Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдәрҙе яҡтыртыусы баҫма
Күңелдәрҙе яҡтыртыусы баҫмаКиң далалы Хәйбулла яҡтарында “Башҡортостан” журналистарының гәзит уҡыусылар менән үткән сираттағы осрашыуы Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолдо. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапхана һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы ҡоролтай етәкселәре, рухлы һәм зыялы аҡһаҡалдар ҡатнашлығындағы сара, Илмир Ибраһимов башҡарыуындағы “Башҡортостан” йыры менән башланып, күңелдәргә рух һәм дәрт өҫтәне.
Республика баҫмаһына яҙылыусылар һанын арттырыу маҡсатында ойошторолған сараны асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина бындай осрашыуҙарҙың халыҡ өсөн файҙалы булыуын билдәләне.
— Хәйбулла районында “Башҡортостан”ды яратып уҡыйҙар, — тип башланы һүҙен Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы. — Бигерәк тә районыбыҙ хаҡындағы сығыштар, уның эшсән һәм тырыш халҡы тураһындағы һүрәтләмәләрҙе күҙәтеп барабыҙ. Киләсәктә лә хәйбуллаларҙың тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләр гәзитте биҙәр тигән өмөттәбеҙ. Әле Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге үҙ эшселәренә 50 дана, район эшҡыуарҙары Фәрит Күскилдин менән Алһыу Байғусҡарова хеҙмәткәрҙәре өсөн гәзиткә яҙҙырыуҙы ойошторған. Үҙенең 95 йыллығын билдәләргә йыйынған “Башҡортостан” гәзите һәр кемдең яратып уҡыған баҫмаһының береһенә, яҡын дуҫына әүерелер тигән өмөттә ҡалам.
Һине аңлаған, кәрәк саҡта тәнҡитләп, үҙ һүҙен әйткән дуҫтар барында тормош күңелле лә, матур ҙа. Шуныһы һөйөндөрҙө: Хәйбуллала дуҫтарыбыҙ байтаҡ булып сыҡты, улар үҙҙәренең уй-теләктәрен асыҡтан-асыҡ еткерә алды. Уфимка ауылынан Фәриҙә Әбсәләмова, Аҡъяр ауылынан Айҙар Ҡоҙабаев, “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең баш мөхәррире Сәлимә Байгилдина, Әнүәр Аслаевты гәзиттә тәнҡиткә аҙ урын бирелеүе, юғары вазифа биләүселәрҙең ваҡытлы матбуғатҡа яҙылмауы, ошондай осрашыуҙарҙың кәрәклеге, журналистарҙың халыҡ араһында йышыраҡ йөрөргә тейешлеге тураһындағы һорауҙар борсоно.
Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Азат Биксурин менән Филүс Ҡалмырҙин башҡарыуындағы ҡурай моңдарын һәм йырҙарҙы халыҡ яратып ҡабул итте. Хатта дәртле ҡурай көйөнә бейергә төшөүселәр ҙә булды. Ғөмүмән, ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыуҙың һөҙөмтәһе булыр тигән ышаныс менән таралышты һәр кем.

* * *
Күңелдәрҙе яҡтыртыусы баҫмаЙәнтеш ауылындағы осрашыуға ла халыҡ күп йыйылғайны. Райондың урман зонаһына ҡараған халыҡтың – үҙ фекере, үҙ талаптары. Мәҫәлән, Әбеш ауылында йәшәүсе Камил Илембәтов:
— Ғүмер буйы уҡыған “Башҡортостан”ға яҙылмай ҡалһам, дуҫыма хыянат иткәндәй тойола, — тине үҙ сығышында. — Тик гәзиттә уҡымлы әйберҙәр күберәк булһын. Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатоваларҙың хикәйәләрен йышыраҡ баҫтырығыҙ.
Йәнтеш урта мәктәбе директоры Юлай Сынбулатов уҡытыусылары өсөн гәзиттең файҙаһы ифрат ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алһа, ауылдың ағинәйе, сәсәниәКүңелдәрҙе яҡтыртыусы баҫма Фәниә Арыҫланова, “Башҡортостан” гәзитенә арнап, үҙе сығарған мәҙхиәне уҡып ишеттерҙе. 26 йыл Йәнтеш ауылында почтальон булып эшләгән Ғәйниса Ҡуранғолова ауылдаштарын гәзиткә әүҙемерәк яҙылыра өндәне.
— Теләге булған һәр кем, хаҡына ҡарамай, гәзит-журналдарға яҙыла. Хәҙер ауыл ерендә лә хөрт йәшәүселәр юҡ тиерлек. Әммә кешеләрҙең битарафлығы, үҙенең халҡына, теленә ҡарашы аптырауға һала. Халыҡ гәзит-журналдар уҡымай тип әйтә алмайым, киреһенсә, улар почтаның килеүен көтөп ала. Йәнтештәр ваҡытлы матбуғатҡа күберәк яҙылыр, тип ышандыра алам, — тине Ғәйниса Динислам ҡыҙы.
Шуныһы ҡыуандырҙы: Ғәйниса Ҡуранғолова “Башҡортостан” гәзите ойошторған тилбер почтальондар араһында үткәрелгән бәйгелә ҡатнашырға ризалығын белдерҙе. Үҙ эшенең оҫтаһы, тәжрибәле почтальон бәйге еңеүсеһе булмаҫ тимә! Шулай уҡ Йәнтеш урта мәктәбе директоры Юлай Сынбулатов, мәҙәниәт йорто директоры Лена Ултыраҡова ла тотош коллектив менән “Башҡортостан”ды алдағы йылдарҙа ла алдырасаҡбыҙ, тип вәғәҙә бирҙе.
Кәримә УСМАНОВА.
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779