Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моң иленә сәфәр
Моң иленә сәфәр
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларҙы йыл һайын төрлө жанрҙағы йөкмәткеле тамашалары, башҡорт һәм татар сәнғәте йондоҙҙарының концерттары менән ҡыуандыра. Быйылғы 75-се ижад миҙгеле филармония өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға айырыуса бай булды. Мәшһүр композитор, филармонияға исеме бирелгән Хөсәйен Әхмәтовтың 100 йыллығына арналған тамаша, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы күренекле халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың, нәфис һүҙ оҫтаһы Лилиә Фәтихованың юбилей концерттары, йырсы Мәхмүт Нәҙершиндың ижад кисәһе һәм башҡа күркәм саралар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Традицияға әүерелгән, күп тамашасы көтөп алған “Өфө – Зальцбург”, “Раштыуа осрашыуҙары”, “Алһыу пантера” халыҡ-ара фестивалдәре лә уҙҙы. Ял көндәрендә мәҙәниәт усағы балалар тауышына күмелде: ғаиләләр “Бергә музыка тыңлайбыҙ” тип аталған концерт циклына ашыҡты.

Филармония данлыҡлы сәнғәт әһелдәре тураһында ла онотмай. Быға миҫал итеп арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы композитор Салауат Низаметдиновтың яҡты рухына арналған сараны әйтергә мөмкин. “Туҡтаны моң…” исемле концертта тамашасы композитор менән яңынан осрашҡандай булды, уның әҫәрҙәрен тыңлап кинәнде, һоҡланды һәм тетрәнде.
Юбилей миҙгелендә мәҙәни усаҡ өфөләрҙе яңы проекттар менән дә һөйөндөрҙө. “Ҡом һәм музыка” проекты ғына ни тора! Унда орган, флейта, академик хор капеллаһы моңо аҫтында рәссам, ҡом менән төрлө ғәжәйеп һүрәттәр, образдар тыуҙырып, тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. “Тәбиғәт моңо” тип аталған проект тәбиғәт тауышына сарсаған һәр кемде шишмә сылтырауы, ҡоштар һайрауы, урман шаулауына күмде.
Моң иленә сәфәрШулай итеп, шаулап-гөрләп 75-се ижад миҙгеле аҙағына ла яҡынлашты. Ошо уңайҙан мәҙәниәт усағы халыҡҡа “75-се экспресс” тип исемләнгән тамаша бүләк итте. Концерттың режиссеры Илшат Фәхертдинов уны юҡҡа ғына шулай атамағандыр. “75-се экспресс” залдағыларҙы филармония барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгә тиклемге иҫтәлекле хәл-ваҡиғалар, легендар сәнғәт оҫталарының ижады, республикабыҙҙағы берҙән-бер Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, академик хор капеллаһы, эстрада-джаз оркестры һәм башҡаларҙың ижады менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡлы “сәфәр”ҙә филармонияның барлыҡ артистары һәм коллективтары ҡатнашты. Мәҫәлән, “Башланғыс” станцияла мәҙәниәт усағының тарихы сағылдырылды. “Ретро” станцияһында башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалған Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Илфаҡ Смаков, Мәғфирә Ғәлиева һәм башҡа легендар шәхестәрҙең мәңгелек йырҙары башҡарылды. Башҡорт халыҡ бейеүен профессиональ кимәлгә күтәргән, халҡыбыҙҙың бейеү ынйыларын бөртөкләп йыйып донъяға танытҡан Фәйзи Ғәскәров ижадына “Бейеү” станцияһында дан йырланды.
Күренекле башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтов менән дә “күреште” халыҡ: “Маэстро” станцияһында композиторҙың әҫәрҙәрен тыңлап кинәнделәр.
Тамашаның икенсе бүлегендә күренекле сәнғәт әһелдәренең эшен дауам итеүсе йәш артистар сығыш яһаны. Уны Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов һәм Азат Биксурин “Уралым” йыры менән асып ебәрҙе. Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Заһир Иҫәнсурин, Римма Амангилдина, Руслан Сәйфетдинов, Валентина Суходоевалар моңло тауышы, сағыу сығышы менән тамашасы күңелен әсир итте.
Әйтергә кәрәк, филармонияның “тыуған көнө”нә коллектив ентекле әҙерләнгән. Концерт башланғанға тиклем һәм антракт ваҡытында тамашасы фойела “шоколад фонтаны”нан ауыҙ итте, антик осорҙо сағылдырған һындар янында иҫтәлеккә фотоға төштө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779