һыр” халыҡ йырҙарын ифрат оҫта башҡарып, халыҡты, баһалама ағзаларын хайран ҡалдырҙы. Беренсе урын иһә Йылайырҙан Бәхтейәр Ильясов менән Баймаҡ районынан Айһылыу Йосоповаға бирелде.
Утыҙ биш йәшкә тиклемге конкурсанттар араһында бәйге ике көн дауамында бик көсөргәнешле барҙы. Профессиональ һәм үҙешмәкәр йырсыларҙың күбеһе, халҡыбыҙҙың гимнына әүерелгән “Урал”, “Сибай”, “Буранбай”, “Ҡаһым түрә”, “Уйыл” кеүектәрҙән тыш, бик һирәк башҡарылған йә онотола барған йырҙарҙы ла яңғыратты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Ирәндек моңдары”нда ҡасандыр сәнғәткә юл башлаған балалар ваҡыт үтеү менән өлкәндәр төркөмөнә күсә, ҙур сәхнәгә сыҡҡандар ҙа бар. Әйтәйек, быйылғы бәйгенең төп бүләгенә лайыҡ булған Гөлнара Вәлиева ла тәүге тапҡыр ҡатнашмай: 2006 йылда тыуған ере Бөрйәндә сығыш яһап, дипломант исемен яулаған, унан һуң профессиональ йырсылар араһында өсөнсө урынға лайыҡ булған. Әле Гөлнара Өфө дәүләт сәнғәт академияһының IV курсында белем ала. Күренеүенсә, “Ирәндек моңдары” — таланттарға ҡанат ҡуйған, йәштәрҙе үҫтергән үҙенсәлекле мәктәп.
Еңеүсегә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырҙы. Бағыусылар булараҡ, “Башҡортостан баҡыры”, Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты, “Оптима-С” йәмғиәте етәкселәре сығыш яһаны.
Профессиональ башҡарыусылар араһында иһә беренселекте Илдар Жамалов (Учалы), икенсе баҫҡысты Әлфиә Сәйетова (Октябрьский) һәм өсөнсө урынды Рәфис Сирусин (Өфө) менән Дамир Тайыпов (Әбйәлил районы) яуланы. Һәүәҫкәр йырсыларҙан Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура), Эрнест Арыҫланов (Борай), Дилә Сәғәҙиева (Бөрйән), Зөбәйҙә Ҡоломбәтова (Сибай) һәм Тимур Рамаҙановтың (Өфө) сығыштары лайыҡлы баһаланды.
Өс көн дауам иткән йыр-моң йыйыны ҡаланың үҙәк майҙанында гала-концерт менән тамамланды. Конкурс, һәр ваҡыттағыса, юғары кимәлдә үтте. Сараны ойоштороусылар уны ысын халыҡ байрамына әүерелдереү өсөн күп көс һалған, был йәһәттән айырыуса Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Гөлназ Аҡназарова етәкселегендәге ижади команданы билдәләп үтергә кәрәк.
Бәхетленең байрамы бер көндә, тигәндәй, сибайҙарға “Ирәндек моңдары” икеләтә байрамға әйләнде: тап ошо мәлдә баймаҡтар сибайҙарға Мәҙәниәт йылының символик штандартын тапшырҙы.
Сәлиә МЫРҘАБАЕВА, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты:— Һәр конкурстың төп маҡсаты — яңы таланттарҙы табыу, үҫтереү һәм уларға һәр яҡлап ярҙам итеү. “Ирәндек моңдары” ла башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалаған, уны башҡарыу нескәлектәрен һаҡлап ҡалған бәйге булараҡ билдәле. Йыр-моң бәйгеһе оҙон ғүмерле булһын, тип теләйем. Әйткәндәй, алдағы йылдарҙа “Мираҫ” мәрхәмәтлек фонды конкурстың бағыусыһы булырға әҙер.
Фәрзәнә СӘҒИТОВА, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, баһалау комиссияһы рәйесе:
— Бәйге йыл да юғары кимәлдә үтә, ҡатнашыусылар яҡшы әҙерлек менән килгән. Йәштәребеҙ халыҡ йырҙарын күңеле менән тойоп, оло һөйөү менән башҡара. Улар башҡорттоң аҫыл моң өлгөләрен тәшкил иткән “Урал”, “Буранбай”, “Сәлимәкәй”, “Ғилмияза” кеүек хазиналарыбыҙҙы сәхнәнән яңғырата икән, тимәк, йыр сәнғәте артабан да йәшәйәсәк, быуындан быуынға тапшырыласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта йыл һайын һирәк башҡарылған йырҙар яңғырай. Мәҫәлән, быйыл Бөрйән районынан килгән бер бәйгесе “Яуымбай” тигән яңы хазина менән һөйөндөрҙө.
Гөлнара ВӘЛИЕВА, төп бүләккә лайыҡ булған бәйгесе:— Ҡыуанысым күңелемә һыймай, еңеүемә әле булһа ышанып бөтмәйем! “Ирәндек моңдары”на рәхмәтем ҙур, ул мине үҫтерҙе. Йәш быуынды бәләкәйҙән милли ижадты яратырға өйрәткән, халыҡ йырына һөйөү тәрбиәләгән бәйге мәңге йәшәһен, уны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!