Нефтекама дәүләт филармонияһының ижади төркөмдәре, ошо мәҙәни усаҡ барлыҡҡа килеү осоронан башлап, бына ун өсөнсө йыл инде төньяҡ-көнбайыш райондар тамашасыһының рухиәтен байыта. Сәнғәт һөйөүселәр айырыуса Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Рифҡәт Ғәбделйәнов, йырсы Раян Алтыншин, маһир ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин ҡатнашлығындағы концерттарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов етәкләгән “Түңгәүер” бейеү ансамбле үҙенең сағыу сығыштары менән күптән инде халыҡ һөйөүен яуланы. Ул – Нефтекаманың ғына түгел, ә бөтөн республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы. Төбәктәге мәҙәни саралар “Түңгәүер”һеҙ уҙмай. Ансамбль йыш ҡына ут күршебеҙ Татарстан Республикаһы райондарында, Пермь крайында, Киров, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарында көн күреүсе яҡташтарыбыҙ һәм милләттәштәребеҙҙе йыр-моң, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандыра.
2009 йылда “Түңгәүер” бейеү ансамбле Төркиәлә уҙған башҡорт һабантуйында ҡатнашып, тамашасыларҙың ихлас алҡышын яуланы.
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһында алты ижади төркөм эшләй. “Ҡәрҙәштәр” башҡорт (етәксеһе — республика йыр бәйгеләре лауреаты Раян Алтыншин), “Ҡайтауаз” татар (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов), мари (“Чолман йук” төбәк-ара йыр бәйгеләре лауреаты, гран-при эйәһе Раисия Иҫәнбаева) төркөмдәре, цирк бригадаһы (етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шамил Хәмитов), әҙәби-музыкаль лекторий (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Йосопова) яңынан-яңы ижади үрҙәр яулай.
Нефтекама дәүләт филармонияһы — “Башҡортостан” гәзитенең күптәнге дуҫы. Уның етәксеһе Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Исмәғилев гәзиткә һәр саҡ тәүгеләрҙән булып яҙыла. Баҫмабыҙға алдағы йылға яҙылыу барышында филармонияның әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зилә Аҙнабаева айырыуса әүҙемлек күрһәтте: уның булышлығында “Башҡортостан”ға киләһе 2012 йылдың тәүге яртыһына башҡорт, татар төркөмдәре, бейеү ансамблдәре ҙур теләк менән яҙылды.
— “Башҡортостан” — үҙебеҙҙең гәзит, уның менән алдағы йылдарҙа ла бергә буласаҡбыҙ, — ти яратҡан артистарыбыҙ.
Марат МОРАТОВ