Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларҙы йыл һайын төрлө жанрҙағы йөкмәткеле тамашалары, башҡорт һәм татар сәнғәте йондоҙҙарының концерттары менән ҡыуандыра. Быйылғы 75-се ижад миҙгеле филармония өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға айырыуса бай булды. Мәшһүр композитор, филармонияға исеме бирелгән Хөсәйен Әхмәтовтың 100 йыллығына арналған тамаша, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы күренекле халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың, нәфис һүҙ оҫтаһы Лилиә Фәтихованың юбилей концерттары, йырсы Мәхмүт Нәҙершиндың ижад кисәһе һәм башҡа күркәм саралар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Традицияға әүерелгән, күп тамашасы көтөп алған “Өфө – Зальцбург”, “Раштыуа осрашыуҙары”, “Алһыу пантера” халыҡ-ара фестивалдәре лә уҙҙы. Ял көндәрендә мәҙәниәт усағы балалар тауышына күмелде: ғаиләләр “Бергә музыка тыңлайбыҙ” тип аталған концерт циклына ашыҡты.
Филармония данлыҡлы сәнғәт әһелдәре тураһында ла онотмай. Быға миҫал итеп арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы композитор Салауат Низаметдиновтың яҡты рухына арналған сараны әйтергә мөмкин. “Туҡтаны моң…” исемле концертта тамашасы композитор менән яңынан осрашҡандай булды, уның әҫәрҙәрен тыңлап кинәнде, һоҡланды һәм тетрәнде.
Юбилей миҙгелендә мәҙәни усаҡ өфөләрҙе яңы проекттар менән дә һөйөндөрҙө. “Ҡом һәм музыка” проекты ғына ни тора! Унда орган, флейта, академик хор капеллаһы моңо аҫтында рәссам, ҡом менән төрлө ғәжәйеп һүрәттәр, образдар тыуҙырып, тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. “Тәбиғәт моңо” тип аталған проект тәбиғәт тауышына сарсаған һәр кемде шишмә сылтырауы, ҡоштар һайрауы, урман шаулауына күмде.
Шулай итеп, шаулап-гөрләп 75-се ижад миҙгеле аҙағына ла яҡынлашты. Ошо уңайҙан мәҙәниәт усағы халыҡҡа “75-се экспресс” тип исемләнгән тамаша бүләк итте. Концерттың режиссеры Илшат Фәхертдинов уны юҡҡа ғына шулай атамағандыр. “75-се экспресс” залдағыларҙы филармония барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгә тиклемге иҫтәлекле хәл-ваҡиғалар, легендар сәнғәт оҫталарының ижады, республикабыҙҙағы берҙән-бер Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, академик хор капеллаһы, эстрада-джаз оркестры һәм башҡаларҙың ижады менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡлы “сәфәр”ҙә филармонияның барлыҡ артистары һәм коллективтары ҡатнашты. Мәҫәлән, “Башланғыс” станцияла мәҙәниәт усағының тарихы сағылдырылды. “Ретро” станцияһында башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалған Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Илфаҡ Смаков, Мәғфирә Ғәлиева һәм башҡа легендар шәхестәрҙең мәңгелек йырҙары башҡарылды. Башҡорт халыҡ бейеүен профессиональ кимәлгә күтәргән, халҡыбыҙҙың бейеү ынйыларын бөртөкләп йыйып донъяға танытҡан Фәйзи Ғәскәров ижадына “Бейеү” станцияһында дан йырланды.
Күренекле башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтов менән дә “күреште” халыҡ: “Маэстро” станцияһында композиторҙың әҫәрҙәрен тыңлап кинәнделәр.
Тамашаның икенсе бүлегендә күренекле сәнғәт әһелдәренең эшен дауам итеүсе йәш артистар сығыш яһаны. Уны Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов һәм Азат Биксурин “Уралым” йыры менән асып ебәрҙе. Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Заһир Иҫәнсурин, Римма Амангилдина, Руслан Сәйфетдинов, Валентина Суходоевалар моңло тауышы, сағыу сығышы менән тамашасы күңелен әсир итте.
Әйтергә кәрәк, филармонияның “тыуған көнө”нә коллектив ентекле әҙерләнгән. Концерт башланғанға тиклем һәм антракт ваҡытында тамашасы фойела “шоколад фонтаны”нан ауыҙ итте, антик осорҙо сағылдырған һындар янында иҫтәлеккә фотоға төштө.