Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үҙебеҙҙең гәзит бит ул”, –ти Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары
“Үҙебеҙҙең гәзит бит ул”, –ти Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарыНефтекама дәүләт филармонияһының ижади төркөмдәре, ошо мәҙәни усаҡ барлыҡҡа килеү осоронан башлап, бына ун өсөнсө йыл инде төньяҡ-көнбайыш райондар тамашасыһының рухиәтен байыта. Сәнғәт һөйөүселәр айырыуса Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Рифҡәт Ғәбделйәнов, йырсы Раян Алтыншин, маһир ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин ҡатнашлығындағы концерттарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов етәкләгән “Түңгәүер” бейеү ансамбле үҙенең сағыу сығыштары менән күптән инде халыҡ һөйөүен яуланы. Ул – Нефтекаманың ғына түгел, ә бөтөн республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы. Төбәктәге мәҙәни саралар “Түңгәүер”һеҙ уҙмай. Ансамбль йыш ҡына ут күршебеҙ Татарстан Республикаһы райондарында, Пермь крайында, Киров, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарында көн күреүсе яҡташтарыбыҙ һәм милләттәштәребеҙҙе йыр-моң, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандыра.
2009 йылда “Түңгәүер” бейеү ансамбле Төркиәлә уҙған башҡорт һабантуйында ҡатнашып, тамашасыларҙың ихлас алҡышын яуланы.
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһында алты ижади төркөм эшләй. “Ҡәрҙәштәр” башҡорт (етәксеһе — республика йыр бәйгеләре лауреаты Раян Алтыншин), “Ҡайтауаз” татар (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов), мари (“Чолман йук” төбәк-ара йыр бәйгеләре лауреаты, гран-при эйәһе Раисия Иҫәнбаева) төркөмдәре, цирк бригадаһы (етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шамил Хәмитов), әҙәби-музыкаль лекторий (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Йосопова) яңынан-яңы ижади үрҙәр яулай.
Нефтекама дәүләт филармонияһы — “Башҡортостан” гәзитенең күптәнге дуҫы. Уның етәксеһе Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Исмәғилев гәзиткә һәр саҡ тәүгеләрҙән булып яҙыла. Баҫмабыҙға алдағы йылға яҙылыу барышында филармонияның әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зилә Аҙнабаева айырыуса әүҙемлек күрһәтте: уның булышлығында “Башҡортостан”ға киләһе 2012 йылдың тәүге яртыһына башҡорт, татар төркөмдәре, бейеү ансамблдәре ҙур теләк менән яҙылды.
— “Башҡортостан” — үҙебеҙҙең гәзит, уның менән алдағы йылдарҙа ла бергә буласаҡбыҙ, — ти яратҡан артистарыбыҙ.
Марат МОРАТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779